Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ уҡыусыларың булыу – үҙе бәхет
Үҙ уҡыусыларың булыу – үҙе бәхет
Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал юбилейы айҡанлы баш ҡалала ижадташ дуҫтары, китап һөйөүселәр өсөн оло байрам уҙғарғайны. Күптән түгел Дыуан районында үткән китап уҡыусылар конференцияһын ошо тантананың дауамы тип ҡабул итергә кәрәктер.


Мәсәғүт республика лицей-интернаты бинаһы байрамса биҙәлгән, фойела “Китап” нәшриәте сауҙа ойош­торҙо, Ринат Әлтәф улы автограф бирҙе. Ҡунаҡтар уҡыу йортоноң музейы менән танышты. Уҡыу алдын­ғылары Таңһылыу Закирова, Наҙлыгөл Хәмиҙуллина менән Гөлсәсәк Ҡотошова һәр бүлек тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, төбәктең арҙаҡлы шәхестәре хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән. Ҡәләм оҫталары Зиннәт Ҡотип, Тимер Йосопов, Зөлфиә Ханнанова һәм башҡалар — дыуандарҙың ғорурлығы.
Тамаша залына ингән һәр кем әҙиптең ижадына арналған мөйөшкә туҡтап, ундағы китаптар менән ҡайтанан “осрашты”. “Әйтелерҙәй әйтмәҫ һүҙҙәрем” тип исем биргәндәр стендҡа.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар шәп сығыш яһаны. Олоһо ла, кесеһе лә күңелле йырҙар тыңланы, дәртле бейеүҙәр ҡараны. Пьесаны сәхнәләштереүгә әллә күпме ваҡыт талап ителә, ә инде әҙәби әҫәрҙән спектакль әҙерләп тамашасыға күрһәтеү — айырыуса. Арый урта мәктәбе уҡыусыларының “Таня-Таңһылыу” повесынан, Мәсәғүт гимназияһы егет һәм ҡыҙҙарының “Сабырйән” романынан, республика лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре­нең “Һөйкөмлө һөйәк” әҫәренән өҙөк күрһәтеүе – шуға асыҡ миҫал.
“Һинең менән танышырға теләйем, уҡыусым!” тигән кисәнең икенсе өлөшөндә балалар яҙыусыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарын бирҙе.
– Иң беренсе һеҙ медицина училищеһында уҡыған­һығыҙ, аҙаҡтан университетта белем алғанһығыҙ, был нимә менән бәйле? – тип һораны бер ҡыҙ.
– Бәләкәй саҡта йыш ауырыным, дауаханала ят­ҡанда, ҙур үҫкәс табип буласаҡмын, ти торғайным. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтте яраттым, һәр саҡ сумкамда ниндәй ҙә булһа китап йөрөттөм. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа Гагарин тәүге тапҡыр Йыһанға осто. Беҙ, малай-шалай, шул осорҙа космонавт булырға хыял­ландыҡ, – тип яуап бирҙе әҙип. – Проза әҫәрен сәхнәгә сығарыу мөмкин түгел, ә уҡыу­сылар уны ҡуйған. Уларҙың һәр береһе маҡтауға ла­йыҡ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан балалар төрлө яҡлап үҫешә, маҡсатына еңел өлгәшә.
Кемдер яҙыусының шәхси тормошо, ғаиләһе, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, икенселәр әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙар яуҙырҙы, геройҙар прототибының булыу-булмауы тураһында белеште, бүтәндәр иһә күңелендә уйылып ҡалған хәтирәләрҙе бәйән итте.
Республика лицей-интернаты директоры Фларис Шакиров юбилярға ҡотлау һүҙҙәрен шиғыр юлдары аша еткерҙе, Дыуан районы хакимиәтенең мәға­риф бүлеге методисы Илгенә Мөхәмәтова, яҙыусы өсөн иң ҡәҙерлеһе – уҡыусылары менән осрашыу, тине.
– Ауылдашымдың һәр әҫәре минең өсөн яҡын, сөнки ундағы образдар, шул уҡ ер-һыу атамалары нәҡ беҙҙең төбәктән алынған. 60 йәш – ижадтың иң ҡыҙған осоро, – тип сығыш яһаны мәғариф ветераны Әнүәр Рәхимов.
“Башҡортостан” гәзитенең ошо тарафтағы элекке үҙ хәбәрсеһе Зыял Шәйхетдинов Ринат Әлтәф улын бал ҡорто менән сағыштырҙы. Бынан тыш, юбилярҙы ҡый­ғылар, салауаттар, балаҡатайҙар һәм, әлбиттә, яҡташ­тары – мәсетлеләр ихлас тәбрикләне.
Ринат Камал белдереүенсә, тыуған яҡҡа ҡайтыу һәр саҡ тулҡынландыра, шул уҡ ваҡытта илһам өҫтәй. Әйткәндәй, ошолай тығыҙ бәйләнеш арҡаһында бай­таҡ әҫәр яҙылған.
Тантаналар бының менән тамамланмай, октябрь аҙаҡтарында юбилярҙы үҙенең тыуған төйәге Мәсетле районында көтәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780