Быйыл сентябрь айында мин Дағстанда бөйөк Рәсүл Ғамзатовтың шиғриәтенән рухланып донъяға тыуған “Аҡ торналар” байрамында булып ҡайттым. Егерме һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был шиғри осрашыуҙағы тәьҫораттарым тураһында һүҙ ыңғайында ғына һөйләү мөмкин түгел. Ул сәйәхәттә тыуған уйҙарым хаҡында ентекләберәк яҙылыр. Әлегә шул хаҡта ғына әйтәм: “Аҡ торналар” фестиваленең бик бай, тығыҙ программаһы буйынса Дағстан Яҙыусылар союзында “түңәрәк өҫтәл”дә ижади бәйләнештәребеҙ тураһында фекер алыштыҡ. Үҙемдең сығышымдан һуң яҙыусылар ойошмаһына “Салауат Юлаев” тигән энциклопедияны бүләк иттем.
Миңә төрлө илдәрҙәге яҙыусылар менән аралашырға, ҙур-ҙур әҙәби сараларҙа ҡатнашырға насип булды. Ундай осрашыуҙарға үҙебеҙҙең Башҡортостанда сыҡҡан ҡалын-ҡалын китаптарҙы алып барҙым. Башҡорт һәм рус телендәге “Башҡортостан” тигән ҡыҫҡаса энциклопедияны, башҡорт шиғриәте антологияларын, яҙыусылар тураһындағы альбомдарҙы һәм башҡа бай йөкмәткеле, матур итеп эшләнгән төрлө баҫмаларҙы төрлө урындарҙа бүләк иттем. Беҙҙең республикала ошондай оло хеҙмәттәрҙең баҫылыуына бик күптәр хайран ҡала, һоҡланыу менән бергә көнләшеп тә ҡуя торғайны.
Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөн үҙебеҙҙә генә түгел, төрлө тарафтарҙа ғорурланып күрһәтерлек ошондай хеҙмәттәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра. “Башҡортостан” тигән ҡыҫҡаса энциклопедия- ның сығыуы Рәсәйҙәге милли республикалар араһында иң тәүге күренеш булғайны. Рус телендә ете томдағы “Башкирская энциклопедия” ошондай баҫмаларҙан илдә беренсе булып донъя күрҙе. Хәҙер башҡортсаһының тәүге томдары сыға башланы.
Бындай баҫмаларҙың артабанғы үҫеше дауамы булараҡ тармаҡ энциклопедиялары эшләнә. Ә инде айырым шәхестең тормошона һәм ижадына арналған махсус энциклопедияны барлыҡҡа килтереү – милләттең үҫеш юлында тағы ла бер бик яуаплы һынауҙы лайыҡлы үтеп сығыуы ул.
Һәр халыҡ үҙенең тарихын үҙе тыуҙыра. Һәм һәр милләт үҙенең тарихын үҙе яҙырға тейеш. Был талап хәҙер аксиомаға әйләнде. Төрлө илдәрҙән килгән ғалимдарҙың, сәйәхәтселәрҙең, яҙыусыларҙың һәм башҡа авторҙарҙың башҡорт тарихы, Башҡортостан тормошо тураһындағы борондан теркәлеп килгән мәғлүмәттәре, һис шикһеҙ, бик ҡиммәтле. Ләкин улар ғына етерлек түгел. Тарихты бөтә нескәлегендә һәм тулылығында милләт үҙе генә кисерә һәм тергеҙә ала. Был ғәйәт яуаплы хеҙмәтте башҡарып сығыуҙың төп ауырлығы иң элек милләттең иңенә төшә. Күп томлы энциклопедиябыҙҙың тыуыуы халҡыбыҙҙың ижтимағи, интеллектуаль, рухи һәм сәйәси үҫеш кимәлен билдәләй.
Айырым шәхескә арналған энциклопедияға ныҡлап тотонор өсөн бик мөһим бер талап, төп шарт үтәлергә тейеш. Ил һәм донъя тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған, халыҡтың үҙенсә символына әйләнгән шәхес хаҡында ғына уның шәхси энциклопедияһын тыуҙырып була. Беҙҙәге беренсе хеҙмәт – “Салауат Юлаев” (2004) нәҡ ошондай ныҡлы нигеҙҙә донъяға килде. Бөгөн “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәт комплексында “Мостай Кәрим” исемле фундаменталь хеҙмәт өҫтөндә эш бара. Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында йөҙәрләгән мәҡәлә, бик күп ғилми хеҙмәт яҙылған, китаптар сыҡҡан, документаль фильмдар төшөрөлгән, шиғырҙар арналған. Тимәк, уның ижадының төп үҙенсәлектәре билдәләнгән. Ә “Мостай Кәрим” энциклопедияһында уның һәр әҫәренә, әҫәрҙәренең геройҙарына, тәржемәләргә, шағир менән аралашҡан кешеләргә, туғандарына, уның булған ерҙәренә арналған 1900-гә яҡын мәҡәлә инәсәк. Уларҙың байтағы яҙылған, ләкин алда әле бик ҙур бурыстар тора. Хеҙмәттең структураһын, мәҡәләләрҙең исемлеген төҙөү менән яҡындан таныш булғанға, ул ҡыйынлыҡтарҙы яҡшы аңлайым. Эш ни тиклем генә ҡатмарлы булһа ла, шағирҙың 100 йыллығын Башҡортостан Республикаһы “Мостай Кәрим” энциклопедияһы менән ҡаршы аласаҡ.
1958 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан “Стихи и поэмы” тигән китабына инеш һүҙендә Мостай Кәрим ошолай яҙҙы: “Минең халҡым тарихи яҡтан ике ҡитға – Европа менән Азия ҡушылған урынға тура килгән. Был фәҡәт ҡитғалар ҡушылған ер генә түгел, был ике мәҙәниәт, ике яҙмыш – Европа һәм Азия яҙмышы рубежы. Мин үҙ халҡымдың шиғриәте Көнсығыш шиғриәтенең төҫөн, иҫерткес хуш еҫен, тыныс аҡылын, Көнбайыш шиғриәтенең ҡәтғи тормош дөрөҫлөгөн, революцион әйҙәүен, әүҙем зиһенен үҙенә туплауы тураһында хыялланам”. Фекерен шағир артабан былай дауам итә: “Шул уҡ ваҡытта милли шиғриәттең нигеҙе булып халыҡ тормошо, уның үҙенә генә хас образлы фекерләүе һәм тойоуы ҡалырға тейеш. Ошо уйҙар миндә “Европа-Азия” исемле шиғырҙар китабы яҙыу теләген тыуҙырҙы. Бер өлөшө 1954 йылда баҫылды. Уны даими рәүештә, йылдан-йылға яҙасаҡмын”.
Бында айырыуса ике сифатҡа иғтибар итеү мөһим: ижадтың милли ерлектә тамырланыуы һәм донъя киңлегенә, тотош кешелектең рухи бейеклектәренә ынтылыуы. Мостай Кәримдең таланты бына ошо ике сифаттың синтезына иреште, йәғни тыуған ерлектән көс алып, милли әҙәбиәтте яңы юғарылыҡҡа, яңы киңлектәргә алып сыҡты һәм уның донъя әҙәбиәте менән бәйләнешен өр-яңы бейеклеккә күтәрҙе, өр-яңы сифат менән тулыландырҙы.
Башҡорт халҡы бик борон замандарҙа уҡ кешелектең хазинаһында иң тәрән фекерле үрнәктәрҙән һаналырлыҡ “Урал батыр”ҙы, башҡа эпостарҙы ижад иткән. Быуаттар буйына башҡорт һүҙ сәнғәте Шәреҡ мөхитендә йәшәгән, Көнсығыштың ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телендәге әҫәрҙәренән рухланған. Ун туғыҙынсы быуат аҙаҡтарында – егерменсе быуат башында рус теле аша башҡорт әҙәбиәтенә Көнбайыш традициялары үтеп инә. Тәүге осорҙа был бәйләнеш тышҡы билдәләр, мәҫәлән, драма, проза жанрҙарын үҙләштереү, өйрәнеү рәүешендә барған. Яңы эстетик тәжрибә туплау нигеҙендә башҡорт әҙәбиәтенең донъя әҙәбиәте, айырыуса Көнбайыш хазиналары менән бәйләнеше уҡыусы – остаз мөнәсәбәттәренән тиңдәр араһында тиң булып аралашыу, хатта бәхәсләшеү кимәленә күтәрелгән. Был үҙгәрешкә, был үҫешкә егерменсе быуаттың икенсе яртыһында Мостай Кәрим ижады айырыуса тос өлөш индерҙе. “Мостай Кәрим” энциклопедияһы уның һәр әҫәренә ентекле иғтибар итергә, милли әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүҙәге тос өлөшөн асыҡларға, шул уҡ ваҡытта уны элекке СССР-ҙағы ижади эҙләнеүҙәр һәм ҡаҙаныштар, хәҙерге донъя әҙәбиәтендәге күренештәр менән тығыҙ бәйләнештә ҡарарға бурыслы. Шағир күп илдәрҙә сәйәхәт итте, башҡа халыҡтарҙың тормошона арналған шиғри шәлкемдәр, мәҡәләләр яҙҙы, күренекле шәхестәр менән аралашты. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр ҙә кәрәк, ләкин иң мөһиме – уның фекерләү кимәле, донъя әҙәбиәтендәге традициялар менән яңыса бәйләнешкә инә алыуы.
Нафи Джусойты менән әңгәмәһендә Мостай Кәрим ошолай тигәйне: “Үҙемдең бер серемде асайым: мин Прометей образын, уның хаҡындағы легенданы үҙемсә аңлатырға уйлайым. Мине шундай мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра: герой бүләк иткән утты кешеләр нисек ҡабул иткән? Боронғо риүәйәттә был хаҡта бер нәмә лә әйтелмәй. Ә минеңсә, кешеләрҙең идеяға, идеалға, хыялға мөнәсәбәте бик мөһим”.
Әгәр мин ҡасан да булһа был темаға эшләй алһам, әҫәремдең үҙәгендә кешеләрҙең утҡа мәнәсәбәте буласаҡ”.
Был һүҙҙәр 1974 йылда әйтелгәйне. 1975 йылда “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһында быуаттар буйына күпме атаҡлы һүҙ оҫталары күтәргән проблеманы Мостай Кәрим яңыса аса алды, үҙенә тиклемге даһиҙар менән бәхәсләште. Был ысын новаторлыҡ ине. Мостай Кәримдең новаторлығы яңы жанрҙар йәки формалар тыуҙырыу, яңы темалар күтәреү менән генә сикләнмәй. Халыҡ шағирының новаторлығы, байҡап ҡараһаң, күп яҡлы, ул – күп сифаттарҙы иңләүсе күренеш.
Тағы ла бер әҫәргә иғтибар итәйек. 1982 – 1985 йылдарҙа Мостай Кәрим һуғыштағы кеше яҙмыштарын һүрәтләгән “Ярлыҡау” повесын яҙҙы. Яугирҙәр тормошо хаҡындағы әҫәрҙәрҙә йыш ҡына кешенең ут-дәһшәт эсендәге ғазаптары тураһында һүҙ бара. Мостай Кәрим, донъяны һуғыш шаңҡытҡанда саф мөнәсәбәттең тыуыуын һәм шул һөйөүҙән ярһыған һалдаттың фажиғәгә дусар булыуын бәйән итеп, уҡыусыларҙы тетрәндерә. Аңлау һәм ярлыҡау – үҙәктә бына ошо мәсьәлә тора. Аяуһыҙ һуғыш шарттарында ярлыҡау булырға тейешме? Ниндәй генә шарттарҙа ла әҙәм балаһы үҙенә ғәҙел мөнәсәбәт талап итергә хаҡлы бит.
Гонаһ һәм яза – был хаҡта Достоевский ошо исемдәге роман яҙған. “Гонаһ, яза” шиғырында Шәйехзада Бабич “Гонаһым туҙан, тау кеүек язам!” тип ғәҙелһеҙлектән өҙгөләнгән.
Әлбиттә, “Ҡара һыуҙар” поэмаһындағы һатлыҡ йәндең бер ниндәй ҙә ярлыҡауға хаҡы юҡ. Ә повестағы ситуация бөтөнләй башҡаса. Ғәйебе булған хәлдә лә, уның язаһы ғәҙел бирелергә тейеш. Ошо талаптың үтәлмәүе арҡаһында ғашиҡ егеттең ғүмере өҙөлә. Дошман пуляһынан түгел, совет офицерының ғәҙелһеҙ хөкөмө арҡаһында.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төрлө әҙәбиәттә бик күренекле әҫәрҙәр ижад ителгән. Мостай Кәрим был теманы тик үҙенсә, намыҫ талаптарынан, ғәҙеллек үлсәүҙәренән сығып яҡтыртты. Күләме бәләкәй булһа ла, повеста ҙур фекер әйтелде, традицион һуғыш күренештәре яңыса ҡараштан асылды. Бына ошондай миҫалдар әҙиптең новаторлығын тағы ла тәрәнерәк аса.
Мостай Кәрим – шағир, Мостай Кәрим – драматург, Мостай Кәрим – прозаик, балалар яҙыусыһы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре һәм башҡалар – был күп яҡлы ижадты, һәр саҡ оло маҡсаттарға тоғро ҙур тормош юлы үтелгән яҙмышты энциклопедияға һыйҙырыуы, ундағы мәҡәләләр һаны ике меңгә еткәндә лә, еңел булмаясаҡ.
Мостай Кәрим нисәмә быуын әҙәбиәтсене тәрбиәләгән ҙур мәктәп булды, һәм киләсәктә лә унда яңы көстәр үҫәсәк. Шағирҙың ҡәләмдәштәре, яҡындағы һәм алыҫтағы фекерҙәш дуҫтары, быуындар араһындағы бәйләнеш – барлай башлаһаң, энциклопедияла яҡтыртылырға тейешле күренештәр береһенән-береһе мөһимерәк.
Башҡорт халҡының быуаттар буйына тупланған шиғри тәжрибәһе, ауыр һынауҙарҙы үткән ижад көсө, быуындан-быуынға нығына килгән тормош фәлсәфәһе, рухиәтендәге тарихи тетрәнеүҙәре, киҫкен һынылыштар һәм яңынан ҡанатланыуҙар – шағир Мостай Кәрим ошо ерлектән күтәрелде һәм үҫеште билдәләгән төп көстәрҙең, хәл иткес күренештәрҙең береһенә әйләнде. Һинең халҡың кешелектең уҙғаны һәм бөгөнгөһө менән ниндәй мөнәсәбәттә, донъя менән уның бәйләнеше ниндәй кимәлдә – был мәсьәләләр һәр ижадсыны уйландыра. Ләкин Мостай Кәрим һымаҡ бик һирәктәр генә был ваҡиғаларға йоғонто яһай ала, һәм уның һүҙе милли әҙәбиәтте яңы киңлектәргә сығара.
“Ваҡиғалар ваҡыттарҙан киң саҡта, һәр көнөбөҙ мәңгелеккә тиң саҡта”, “Мәңгелектән өҫтөн минуттар” – һуғыш йылдарында тыуған был кисерештәр шағирҙың күңелендә бер ваҡытта ла һүнмәне. Мәңгелек ваҡытты һәм сикһеҙ араларҙы Мостай Кәрим ғәҙәти миҡдарҙар менән түгел, уларҙан күпкә олораҡ үҙенең үлсәмдәре менән үлсәп йәшәне. Заманы менән ғорурланды, әммә уға яраҡлашманы, заман менән бәхәсләште. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағында илдә мәғәнәһеҙ үҙгәртеүҙәр, законһыҙлыҡ вакханалияһы башланғанда, күптәр үҙенең иманын алыштырғанда, дөрөҫөрәге, иманһыҙға әйләнгәндә Мостай Кәрим, мин үҙгәрергә йыйынмайым, тип асыҡтан-асыҡ, бик киҫкен итеп әйтте. Үҙенең юғары идеалдарына, маҡсаттарына тоғро ҡалды. Ижадҡа әйҙәгән төп көстө ул яуаплылыҡ тойғоһо тип атаны. Уҙған һәм киләсәк алдындағы яуаплылыҡ, хәтер һәм хыял алдындағы яуаплылыҡ.
Бөгөнгө кешелектең фекерләүендәге иң юғары бейеклектәргә күтәрелгән Мостай Кәрим уҡыусылары менән иң кәрәкле һүҙҙәр табып һөйләшә белде. Башҡорт теленең нескәлектәрен уның кеүек тойған, һүҙҙең бәҫен уның һымаҡ ҡәҙерләй белгән оҫталар беҙҙә күп түгел. Ул ниндәйҙер һирәк һүҙҙәр эҙләмәне, ғәҙәти һүҙҙәрҙең ғәҙәти булмаған матурлығын аса, уны яңыса балҡыта, бер уҡыуҙа онотмаҫлыҡ итеп нурландыра белде. Хәҙер бик матур исемдәр араһында Ләйсәндәр, Айгөлдәр күп икән, уларҙың йыш ҡабатланыуында Мостай Кәримдең “Ләйсән” шиғыры, “Айгөл иле” драмаһы ла һәйбәт сәбәпсе булғандыр. Әҙип әҫәрҙәрендәге милли һыҙаттар тураһында һөйләгәндә мин иң элек уның халыҡсан фекерләүен, телгә айырыуса иғтибарлы булыуын, ябай һәм тапҡыр стилен, артыҡ һүҙгә урын бирмәүен әйтер инем. Юҡҡамы ни уның мәргән юлдарын кешеләр йыш ҡабатлай. Мостай Кәрим әҫәрҙәре тәржемәләр аша күп милләт уҡыусыларына барып етте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, руссаға әйләндергәндә, уның тел байлығын һаҡлауы ҡыйын йә бөтөнләй мөмкин түгел.
Аҡыл эйәһенең әйткән һүҙе йыш ҡына ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итерлек көскә әйләнә. Башҡортостан яҙмышындағы бик буталсыҡ мәлдәр килеп тыуғанда Мостай Кәримдең сығышы күптәрҙең икеләнеүҙәрен бөтөрҙө, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул ителде. Халыҡ шағиры халыҡҡа кәрәк һүҙҙе кәрәк ваҡытта таба белде.
Мостай Кәрим – бөтә ғүмерен Башҡортостанға арнаған шәхес, тарих битенән юйылмаҫ әҫәрҙәр ҡалдырған ижадсы. Беҙҙә хеҙмәтенә күрә хөрмәте тип бик дөрөҫ әйтәләр. “Мостай Кәрим энциклопедияһы” халыҡ шағирының хеҙмәтенә халыҡтың лайыҡлы хөрмәте буласаҡ.
Һүҙемде Дағстандан башлағайным, тағы ла “Аҡ торналар” фестиваленә әйләнеп ҡайтайым. Ундағы байрамға тағы ла бер бүләк – “Я – россиянин” тигән бик бай йөкмәткеле китап алып барғайным. 2007 йылда үҙебеҙҙә донъя күргән был үҙенсәлекле баҫма Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙары менән асыла. Давид Кугультинов, Ҡайсын Кулиев әҫәрҙәренән һуң Мостай Кәрим шиғырҙары менән тамамлана. Улар иҫән саҡтарында ла бергә булды, шиғриәт күгендә һәр саҡ сағыу йондоҙлоҡ булып ҡаласаҡ.
Дағстан Яҙыусылар союзындағы “түңәрәк өҫтәл”дәге фекер алышыуҙа сығыш яһағанда дағстан дуҫтарыма “Я – россиянин” китабын бүләк иттем һәм һүҙем аҙағында йыйынтыҡтың иң һуңғы битендә баҫылған Мостай Кәримдең ошо шиғырын русса тәржемәлә уҡыным:
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут һәм һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.
Хәҙерге ҡыйралыштар заманында Мостай ағайҙың был өмөттәрен аҡлауы, ерҙе имен көйө һаҡлауы еңел түгел. Ләкин аҡларға, һаҡларға кәрәк.
Мостай Кәрим
ХыялКүтәрелдем бейек түбәләргә,
Сәләм бирҙе миңә шаңдауҙар.
Тауға ҡарап, тау булаһым килде.
Ах, хыялым минең — шул тауҙар.
Диңгеҙ кистем. Тулҡындар, һеҙ ниңә
Йөрәгемә бәреп индегеҙ?
Индегеҙ ҙә ҡабат тынманығыҙ.
Ах, хыялым хәҙер — шул диңгеҙ.
Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең,
Тик һаман һин – минең хыялым.
***
Тәбиғәттә шундай миҙгел бар:
Ел тынғас та, япраҡ тирбәлә,
Ҡояш бата тауҙар артына,
Нуры бүленеп ҡала түбәлә.
Тәбиғәттең шундай миҙгелен
Күрһә ине минең йылдарым:
Мин киткәндә, берәй быуатҡа
Бүленеп ҡалһа ине йырҙарым.
***
Утыҙ көн һинһеҙ мин, утыҙ төн,
Утыҙ тәүлек, тимәк.
Әйтерһең дә, утыҙ даръя кистем
Бер-береһенән киңерәк.
Гүйә, утыҙ тауға мендем мин
Бер-береһенән бейек,
Утыҙ таң ҡаршыланым, утыҙ туңып,
Утыҙ ҡабат көйөп.
Утыҙ шигем, утыҙ өмөтөм,
Утыҙ уйым — бер һин.
Минең кеүек һөйгән кешеләргә
Сабырлыҡтар бирһен.
***
Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.
Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.
Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман да шылтыр-шылтыр...
Күрәһең, инде йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.
***
Батыр күрһәм, шул батырлыҡ тигән
Тауға менгем килде;
Дан ҡапҡаһы күрһәм, шул ҡапҡаны
Шаҡып ингем килде.
Ҡош һайраһа, ошо моңло ҡоштоң
Йәне булғым килде;
Илдәге бер иң сибәрҙең һөйгән
Йәре булғым килде.
...Өсөнсө ай инде ямғырҙар юҡ,
Иҫә афәт еле.
Ерем көйә. тик бер генә яуыр
Ямғыр булһам ине.
***
Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын,
Өшөгәндә — уттың йылы йомартлығын;
Ҡара төндә онотторҙоң ай хаҡында,
Зәһәр ҡышта онотторҙоң май хаҡында;
Эш өҫтөндә һин бит мине ялһыҙ иттең,
Өмөтөмдөң диңгеҙҙәрен ярһыҙ иттең;
Тик үҙеңде күҙ асып күҙ йомғансы ла
Онотмаҫҡа мәжбүр иттең —
бер тамсы ла.
***
Мәңгелек улы — ҡояш гел янһа ла,
Ҡырҡ эшем ҡырылып ятып ҡалһа ла,
Һуғыр аҡтыҡҡы сәғәтем бер заман,
Һәм мин китеп тә барырмын донъянан.
Яҡтырыр һаман хәүефһеҙ был йыһан,
Ҡуҙғалмаҫ хатта ерҙәге бер туҙан.
Һуңғы юлға дуҫтар алып китерҙәр,
О, мин наҙлы, күтәреп үк илтерҙәр.
Күтәрһендәр! Тау хәтле йөктәрҙе
Тере саҡта эһ тә итмәй күтәрҙем.
Ергә киске эңер төшөп килгәндә,
Дуҫтар ҡайтып ултырырҙар бүлмәмдә.
Ҡараңғыла, һөртмәйенсә күҙ йәшен,
Берәү шул саҡ тыныс ҡына өндәшер:
— Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды —
Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...
Рауил Бикбаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.