Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнкиҫәк” – сәхнәгә йәнә бер биҙәк
“Йәнкиҫәк” – сәхнәгә йәнә бер биҙәк
­­Күптән түгел Сибай башҡорт дәүләт драма театрында яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың хикәйәһе буйынса йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнә­ләштергән “Йәнкиҫәк” драмаһы ҡу­йыл­ды. Ул тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Башҡорт сәхнә­һендә үҙ тауышы, үҙенә генә хас алымдары, йәштәрсә ҡарашы булған йәш, дәртле режиссерҙың барлыҡҡа киле­үен күрһәтте был премьера. Әйткән­дәй, был Илсур Ҡаҙаҡбаевтың тәүге ижад емеше түгел, әммә уның тап Сибай театрында режиссер булараҡ эшләүе беренсе тапҡыр.


Билдәле яҙыусы Тимерғәле Килмөхә­мәтов­тың драматургияға аяҡ баҫыуы уңышлы булды. Был жанр тураһында күп ғилми хеҙмәт яҙған ғалимдың үҙен “һыуҙа йөҙгән балыҡтай” тойоуы тәбиғи. Ләкин әҫәр ни тиклем юғары кимәлдә яҙылмаһын, уны сәхнәгә сығарыуға, тәрән образдар тыуҙырыуға барыбер режиссер күп көс түгә.
Илсур Ҡаҙаҡбаев, йәш булыуына ҡара­маҫтан, бөгөнгө заманда ғына түгел, ә тотош быуын өсөн ҙур проблемаға әйлән­гән яңғыҙ әсәләр образын аса алды. Атайһыҙ бала тапҡан әсәне йәмғиәт ҡабул итмәй, уға “уйнашсы”, балаға “тыума” мөһөрө таҡһа, әҫәрҙә шундай яуаплы аҙымға барып, бар ауырлыҡты сабыр үткәргән, кәмһетеүҙәр алдында балаһын ҡурсалап, уны яҡлаған һәм кеше иткән бөйөк Әсә образы тыуҙырыла.
Тамаша йәш ҡыҙҙың көндәлек ығы-зығы ­­араһында ҡайҙа бәрелергә белмәй, кемделер эҙләүенән башланып китә. Ауылдаш табип Вадим ағаһына атылып кереп, серен сисә: “Ауырлымын. Егетем икенсегә өйләнә. Баланан ҡотолорға ярҙам ит, ағай!” – тип күҙ йәштәренә быуыла. Әлбит­тә, Вадим (Вадим Ғилманов) Алһыуҙың (Залина Сөләймәнова) хәлен аңлай, әммә ашыҡмаҫҡа кәңәш биреп, Йыһан өләсәһенең яҙмышын һөйләй.
Артабан әҫәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына алып китә. Ирҙәр һуғышта булғас, барлыҡ көс ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Ауылда йә сулаҡ, йә аҡһаҡ, йә һуҡыр, йә һаңғырау ир-ат ҡына ҡала. Ҡатын-ҡыҙ күңеле ниндәй генә осраҡта ла наҙ һәм һөйөүгә мохтаж. Бер аяғы сатан Миң­йыһандың да (Залина Сөләймәнова) бала һөйгөһө килә. Хоҙайҙан көн-төн тик ошо хаҡта теләй, әсә булыуын һорай. Колхозға ураҡ эштәрендә ярҙам итеү өсөн һуғышта яраланған яугир Сабит (Вадим Ғилманов) ҡайта. Бөркөт ҡарашлы, имәндәй ныҡ, әзмәүерҙәй кәүҙәле Сабитҡа ярҙамсы итеп сатан Миңйыһанды ҡуялар. Ауылдан сит­тә, баҫыу өҫтөндә ҡуна ҡалған комбайн­сының тамағын хәстәрләй, ярҙам итә. Һәр кис әсә булырға хыялланған ҡыҙ ир янына барырға йыйына. Бер нисә тапҡыр Сабит янына барып, үҙенең үтенесен белдерә: “Бер тапҡыр ғына мине ярат”, – тип инәлә. Бар донъяны ҡараңғылатып, йәшенле ямғыр яуған төндә уның хыялы тормошҡа аша. Миңйыһан әсә була...
“Йәнкиҫәк” – сәхнәгә йәнә бер биҙәкАртабан әҫәрҙә хәлдәрҙең нисек барыуын тамашасы үҙе ҡарап, уҡыусы уҡып танышыр. Үрҙә яҙып үтеүемсә, Илсур Юлай улының Сибай театрына биҙәк булырлыҡ байтаҡ табышы бар, тигәйнем. Берен­сенән, ул быуындар бәйләнешен дауам иткән геройҙарҙы (Вадим, йәш Сабит һәм Санъяр), (Алһыу, Миңйыһан) бер артистан уйнатыуы менән отҡан. Мәҫәлән, төп геройҙы уйнаған йәш актриса Залина Сөләймәнованы тамашасы бар тулы­лығында аса алды. Йәш елбәҙәк Алһыу менән бер рәттән сатан Миңйыһандың ауыр яҙмышлы образын тыуҙыра алды ул. Был йәһәттән режиссер төп ролгә уны һайлап яңылышмаған, киреһенсә, йәш артисҡа һәр нескә заттың күңел ҡыл­дарына ҡағылып уйландырған хисте тор­мошҡа ашырырға, атайһыҙ бала тапҡан ҡыҙ йөҙөндә меңдәрсә ҡатындың образын кәүҙәләндереүгә ярҙам иткән. Ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ Әсә булыуы менән бәхетле: ауыр һуғыш йылдарында ла, бөгөнгө заманда ла. Иң мөһиме – ысын кеше тәрбиәләһен, илгә кәрәкле шәхес үҫтер­һен.
Режиссерҙың маһирлығы күмәк сәхнәне оҫта ҡуллана алыуында ла сағыла. Һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙҙың ауыр хеҙмәте, “тыума” баланы ауыл малайҙарының нисек ҡы­йыр­һытыуы, уйнаштан тапҡан ҡа­тынды нисек рәнйетеүҙәре һәм башҡа күренештәр күңелгә үтеп инә. Илсур Ҡаҙаҡ­баевтың йәнә бер матур алымы – әҫәрҙе хореографик элементтар аша байытыуы. Был күренештәрҙе лә режиссер үҙе ҡуйған, бер ҙә ситтән балетмейстер саҡырып тормаған. Яңыса алымдар, спек­таклдә яңғыраған йырҙарҙың уңышлы һайланыуы (Г. Ҡотоева, З. Бураҡаева һүҙҙә­ренә яҙылған), декорацияларҙың һәр осор өсөн махсус эшләнеүе лә әҫәрҙе юғары кимәлдә сәхнәләштереүгә булыш­лыҡ итмәй ҡалмаған. Иң мөһиме – йәш режиссерҙың йөрәгендә сәм, ижади ҡомар, ныҡышмалылыҡ бар.
Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәгән композитор Илшат Яхин һәм рәссам Айнур Юнысбаевҡа ла ҙур рәхмәтле тамашасы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 684

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 063

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 585

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 782

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 610

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 463

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 515

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 423

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 678

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 578