Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәрендә — халыҡ яҙмышы
Әҫәрҙәрендә —  халыҡ яҙмышы
Тирә-яҡҡа һоҡланып, яй ғына Салауат Юлаев һәйкәле яғына китеп барам. Ҡаршыма килгән сал сәсле, ыҫпай кейенгән ағай:
Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре — Әнисә,
Тыуған яғың һағындыңмы,
Һағынған елдәр иҫә, —
тип шаяртып көлөп алды. Ул – Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов —Башҡортостандың арҙаҡлы яҙыусыһы, ғалим, профессор, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.


Уны атайымдың фронтташы булараҡ та яҡшы беләм. Өйҙәрендә йыш булам. Ҡыҙы Фәриҙә менән бик дуҫ инек. Яҙыусының гәзит-журналда баҫылып торған яңынан-яңы әҫәрҙәрен уҡып барам.
“Халыҡсанлыҡ” — ҙур төшөнсә, улай тип кенә лә әйтеп булмайҙыр әле. “Илаһиәт” тиергә кәрәктер. Әгәр шулай икән, Ер менән Һауанан барлыҡҡа килгән кеше образы әҙәби әҫәрҙә халыҡтың эске донъяһы, рухи һәләте, эстетик идеалы, фекер йөрөтөү заңы, психологик нескәлеге, тормош-көнкүреше, йәшәү рәүеше, аң-аҡылы, хис-тойғоһо менән бәйләп ҡаралырға тейеш.
Суфиян Шәмсетдин улының ижады ла бай, тәрән фекерле. Йөкмәткене ярып һалған эпиграфтар, бик күп синоним һүҙҙәр, мәҡәлдәр ҡулланыуы, тарихи-документаль факттарға таянып эш итеүе уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, уның рухи донъяһын яңырта. Яҙыусының әҫәрҙәрендә саф мөхәббәт, тоғролоҡ темалары ҙур урын биләй.
Ғалим, академик, хеҙмәт геройы, революционер Ғәлимйән Ибраһимов тураһындағы трилогия-эпопея — “Ут эсендәге мөхәббәт” әҫәре — был һүҙҙәргә дәлил. Хәсәнә абыстайҙың Ғирфан муллаға (иренә) булған ихтирамы, тоғролоғо, саф мөхәббәте, күрше-күләнгә иғтибарлылығы, яҡшылығы, һәр саҡ ярҙам итергә тырышыуы — үҙе ҙур тәрбиә.
Суфиян Шәмсетдин улы — ябай, сабыр холоҡло кеше. Пьесаларын, комедияларын уҡыһаң иһә шаян икәнлеген дә күрәһең. Уның “Кәрлә йондоҙ” комедияһы, “Туй бүләге” дра­маһы донъя күрҙе (А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйҙы).
Яҙыусының шиғырҙары ла бик күп. Шуларҙың береһе, йөрәк өҙгөсө “Ҡыҙым Фәриҙәгә” тип атала. Иң яҡын, ғәзиз кешеһе, таянысы кинәт вафат булғас, төндәрен йоҡлай алмай, ошо шиғырҙы яҙған ул.
Ағай һәр ваҡыт эш өҫтөндә, халыҡ араһында, университетта студенттар уҡыта, фән кандидаттары әҙерләй. Профессор-консультант булараҡ та ярҙам итә. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, донъя­ның әсеһен-сөсөһөн татып, ауылдаштары, дуҫ-иштәре менән бер телемде уртаҡлашып йә­шәргә тура килгән уға. Шуға ла һәр кемгә күңеле асыҡ.
1942 йылда 18 йәшлек егетте һуғышҡа оҙаталар.
Ауылда ауырыу әсәһе менән апаһы тороп ҡала. Суфиян ағай өсөн иң ауыры, иң ҡыйыны — әсәһенең уны һуғыштан көтөп ала алмауы. С. Поварисов, Алкинда командирҙар әҙерләү курсында уҡып, башҡорт полкында миномет расчеты командиры була. Курск дуғаһындағы утлы яуҙарҙа дошманға ҡаршы алыша, күп батырлыҡтар күрһәтә. Суфиян ағай был турала үҙенең “Яҙмыш ҡорбандары” романында бәйән итә. Яугир тағы ла бик күп ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
Үҙе ут эсендә ҡайнап, һуғыштың ауыр­лыҡтарын үҙ иңендә татығанға ла, был тема ижадында сағыштырмаса ҙур урын алып тора. Ауыл малайының ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығып, профессор дәрәжәһенә күтәрелеүе, халыҡтың яратҡан яҙыусыһы кимәленә етеүе уның тырышлығы, халҡын һөйөүе тураһында һөйләй.
Суфиян ағайға 90 йәш тулды. Ул һаман да эш өҫтөндә — сираттағы романын яҙып бөтөрөп килә. Таң ҡалырлыҡ, һоҡланып үрнәк алырлыҡ талантлы кеше ул!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780