Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илһам бөркөлгән ерҙә
Илһам бөркөлгән ерҙәЙәмле Ағиҙел буйҙары… Офоҡта байыған ҡояштың алһыу нурҙары, көмөшләнеп емелдәгән һыу өҫтө. Халҡыбыҙ яҙмышына төшкән күп ваҡиғаларҙың шаһиты булған йылға буйында өйкөм-өйкөм ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, емеш-еләккә йомарт туғайлыҡтар. Ниндәй күркәм күренеш!
Йәннәткә тиң бындай урында үҙеңдән-үҙең моңланып ебәргәнеңде лә һиҙмәй ҡалаһыңдыр. Ә бәғзеләр күңелендә тулышҡан уй-хистәрҙе ҡағыҙ битенә төшөрөргә ынтылыр, моғайын. Күренекле рәссам, рухиәт һәм нәфислек өлгөһөнә әүерелгән Михаил Нестеровтың “Ағиҙел” тигән картинаһын ҡарағанда шундай уйҙар килә.
Йәки бына “Аксаковтың тыуған ере” тип исемләнгән картинаһы. Нәҡ шундай илаһи тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫкән кеше нисек итеп ҡәләмгә тотонмаһын да, күңеле ижадҡа тартылмаһын. Шул тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, иҫе китеп ҡарап, тыуған төйәгенә мөхәббәте урғылып торған рәссамды ла күрәһең бында. Юҡҡа ғынамы автор: “Рәссамдар өсөн Урал -– икһеҙ-сикһеҙ хазина сығанағы”, – тимәгәндер.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — республикабыҙ ғына түгел, бәлки, Рәсәй халыҡтары өсөн дә иң изге урындарҙың береһелер. Был илаһи йорттоң ишеген ашатлап үтеү менән, әйтерһең, ваҡыт туҡтай һәм бында һаҡланған әйберҙәр үткәндәр тураһында һөйләүгә күсә.
Михаил Нестеров 1862 йылда Өфө ҡалаһында тыуа. Шуға ла уның ижады һәм эшмәкәрлеге Башҡортостаныбыҙ менән тығыҙ бәйләнгән. Рәссам булып танылғас та, үҙе үҫкән шаулы, күңелле бала саҡ, йәшлек эҙҙәре ҡалған төйәген онотмай. Өфөгә йыш ҡайта. Йәмле Ағиҙел буйҙарына сығып, тәбиғәт күркәмлегенә әҫәрләнә. Талант әһеленең бихисап әҫәрҙәре бында яҙыла. Һынлы сәнғәттең халыҡ күңелендә эстетик зауыҡ, тирә-йүнгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын яҡшы аңлаған бөйөк рәссам тыуған ҡалаһында картиналар галереяһы булдырыу хыялы менән янып йәшәй. Һәм, ниһайәт, 1913 йылда оҫтаның ниәте бойомға аша: мәшһүр рәссамдарҙың 102 әҫәрен Өфөгә бүләк итә, шуларҙың 30-ы — үҙенеке. Ошо тәүге йыйылмалар 1919 йылда барлыҡҡа килгән Башҡорт дәүләт художество музейының нигеҙен тәшкил итә лә инде.
Күренекле рәссам оҙайлы ғүмер кисереп, 1942 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Ул һуңғы көндәренәсә илһамланып ижад итә. 1954 йылда музейға М.В. Нестеров исеме бирелә.
Илһам бөркөлгән ерҙәТарих менән бөгөнгөнө бәйләп тороусы музей бына нисәнсе быуын кешеләре күңеленә матурлыҡ һәм нәфислек орлоҡтары сәсә. Бында килеүселәрҙе ул үҙенең бай коллекция өлгөләре менән йәлеп итә — бөтәһе 11 меңдән ашыу ҡомартҡы тупланған. Бында Рәсәй, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш илдәренең, башҡорт һынлы сәнғәт маһирҙарының ижад емештәре менән танышырға мөмкин. Сит илдәрҙән килеүселәр уның байлығына һоҡланып бөтә алмай.
– Халыҡ эркелеп йөрөй, – ти музей директоры, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Фәйзрахман Исмәғилев. – Яңыраҡ ҡыҙыҡ ҡына хәл булды. Күренекле рәссам Марк Захарович Шагалдың күргәҙмәһен ойоштороусыларҙы үҙебеҙгә саҡырғайныҡ: “Юҡ, килмәйбеҙ, – тиҙәр. – Хәҙер халыҡ күргәҙмә тип атлығып тормай, Ҡазанда булғайныҡ, ойоштороу өсөн киткән сығымдарҙы ла ҡаплата алманыҡ”. “Ә беҙҙә йөрөйҙәр”, – тим. Күргәҙмә, ысынлап та, уңышлы барҙы. Ҡунаҡтар көн дә балаларҙың, йәштәрҙең, өлкәндәрҙең дә күпләп тамаша ҡылыуына ғәжәп итте. “Күпме йөрөйбөҙ, бындай төбәкте тәүге күреүебеҙ”, — тинеләр.
– Был, әлбиттә, мәҙәни, рухи байлыҡ аша халыҡты тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт биреүҙән киләлер, – тип һүҙен дауам итә Ф. Исмәғилев. – Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов бер нисә тапҡыр булды. Республика етәкселегенең ярҙамы менән фәһемле саралар йыш үткәрелә. Күптән түгел генә 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған күргәҙмә, конкурс ойошторолдо.
Тик бына ауыл уҡыусылары һирәк килә, тип борсола етәксе. “Хәҙер күпселек мәктәптәрҙең автобустары бар, уҡытыусылар балаларҙы алып килеп, рухи ҡомартҡыларыбыҙ менән танышып ҡайтһалар, һәйбәт булыр ине” — ти ул.
Быйыл шөһрәтле рәссамдың тыуыуына 150 йыл тула. Тантана бөтә ил күләмендә билдәләнәсәк, әле уға ҙур әҙерлек эштәре бара. Санкт-Петербургтағы Урыҫ дәүләт музейында, һуңынан Мәскәүҙә Третьяков галереяһында бөйөк шәхестең бөтә һүрәттәренән күргәҙмә ойоштороласаҡ. Әлбиттә, һынлы сәнғәт әһеленең тыуған ҡалаһы булараҡ, Өфөлә лә ҙур саралар көтөлә. Был хаҡта республикабыҙ Президентының махсус ҡарары ла ҡабул ителде.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының илебеҙ һәм республикабыҙ мәҙәниәтендә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Рәссамдар өсөн ул – ысын оҫталыҡ мәктәбе, ә тамаша ҡылыусылар өсөн – икһеҙ-сикһеҙ илһам һәм тәрбиә сығанағы.
Венер ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779