Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаман да алғы сафта
Һаман да алғы сафта
Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Бикҡол – башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шағир. Уның барлыҡ тормош һәм ижад юлы илебеҙ тарихының данлы ла, көсөргәнешле лә булған бер осоро менән бәйле. Донъялағы ҡеүәтле совет иле, уның батыр халҡы социализм төҙөү, коммунистик йәмғиәт нигеҙҙәрен һалыу идеялары менән янып йәшәй. Ул осорҙа яңынан-яңы завод-фабрикалар төҙөлә, ауыл-ҡалалар үҫешә, милләттәр араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре нығый, бар ерҙә героик хеҙмәт шауы тантана итә.

Шәриф Бикҡол да шул заман рухында тәрбиәләнә. Илебеҙ, халҡыбыҙ кисергән барлыҡ һынауҙар әсеһен ул да татый, еңеүҙәр, уңыштар ҡыуанысын ул да кисерә. Шул осор теле менән әйткәндә, шағир актив гражданлыҡ позицияһы алып бара. Әҙиптең ижадын тикшереүселәр Шәриф Бикҡол исеме алдынан яугир-шағир, шағир-гражданин, комсомол шағиры, йырсы шағир, балалар яҙыусыһы тигән билдәләмәләрҙе юҡҡа ғына ҡуймайҙыр. Шағирҙың барлыҡ ижад гәүһәрҙәре үҙҙәре үк ошо хаҡта әйтеп тора. 1957 йылда яҙылған бер шиғырында түбәндәге юлдар бар:

Тоҡомом –
бәһлеүән ише,
сынығып үҫкән Тоҡом;
Иле өсөн
йән аямай,
ут аша үткән Тоҡом!
Үлемде
Йөрәге менән
томалап ҡуйған Тоҡом!
…Исемен
Дан һәйкәленә
мәңгегә уйған Тоҡом!

Шағир бер үҙе исеменән генә түгел, барлыҡ замандаштары ҡарашынан сығып фекер йөрөтә, үҙ иңенә төшкән ниндәй генә яҙмыш булмаһын, һыҡранмайынса, лайыҡлы ҡабул иткән быуынға һоҡланып, шуның бер вәкиле булыуы менән сикһеҙ ғорурлана.
Шағир күңелендә һөйөү, мөхәббәт хистәре ташып тора. Нәҡ ана шул тойғолар ауырлыҡтарҙы еңергә, йәшәү юлының йүнәлештәрен билдәләргә көс бирә. Үткән эшкә салауат тип, тынысланып ҡына ҡуйыу яғында түгел лирик герой. Ул уҙғандарҙан һабаҡ алырға, бүтән ғәрәсәттәргә юл ҡуймаҫҡа тигән фекер үткәрә. Тик ҡот осҡос һуғыштар шаңдауын тиҙ генә иҫтән сығарып булмауы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә лә шағирҙың әҫәрҙәрендә яу яландарында ятып ҡалған улдарын көткән әсәләр, ирҙәренең үлеменә һис ышанмаған, бына-бына ҡайтыр тип көтөп, төштәрендә күреп йыуанған, ғүмерлеккә тол ҡалған ҡатындар, етем ҡалып, атай ҡурсалауын татый алмай үҫкән балалар образдарының урын алыуы тиктән генә түгел (“Әсә зары”, “Тол ҡатындар төшө”, “Күпме йылдар үтте”, “Һәйкәлдәргә илткән һуҡмаҡтар”).
Яу йылдарын үткән Шәриф Бикҡолдар быуыны тыныс хеҙмәттә лә һынатмай. Улар һәр ваҡыт үҙендә яуаплылыҡ тоя, ил, халыҡ хәстәре менән янып йәшәй.
Һынатмаҫҡа ине,
яуҙаш дуҫым,
ғүмер яҙы еткән
саҡтарҙа.
Һалдат булып,
ер зыңҡыта баҫып,
барһаҡ ине
алғы сафтарҙа, –

тигән тойғо шағирҙың үҙенең дә йәшәү асылын билдәләй. Ижад һәм хеҙмәт ғүмере буйы шағирҙың айырылғыһыҙ юлдашы булды. Ниндәй генә вазифалар үтәмәһен, һалдаттарса теүәллек һис ҡасан да уны ташламаны. “Пионер” (“Аманат”) журналында, “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзитендә мөхәррир йөгөн тартҡанда ла, Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы урында эшләгәндә лә үҙ асылына тоғро ҡалды. Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтен үҫтереүҙә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Мәктәп сәхнәләре өсөн ижад ителгән кескәй пьесалары уҡыусылар тарафынан сәхнәләштерелде, шиғри әҫәрҙәре яратып уҡылды. “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” әҫәре менән шағир опера сәнғәтен байытыуға булышлыҡ итте. Ә инде бихисап йырҙары халыҡтың күңеленә үтеп инеп, мәңгегә сыҡмаҫҡа урын алды.
“Табанымда ерем йылыһы”, “Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” кеүек поэмалары бөгөн дә бәҫен юғалтмай, үткән заманда намыҫлы хеҙмәте менән ил, халыҡ яҙмышын үҙ иңендә күтәргән өлкән быуындың килер быуындарға тәрбиә өлгөһө булып хеҙмәт итә. “Әле йәшәйбеҙ икән” романы менән Шәриф Бикҡол проза жанры үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе. Ошо рәүешле, ул әҙәбиәт тарихында төрлө йүнәлештә эшләгән ижадсы булараҡ лайыҡлы урын алды.
Шәриф Бикҡол – донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған аҡһаҡал булып әле лә ижады аша хәтеребеҙ түрендә йәшәй. Уның әҫәрҙәре бөгөнгө уҡыусы өсөн дә ҡиммәт.
Эй һин, бәндәм,
шатлыҡ килһә,
хаттин ашма,
зәһәрләнмә, ҡайғы баҫһа,
сабырлы бул,
яҙмышыңды ҡәһәрләмә, –

тип әйтә икән, килешмәү мөмкин түгел. Алтын, кире ҡаҡҡыһыҙ һүҙҙәр, тормошсан фекерҙәр. Йәки:
Донъяларҙа
әҙәм балаһына
яңғыҙлыҡтан ҡаза юҡ! –
тигән юлдарҙа ла тәрән мәғәнә ята. Ошондай тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы уйланыуҙары шағирҙың парсаларында ла урын ала.
Иҫтә тот шуны иң алда –
булма бер ҡатлы йүләр:
шаҡшыға итһәң
яҡшылыҡ,
яуызлыҡ менән түләр, –
тиһә бер мәлдә, икенсе бер осраҡта:
Мин белгәнде һин дә бел,
Хоҙайым –
сер ҡалмаһын беҙҙең арала:
асыҡ дошмандарҙан
ыжлаған юҡ,
һатлыҡ әшнәләрҙән
арала, –
тип иҫкәртә әҙип.
Халҡыбыҙҙың борондан килгән аҡыл ҡаҙнаһын Шәриф Бикҡол ана шулай байытты, тәрәнәйтте, үҫтерҙе. Ошоноң менән ҡиммәт тә уның ижади мираҫы.
Шағир үҙе фани донъяларҙа булмаһа ла, йырҙары эфир тулҡындарында яңғырай, шиғырҙары, поэмалары халҡы күңелендә йәшәй. Шағирҙар исеме, уларҙың иҫтәлеге – мәңгелек! Шәриф Бикҡол да һаман тормоштоң алғы сафында бара һымаҡ…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780