Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадында — бөйөк рәссам, ирке өсөн — яугир уҙаман
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнгән Хәсән Назарҙың үҙе лә, һүҙе лә һәр ваҡыт күҙ уңында булды. Мостай Кәрим, Әхиәр Хәким, Нәжиб Асанбаев, Ғәзим Шафиҡов уның ижадына баһалы, төплө һүҙ әйтте. Һанай китһәң, байтаҡ улар. Хатта шағир ижадына арналған мәҡәләләр үҙе бер йыйынтыҡ булырлыҡ.
Әҫәрҙәре республикабыҙҙың уҡыу йорттарында өйрәнелгән, урыҫ, татар, төрөк, авар, ҡалмыҡ телдәренә тәржемә ителгән шағир, тәнҡитсе, публицист, әҙәби ижадта, халыҡ менән осрашыуҙарҙа ҡайнап йәшәгән йәмәғәт эшмәкәре Хәсән Назар шәхесенә, ижадына ҡағылышлы фекерҙәрҙе төрлө мәҡәләләрҙән күпләп килтереп булыр ине. Уларҙың ҡайһы берҙәре генә лә төп асылды төҫмөрләтер тигән уйҙабыҙ.

* * *

Хәсән Назаров хаҡында һөйләгәндә, ирекһеҙҙән уның ҡәләмдәшен, шул уҡ һалдат юлын үткән Рәшит Назаровты иҫкә төшөрәһең. Фамилиялары менән аҙаш булһалар ҙа, бер-береһенән улар бөтөнләй айырылып торған икеһе ике характер. Хатта уларҙы шиғриәттәге бер-береһенә ҡапма-ҡаршы торған антиподтар итеп тә ҡарарға булыр ине.
Әйтәйек, тегеһе — Рәшите — ярһыу, ә быныһы сабырыраҡ тәбиғәтле. Тегеһе киң ҡоласлы образдар менән уйлаһа, быныһы тормош һәм тәбиғәттең бик ваҡ деталдәренә лә ентекләп ҡарай белә. Әйтерһең, береһенең ҡулында — телескоп, икенсеһенекендә — микроскоп. Тегеһе бер аҙ ҡырыҫыраҡ булһа, быныһы баҫалҡыраҡ. Рәшит ярһыу тойғоло, хатта космик образлы романтик булһа, Хәсән эске кисерештәр менән тулы сабыр моңло шағир — нескә лирик. Тәүгеһе шиғыр структураһын ҡороуҙа эре, сағыу мозаика менән эш итһә, баҙлап торған төҫтәр яратһа, икенсеһе йомшаҡ, яғымлы акварель менән эш итә, ярым күләгәле, береһенән икенсеһенә талғын ғына, һиҙҙермәй генә күскән төҫтәрҙе үҙ итә. Бөтә шиғыр туҡымаһында Рәшиттәге мажор урынына быныһында минор ноталары өҫтөнлөк ала. Быларҙың ҡайһыһы яҡшыраҡ һуң? Минеңсә, икеһе лә яҡшы — имәне лә, ҡайыны ла!..
Рәми ҒАРИПОВ.


* * *

Хәсән Назар: “Ғәмәлдә мин бер китапты яҙам... Ул китап — яҙмыш китабы”, — тине. Был һүҙҙәр донъя шағирҙарының йәшәү мәғәнәһен бик тапҡыр асып һалыу менән бергә, улар ерҙә ғүмер иткән һәр кемгә лә ҡағыла (китап уҡымағандар ҙа үҙҙәренең яҙмыш телевизорын ҡарамай, яҙмыш радиоһын тыңламай, ә үҙҙәренең яҙмыш китаптарын яҙа).
Яҙмыш китабын яҙам... Был һүҙҙәр быға тиклем берәйһе тарафынан әйтелгәндерме, юҡтырмы, ул хаҡта, бәлки, мин генә белмәйемдер, әгәр ҙә башҡалар тарафынан әйтелмәгән булһа, улар фәҡәт Хәсән Назарҙыҡы ғына булып ҡалһа, ул яңы бер табыш һәм шағирҙың булмышын, уның һынын күҙ алдына баҫтырған һүҙ булып ҡаласаҡ.
Назар НӘЖМИ.


* * *

Хәсән Назар шиғриәттең нескә серҙәрен, айышын тәрән төшөнөп, үҙ-үҙенә лә, ҡәләмдәштәре ижадына ла юғары идея-эстетик кимәлдә талапсан ҡарай. “Талант иң тәү — үҙеңә аяуһыҙлыҡ”, — ти ул. Поэзия хаҡындағы ялҡынлы мәҡәләләре, публицистикаһы, башҡорт журналистикаһындағы хеҙмәте менән дә ҡәләмдәштәренә үрнәк булырлыҡ аҡыл эйәһе, һүҙ оҫтаһы ул.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.


* * *

Халыҡсанлыҡ һәм ябай камиллыҡ, милләтебеҙҙең йәшәү һәм фекерләү рәүеше менән тәбиғи бәйләнеш Хәсән Назарҙың тәүге китабындағы шиғырҙарынан уҡ мәғлүм. Бөгөн ил ағаһы дәрәжәһендәге шағир ижадында был сифаттар эҙмә-эҙлекле үҫтерелә. Хәсән Назар үҙенең моңдаш, рухташ уҡытыусыларын йәштән үк һәм ғүмерлеккә билдәләгән. Уның заңы ла, сазы ла остаздарының ижади тәбиғәте менән ауаздаш. Шағир классик традицияларға тоғро ҡала. Илһам шишмәһенең башы башҡорт халыҡ ижадының хазиналарына барып тоташа. Образлы шиғри һүҙгә өлгәшеү юлында ул башҡа милләттәрҙең бөйөк шағирҙарының ижади мәктәптәренән дә өйрәнә. Бик кәрәкле тәржемә эшенә үҙенең тос өлөшөн индерә.
Рауил БИКБАЕВ.


* * *

Йылдар үтеү менән заман һелкәүесе, заман иләге матур ҡағыҙҙарҙан ҡалын-ҡалын китап итеп сығарылған шиғырҙарҙы һелккеләр, иләр. Кәбәктәр һелкәүестән осоп китеп, ваҡтары иләктән аҫҡа төшөр, ә ысын, таҙа бөртөктәре ҡалыр. Хәсән Назар яҙған күп шиғырҙар һелкәүестән осмаҫ, иләктән төшмәҫ, бер заман башҡорт шиғриәтен йыйып барлағанда үҙ урынын алыр һәм күңелде биләп торор. Быныһын да ихлас һәм инанып әйтәм!
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.


* * *

Рухи шәжәрәһе, ҡан шәжәрәһе менән тыуған еренә, туған халҡына тамырланһа ла, Хәсән Назар өсөн милли сикләнгәнлек юҡ. Салауат, Мөхәмәтша Буранғолов, Бабич, Мостай, Бикбай, Рәми, Нәжми... Йәмғеһе егермеләп башҡорт әҙибе менән ҡатар шағир ижадында Шекспир, Гете, Ғамзатов, Есенин, Некрасов, Шолохов, Твардовский, Хәсән Туфан, Муса Йәлил, Ғабдулла Туҡайҙар йәшәй. Шулай, сөнки үҙ әсәһен өҙөлөп яратҡан кеше, ҡағиҙә булараҡ, һәр ваҡыт күршеһенең дә, күрше булмаған башҡаларҙың да әсәләрен оло ихтирам менән хөрмәт итеү һәләтенә эйә. Был китапта, мәҫәлән, Пушкин исеме генә лә тиҫтәнән ашыу мәртәбә иҫкә алына. Юҡ, автор һис кенә лә был исемдәр алдында һығылып-бөгөлөп төшмәй, үҙ тиңдәре менән аралашҡан сүрәттә мөғәмәлә итә.
Рәйес ТҮЛӘК.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782