Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло юлдың дауамы
Заман. Дәүер ҙә тиҙәр уны. Эпоха тип тә атайҙар.
Замандар үҙгәрә тип баш сайҡап ҡуя берәүҙәр. Заман башҡа, заң башҡа, тип һығымта ла яһайҙар, сағыштырып та ҡарайҙар. Заманға ғәйеп тә ташлайҙар, бәлә лә һалалар.
Замандан ғына ғәйеп эҙләү менән һис тә килешмәйем. Үҙе ултырған ботаҡҡа балта сапҡан кеше шикелле емергес ҡылыҡтар ҡылған кешелек өсөн заман ғәйепле була алмай. Барлыҡ бәлә-ҡазаларҙы кеше үҙе тыуҙыра, үҙ-ара дошманлыҡты, күрә алмаусанлыҡты ла замандан эҙләргә ярамай. Һәр замандың үҙ матурлығы, һағынып һөйләрлек мәлдәре, ғорурланып иҫкә алырлыҡ арҙаҡлы шәхестәре була. Замандан заманға күсә килгән һәйбәт традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә бар бит әле. Ололарҙан килер быуындарға аманат булырҙай алтын һүҙҙәрҙе лә замандың тапшыра килеүе мәғлүм. Дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙеллекте даулап, хакимдар алдында баш эймәгән сәсәндәрҙе лә бит заман тыуҙырған.
Салауаттар, Батыршалар данын һаҡлай заман. Аҡмуллалары, Өмөтбайҙары булған замандың. Мостайҙар, Рәмиҙәр заманын да беләбеҙ. Һүҙҙе үткер ҡорал итеп, халҡын яманлыҡтан ҡурсалап, аҙғынлыҡтан аралап, ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә юл ярып, янып-ярһып йәшәүсе сәсән рухлы замандаштарыбыҙ бөгөн дә, Аллаға шөкөр, етерлек. Шундайҙарҙың береһе — танылған һүҙ оҫтаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты шағир Хәсән Назар.
Замандашымдың шиғырҙарын, поэмаларын ҡат-ҡат уҡығаным, улар хаҡында матбуғатта фекерҙәремде лә әйткәнем бар. Булды, етте инде тип туҡталып, шул рәүешле мүкләнеп, үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалмағаны, киреһенсә, һаман да ихлас ижадсы булғаны өсөн хөрмәт итәм Хәсән ағай Назарҙы. Шағирмын тип күкрәк һуғыусылар күп, ә ысын шағирҙар һирәк. Ана шул һирәктәрҙең береһе ул Хәсән Назар. Күпме аҡыл һыйған уның шиғырҙарына! Фәһем дә, ғибрәт тә ала уларҙы уҡығандар. Хәсән Назар поэзияһы — оло тәрбиә мәктәбе ул. Әҙиптең шиғри өлгөләренең урта мәктәптең әҙәбиәт уҡытыу программаһына индерелеүе лә быны раҫлай. Ошонда Хәсән Назар поэзияһын киң планда өйрәнеүгә лә ваҡыт еткәндер тиһәм, бының менән күптәр килешер. Быны шағирҙың һуңғы осорҙағы яңы шиғырҙарына таянып та әйтәм.
Хәсән Назарҙың лирик геройы тормошҡа битараф булған ябай күҙәтеүсе, үҙ шәүләһенән шөрләүсе зат түгел. Ул, Аҡмулла, Бабич, Рәми шиғриәтенә хас булғанса, ҡыйыу, көслө рухлы, тура һүҙле шәхес. Мәҫәлән, “Башҡорт теле” тигән шиғырҙа туған теленең бөйөклөгөн данлап, ғорурланып бына нимә ти:
Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Һин бит беҙҙең хәтер иле,
Мәңге йәшә, башҡорт теле!
Шул уҡ ваҡытта “Салауат теле, Һәҙиә теле, Мостай теле” булған телгә бөгөн янаған хәүеф өсөн борсола ла. Кемдәрҙеңдер милли телдәрҙе юҡ итеүҙе көҫәүен, милләттәр үҫешенә тарлығы килеүен ул һис кенә өнәмәй. Ризаһыҙлыҡ ауаздары күкрәктән ярһып ташып сыға:
Башҡорт теле! Мәктәптәрҙә —
Һаман ҡыҫырыҡлау еле.
Донъя тармы?! Былай ҙа бит
Вазифалы урыҫ теле.
Бер милләтте башҡа милләттәрҙән өҫтөн ҡуйыу сәйәсәтенең йүнлегә алып бармауын тарих төрлө замандарҙа етерлек иҫбатланы. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең ошонан һабаҡ алмауы үкенесле. Хәсән Назарҙың “Иҫкәртеү” шиғыры милләт-ара татыулыҡты емерергә маташып, шунан “мәртәбә” алыусыларға төбәлгән. Лирик герой милләт-ара татыулыҡ мәсьәләһенә төптән уйлап ҡараш ташлай, аныҡ аҡыл менән баға. Тарҡаулыҡтан, үҙ-үҙеңә бикләнгәнлектән теге йәки был милләттең тиҫтәләрсә йылдарға үҫеше туҡтатылғанын, һүнеп, хатта үлеп ҡалғанын да тарих яҡшы хәтерләй. (Тарҡау Рәсәйҙе монголдарҙың ниндәй хәлгә ҡалдырыуын ғына хәтерләйек әле). Шуға күрә лирик геройҙың позицияһы ап-асыҡ: милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек — иң дөрөҫ юл. Ошо рәүешле, лирик герой ысын-ысындан милли үҙаңлы шәхес булып кәүҙәләнә. Заманында башҡорт та, татар ҙа, ҡаҙаҡ та берҙәй үҙ иткән мәшһүр Аҡмулланы хәтерләтә шиғыр юлдары:
Яратам татар моңон да,
Йән атам башҡортома.
Әммә иҫкәртәм: болғаҡтар
Аяҡ баҫмаҫ йортома!
Хәсән Назарҙың “Кавказ тотҡоно” шиғырының да ижад ителеүе тикмәгә генә түгел. Бында ла милли рух, милли үҙаң ярылып ята. Быуаттар буйына азатлыҡ өсөн көрәшеп, батшаларға буйһонмаған ғорур Кавказ халҡына лирик геройҙың симпатияһы ҙур. Иреккә ынтылып, азатлыҡ өсөн көрәш алып барыуы яғынан башҡорт менән Кавказ халҡы араһында уртаҡлыҡ бар. Тау халҡын азатлыҡҡа күтәреүсе милли батырҙары Шамил, Морат, Махач булһа, башҡорт халҡы Салауат, Батырша, Вәлиди кеүек ҡыйыу улдары менән ғорурлана. Ике халыҡ та берҙәй үк яҙмышҡа дусар. Шуға күрә лирик геройға буйһонмаҫ рухлы тау халҡы яҡын.
Кавказ һырттарынан үткәнемдә,
Белһен, тинем, кемдең нәҫеле лә:
Азатлыҡтың туҙмай туй күлдәге,
Азатлыҡтың туҙмай кәфене лә, —
ти шағир. Ҡайһылай оло мәғәнә һалынған был юлдарға!
Башҡорт шиғриәтенең аҡһаҡалы Хәсән Назар күктә хыялдарҙа йөҙә торған шағир түгел. Ул юҡ-бар менән уҡыусының башын бутамай. Шағирҙың маҡсаты шиғырҙан йомаҡ ҡойоу түгел. Уның маҡсаты — үҙенең сәсән теле менән йәмғиәтебеҙҙә урын алған кире күренештәрҙе, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ынтылыу, халыҡтың рух илсеһе булыу, дөрөҫлөккә күҙҙе асыу. Ошо уңайҙан “Бул һәм булма” шиғыры ҡыҙыҡлы, фәһемле. Бесәйҙәр, эттәр, мәҫәлән, үҙҙәренсә хужаларына тоғро. Әммә кешеләрҙең эт йә бесәй сифатына кереүе, бер-береһенә яһалма мөнәсәбәте ҡурҡыныс. Эт кеүек ҡойроҡ болғаусы, бесәй шикелле һырпаланыусы әҙәмдәрҙән йырағыраҡ тороуың хәйерле. Шуға күрә шағирҙың әхлағы ла аныҡ: кеше бары тик кеше булып ҡалһын! Лирик геройҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле:
Ҡуштанлыҡ, тәкәбберлек тә
Ят ҡылыҡ беҙгә, аңла!
Бул инабатлы, хөрмәтсел,
Булма бесәй, эт булма!
Ошо фекерҙе “Һәр замандың...” тигән шиғырҙа ла шәйләп ҡалабыҙ. Дуҫ-ишлек, ҡуштанлыҡ, әрһеҙлек һөҙөмтәһендә ысын таланттарҙың баҫылып ҡалыуы һәр заманға хас. Ҡайһы ваҡыт дөрөҫлөк, хаҡлыҡ еңә алмай. Шуға үкенес белдерә лирик герой:
Ә ҡайҙа һуң хаҡлыҡ? Билдәле лә:
Буранғолдар менән Рәмиҙәр бит
Киткәс кенә беҙҙә яҡлау таба,
Аҙаҡ ҡына беҙҙә әрнейҙәр бит.
Шағирҙың әрһеҙҙәрҙе, алғыр йәндәрҙе, заман ҡуштандарын шыҡырыҡлаусы һайыҫҡан тип дөйөмләштереүе лә бик отошло, тос һығымта. Ысын талантты былбылға тиңләү ҙә уңышлы килеп сыҡҡан. Ошо йәһәттән йәнә Аҡмулла аҡылы иҫкә төшә: алтын барыбер алтын булып ҡала. Быны Назарса үҙгәрткәндә, былбыл барыбер былбыл булып ҡала. Был — хәҡиҡәт.
Хаҡ һүҙҙе борон заман сәсән әйтһә, бөгөн инде хаҡ һүҙҙе шағир әйтә. Хәсән Назар мәргән, тос фекерҙәрен сәпкә туп-тура сәпәүсе шағир булып, Аҡмулла, Ғафури, Бабич, Рәми Ғариповтар һалған оло юлды дауам итеп, ҡыйыу, ныҡлы аҙымдар менән алға бара. Халҡы менән, иле менән айырылғыһыҙ был юл. Шәхсән асылын билдәләп, “Тәбиғәттән” тигән шиғырында шағир былай ти:
Типһәм, тимер өҙөр тәүәккәллек,
Әйтһәм, бер әйтеүҙә сәмем — сәптә.
Был сифатым йәйге йәшенгә иш,
Йәшнәүҙәре түгел минән ситтә.
Ысынлап та, етмеш йәшен егеттәрсә етеҙлек, ирҙәрсә олпатлыҡ, сәсәндәрсә тапҡырлыҡ менән шағирҙарса илһамланып ҡаршылай әҙип. Һәр саҡ шулай заман менән бергә атлап, ил, халыҡ хәстәре менән янып, уй-теләген сатнатып тура әйтеп йәшәргә, ижад итергә яҙһын уға!
Рим ИСХАҠОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Бишауыл-Уңғар ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782