Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: бығаса мәҙәниәт өлкәһенә тейешле иғтибар булманы тиерлек. Ижади коллективтар үҙ эшенә ысын мәғәнәһендә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр булғаны өсөн генә йәшәне. Эйе, күпмелер аҡса бүленде, саралар үткәрелде, ләкин былар Рәсәй тигән оло ил халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәне. Ниһайәт, быйыл Мәҙәниәт йылы иғлан ителеп, был өлкәгә иғтибарҙы йүнәлтергә мөмкинлек тыуҙы. Бигерәк тә ауыл клубтары икенсе һулыш алды, тиһәк тә хата булмаҫ. Был тәңгәлдә Күгәрсен районында хәлдәр нисек икән? Ижади коллективтарҙың кәйефе ҡайһылай? Мәҙәниәт усаҡтарының ҡуҙы һүнмәгәнме?
Барлыҡ һорауҙарҙы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллинаға йүнәлттек.
— Рәмзиә Рауил ҡыҙы, моғайын, һүҙҙе тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырыуҙан башларһығыҙ. Бер кемгә лә сер түгел, мәҙәниәт әлегә йәмғиәтебеҙҙең иң ауыр өлкәләренең береһе һанала. Ошо еңел булмаған йөктө тартыу өсөн тормошта сынығыу юлын да үтергә кәрәктер... — Мәҙәниәт юлынан китермен тип һис уйламағайным. Хәйер, барыбер кешеләр, балалар менән эшләү һөнәрен — уҡытыусылыҡты — һайлағайным. Тәүҙә Салауат педагогия училищеһын тамамланым, һуңынан — Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультетын. Һөнәрем буйынса педагог-психологмын. 1986 йылда мәҙәниәт бүлегенә методист итеп саҡырҙылар. 2003 йылдан был бүлекте етәкләйем.
— Ҡыҫҡаса әйткәндә, шулар ғына һымаҡ, ә артта мөдир булып эшләгән тиҫтәнән ашыу йыл ята. Быйыл һеҙгә "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән юғары исем бирелеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Барлыҡ гәзит уҡыусылар исеменән ихлас ҡотлайбыҙ! — Рәхмәт. Мин һеҙҙең "Башҡортостан" гәзитен бик яратам. Үҙемде белгәндән алып "Совет Башҡортостаны" өҫтәлдә ята торғайны, һуңынан гәзит яҡын кәңәшсемә әйләнде.
— Командир ғәскәрһеҙ булмай. Һеҙҙең көс — ауыл клубтары, ижади коллективтар. Барыбыҙға ла мәғлүм, был йәһәттән күгәрсендәрҙең һынатҡаны юҡ. Бер аҙ мәҙәни усаҡтарҙың хәл-торошона туҡталып үтһәгеҙ ине. — Уҡыусыны һандар менән ялҡытмаҫ өсөн бер нисәһен генә атап үтәм. Районда 103 мәҙәниәт усағы эшләй, шуларҙың 64-е — клуб, 34-е — китапхана. Ике балалар сәнғәт мәктәбе һәм өс музей эшләп килә. Мораҡ, Йомағужа сәнғәт мәктәптәрендә 400-гә яҡын бала уҡый. Музейҙар ҙа ҙур эш башҡара. Әйтәйек, Күгәрсен районының тарихты өйрәнеү музейынан кеше һис өҙөлмәй, уҡыусыларҙың тарих дәрестәренә лә ул ҙур ярҙам булып тора. Хоҙайбирҙе ауылындағы Шәһит Хоҙайбирҙин, Туйөмбәттәге Зәйнәб Биишева исемендәге музейҙар ҙа ҙур эш башҡара.
— Район буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Шуныһы һөйөндөрҙө: Ерекле һымаҡ 40 өйлө генә ауылда ла клуб "ялт" итеп тора. Ә бит төрлө яҡтар бар, хатта хан һарайылайҙары ла бикле тора: йәйен ҡарағура эсенә сумған, ҡышын ҡарға батҡан — һуҡмаҡ та юҡ... — Был йәһәттән, Аллаға шөкөр, беҙҙә хәлдәр зарланырлыҡ түгел. Мәҫәлән, үткән йылда ғына ла алты клубҡа, дүрт китапханаға капиталь ремонт үткәрелде. Әле Яңауыл ауылындағы клубта ремонт бара, ә Моҡаста социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә. Беҙҙә бер генә клубтың да ябылғаны юҡ. Киреһенсә, булғаны танымаҫлыҡ итеп заманса йүнәтелә, тулыһынса реконструкция үткәрелә.
Тағы бер яғын әйтергә кәрәктер: беҙҙә 24 өлгөлө һәм халыҡ ансамбле, художество коллективы эшләп килә. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле сәхнә костюмдары менән тәьмин ителгән. Музыка ҡоралдары ла етә, яңыртылып тора. Заман ауыр, теге юҡ, был юҡ, тип ултырмайбыҙ. Көрсөктән сығыу юлын һәр саҡ табырға була. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡтың рухи шишмәһен тултырып тороусы, эшкә дәрт өҫтәүсе лә бит.
— Кешенең бөгөн ике төп проблемаһы бар: эш хаҡы һәм торлаҡ мәсьәләһе. Был юҫыҡта ниҙәр эшләнә? — Һис йәшерен түгел, былтыр ноябргә тиклем клуб хеҙмәткәрҙәре айына биш мең һумға эшләп йөрөнө. Унан һуң инде хеҙмәт хаҡы һиҙелерлек артты. Бигерәк тә район мәҙәниәт һарайындағыларҙыҡы. Бәләкәй ауылдарҙа клубтарҙы яптырмаҫ өсөн 0,75 ставкаға йөрөүселәр ҙә, тулы булмаған эш көнөнә риза булғандар ҙа бар. Шулай булһа ла, уларҙың да аҡсалары артты. Хәҙер бит "персональ коэффициент" тигән нәмә индерҙеләр. Шуның арҡаһында октябрҙә үк ҡулдан килгәнсә арттырғайныҡ. Ә декабрҙә республика ҡаҙнаһынан ярҙам, райондан бүленгән аҡса менән дәртләндереү түләүҙәре бирелде. Эш һөҙөмтәләренә, конкурстарҙа ҡатнашыуҙарына ҡарап түләнек.
Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, ауыл ерендә һәр клуб хеҙмәткәренең өйө бар бит инде. Бынан өс йыл элек Тәүәкән мәҙәниәт йорто директоры Гөлдәр Әбдрәхимоваға бөтә уңайлыҡтары булған йорт бирелде. Яңы йыл алдынан ғына район үҙәгендә алты хеҙмәткәребеҙ фатирлы булды. Шулай булғас, был йәһәттән беҙҙе лә ситләтмәйҙәр. Ғөмүмән, район етәкселегендә мәҙәниәтте аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләрҙең эшләүе ҡыуандыра.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.