Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Матур төш күргәндәй булдым..." – ти Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева
"Матур төш күргәндәй булдым..." – ти Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева
...Киске ашты әҙерләргә тип ҡабаланып йөрөгән еремдән телевизорҙа гөрләп барған телешоуҙа таныш республика, район, ауыл исеме яңғырағанын ишетеп, ялт итеп борола һалдым. Ҡара әле, беҙҙекеләр ҙә тик ятмай икән! Кем һуң ул, исеме нисек, ата-әсәһе кем был һөйкөмлө һылыуҡайҙың? Аш-һыу ҡайғыһы ла китте, мәшәҡәттәр ҙә онотолдо, барыбыҙ ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыйнаҡлығы, ихласлығы йөҙөнә яҙылған Рушананан күҙҙәребеҙҙе алмай, өмөттәрҙе аҡлауын көттөк.
Эйе, яҡташыбыҙ "Тауыш. Балалар" тип аталған телепроектта һынатманы, матур тауышы, үҙен тотошо, мөләйемлеге менән беҙҙең генә түгел, ә бөтә тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Тик... сәхнәгә арҡалары менән ултырған, йыр-моңдо "һуҡыр" көйө тыңлаған жюри ағзалары ғына боролманы. Бер ни тиклем үкенес кисерһәк тә, 15 йәшлек ҡыҙҙың хис-тойғоға бирелмәй, үҙен өлкәндәрсә тотоуы, ҡаушамауы, Үҙәк телевидениеның Беренсе каналы ойошторған телешоуҙа ҡат-ҡат "иләк"тән иләнеп, конкурста ҡатнашырға теләгән 8,5 мең бала араһынан тәүге 500-гә эләгеүе үҙе үк ҙур еңеү ҙә баһа. Мәскәү сәхнәһе, сәнғәт "йондоҙҙары" менән күҙмә-күҙ аралашыу Рушанала ниндәй тойғо ҡалдырған икән? Был ҙур проектта ҡатнашыу үҫмергә нимә биргән, күңеле ҡайтмағанмы? Ауырғазы районы Талбазы урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Рушана Вәлиева менән ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә беҙ уны әллә күпме һорауға күмдек.


– Ауырғазы ҡыҙының илдең төп каналында сығыш яһауы беҙҙең өсөн көтөлмәгән "сюрприз" булды. Ә үҙең ниндәй хис-тойғолар кисерҙең, Рушана?
– Мин әлегә тиклем ошо ҙур проектҡа эләгеүем ваҡиғаһына ышанып етмәйем. Матур төш күргәндәй булдым. Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ бәхетле мәлем тип иҫәпләйем.
Дөрөҫөн әйтәм, "Тауыш" проектында ҡатнашыу теләге бөтөнләй уйымда юҡ ине. Былтыр август айында Гастелло исемендәге лагерҙа ял иткәндә, минең гитарала уйнап йырлағанымды ишеткән дуҫ-иштәрем: "Ниңә "Тауыш" проектында ҡатнашмайһың? Мотлаҡ аудиояҙмаңды ебәр!" – тип сат йәбеште. Әлбиттә, уларҙың һүҙен ысынға ҡабул итмәнем, минең кеүек йыр-моң һөйөүселәр Рәсәй тулы бит, тип уйланым. Ағайым Артур: "Ниңә үҙеңде һынап ҡарамаҫҡа? Әйҙә, видеояҙмаңды ебәрәйек", – тип дәртемде үҫтерҙе. Ул гитарала уйнай, мин йырлайым, ә атайым беҙҙе телефонына төшөрә. Шулай итеп, һис уйламағанда, заявкалар ҡабул итеү тамамланыуға ике сәғәт кенә ваҡыт ҡалғанда, аудио-видеояҙмамды оҙаттыҡ. Күп тә үтмәне, мине тәүге кастинг өсөн Мәскәүгә саҡырҙылар, әйтеүҙәренсә, һигеҙ меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай араһынан 500 кешене һайлап алғандар. "Останкино"ла мине музыка белгестәре тыңланы, ВоnеуМ репертуарынан "Sunny" йырын инглиз телендә башҡарҙым. Талбазыға ҡайтҡас, түҙемһеҙлек менән алдағы турға саҡырыуҙарына өмөтләнеп хәбәр көттөм. Өмөт бик бәләкәй генә булһа ла, мөғжизәгә ышандым.
– Ә телешоуҙа башҡарған йырыңды үҙең һайланыңмы? Башҡорт, татар телдәрендә лә бик шәп йырлайһың, тиҙәр...
– Үкенескә ҡаршы, шоуҙа ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренең һайлау мөмкинлеге юҡ, бөтәһе лә тиерлек ойоштороусыларҙың тәҡдименә буйһондо.
– Ситтән ҡарағанда жюри ағзаларының бөтәһе лә ихлас, ярҙамсыл, мәрхәмәтле кеүек, ә ысынында иһә?
– Ойоштороусыларҙың барыһы ла иҫ киткес иғтибарлы, миһырбанлы, матур кешеләр! Һәр береһен ихлас күңелдән яраттыҡ. Айырыуса Дима Билан үҙенең ябайлығы, тәрән аҡылы, бай эске донъяһы менән әсир итте. Быға тиклем ҡайһы бер сығыштары күңелгә ятып бөтмәгәнлектән, уны елбәҙәгерәк "йондоҙ”ҙар рәтенә индереп хаталанғанмын.
– Проектта ҡатнашыусылар тураһында нимә әйтерһең? Кемдәр менән дуҫлаштың?
– Финалға 132 бала үтте. Талантлылар, көслөләр, күбеһе юғары кимәлдәге төрлө фестивалдә, конкурстарҙа сыныҡҡан, тәжрибә туплаған, "Балалар Евровидениеһы", "Яңы тулҡын" һәм башҡа бәйгеләрҙә сирҡаныу алған. Улар бик ҡиммәтле музыкаль продюсер үҙәктәрендә һәм мәктәптәрҙә белем ала. Күпселеге киләсәген бары оло сәхнә, сәнғәт юлында күрә. Ҡайһы берҙәре менән хәбәрләшеп торам, Ҡазан ҡыҙы Дина Ивашкова менән ныҡ дуҫлаштыҡ.
– Беҙ һинең дә әлеге "йондоҙло" мәлеңә тиклем "Башҡортостан йондоҙҙары" конкурсында еңеүеңде, Бөтә Рәсәй "Алтын сапсан" фестивалендә икенсе урынды яулауыңды беләбеҙ. Тимәк, киләсәгеңде күҙалланың инде?
– Эйе, әммә сәнғәт үрҙәренә үрләүҙе маҡсат итеп ҡуймайым. Йыр, скрипка, гитара – улар минең ғүмерлек юлдаштарым булып ҡалыр. Бәлки, юриспруденцияны һайлармын. Инглиз телен яратып өйрәнәм, физика, математика, әҙәбиәт фәндәре лә күңелгә бик яҡын.
– Рушана, уңыштарыңдың сере менән уртаҡлаш әле.
– Сере ябай. Атай-әсәйемдең һөйөүе, изгелеге, беҙҙең өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер тороуы, ағайымдың һәр эштә ҙур терәк булыуы, педагогтарымдың ихласлығы һәм яҡшы белем биреүе эҙһеҙ ҡалмағандыр, тип уйлайым. Бына тигән дуҫтарым, класташтарым булыуына ғорурланам. Һуңғы осорҙа районыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ кисергән кемдән генә ҡотлау һүҙҙәрен ишетмәнем, СМС-хәбәр алманым – барыһына ла рәхмәт! Төрөмбәттәге өләсәйем һәм олатайымдан да яҡшыраҡ "көйәрмән" булмауын да беләм.
Йәштәштәремде ҡыйыуыраҡ булырға, төрлө түңәрәктәрҙә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырам. Баҙнатһыҙлыҡтың хыялдарҙы тормошҡа ашырыу юлында иң ҙур кәртә булыуы ла ихтимал.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
Район: Ауырғазы районы, Талбазы ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779