Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың “Илекәй” тип аталған китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡҡа әҙибәнең төрлө йылдарҙа ижад иткән повесть һәм хикәйәләре тупланған.
Таңсулпан Ғарипованың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә ХХ быуаттың 70-се йылдарынан алып яҡшы таныш. Авторҙың 1978 йылда сыҡҡан «Ялан сейәһе» исемле тәүге китабына тупланған хикәйәләре әҙәбиәткә өлгөрөп еткән яҙыусы килеүе хаҡында хәбәр итте. Тәрән психологизм менән һуғарылған, үткер деталдәр, мәргән сағыштырыуҙар менән зиннәтләнгән «Күгәрсен йыры» (1987), «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) тигән йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары художестволы һүрәтләү сараларының байлығы, һутлы, халыҡсан теле менән яҙыусының маһирлығын, милли характерҙар тыуҙырыу оҫталығын тағы ла бер ҡабат раҫланы.
Тиҫтәләгән хикәйә, повесть авторы Таңсулпан Ғарипова 1997—2004 йылдарҙа ныҡышмалы һәм фиҙакәр рәүештә башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихын — тотош ХХ быуат һуҙымындағы ҡатмарлы, фажиғәләр тулы героик-трагик яҙмышын яҡтыртҡан, изгелек һәм яуызлыҡтың мәңгелек көрәшен сағылдырған, тормошто дауам иттереүсе, уға ҡот өҫтәүсе, ғаилә усағын һүндермәй тотоусы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сағыу, иҫтә уйылып ҡалырлыҡ тотош бер галереяһын тыуҙырған ҙур эпик әҫәр өҫтөндә эшләне. Һөҙөмтәлә биш китаптан торған «Бөйрәкәй» романы әҙәбиәт тарихында сағыу бер күренеш булып урын алды, республиканың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң юғары наградаһына лайыҡ булды.
Һуңғы йылдарҙа әҙибә драматургия өлкәһендә лә бик уңышлы эшләп килә. Республиканың бөтә театрҙарында ла ҙур уңыш менән барған «Аҡтирәк», «Төштәге йыр», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Китмәгеҙ, торналар», «Ямғыр көткәндә», «Тәңкәле ҡыҙ», «Ғилмияза» һ.б. пьесаларын ижад итеү менән бергә, Таңсулпан Ғарипова «Йәй ташы» тигән киноповесть авторы булараҡ та киң танылыу алды.
Яҙыусының «Илекәй» исемле әлеге йыйынтығына ингән хикәйәләре, атап әйткәндә, «Эңер төшкәс», «Ялан сейәһе», «Ҡәҙриә», «Көҙгө моң», «Ҡыҙыл башмаҡтар», «Мәңгелек һағыш», «Гамлет — принц датский», «Айлы төн», «Еҫлегөл», «Оҫталар», «Һәйкәл тураһында баллада», «Умырзая гөлдөң ғүмеркәйе», «Туғай тулы бәпембә...», «Аҫыл ташлы муйынсаҡ» һ. б. әҫәрҙәре көнүҙәк проблемаларҙы киҫкен конфликт үҫтерелешендә яҡтыртыуға ҡоролған. Замандың рухи-әхлаҡи ҡаршылыҡтары, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҡырҡыулығы, ҡараштар бәрелеше был хикәйәләрҙә драматизм тулы психологик картиналар төҫөндә һүрәтләнә.
«Эңер төшкәс» хикәйәһендә бөтә иғтибар донъяуи эштәрем бөттө, насар йәшәлмәне, иншалла тип ҡәнәғәт бабайға әйләнгән Ғәлиулла күңелендә барған психологик һынылышты тасуирлауға йүнәлтелгән. Көтмәгәндән генә күршеһе менән бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушышып, хәл-әхүәл белешкән герой күңелендә хәтирәләр уяна. Бер ауылда тыуып үҫкән, ауыр йылдарҙы бергә үткәрешкән, ут күршеләш булып ғүмер кисергән Бибиғәйшәнең яҙмышын башынан уҙғарып, Ғәлиулла уны тәүләп күргәндәй, аңлағандай була. Һуғыш ваҡытында тылда иң ауыр эштә эшләгән — күрин киҫкән, «итәгендә сусҡа баҡҡан, билдән бысраҡта йөрөп, ауырыу малдарҙы тәрбиәләп, йолҡош хәлдә ҡалған, албаҫты исеме алған, бөтә наҙын шул малдарға бушатҡан» ҡатын яҙмышы тураһында уйланыу еңелдән түгел Ғәлиуллаға. «Тыныс ҡына ғүмеренең аҡтыҡ йылдарын йәшәгәндә ни тип иҫенә төшөрә һуң әле быларҙы? Ул саҡ Бибиғәйшәгә генә ҡыйын булдымы әллә? Бөтөн етем-еҫерҙе арҡалау-ҡурсалау бер Ғәлиулланың ҡөҙрәтенән килер эш инеме?» — тип үҙ-үҙен аҡлап маташып, нисек тә выждан ғазабынан ҡотолорға тырышһа ла, Ғәлиулланың бер уянған намыҫы оноторға, тынысланырға, хәтерләүҙәрҙән ҡасырға ирек бирмәй. Бибиғәйшәгә тейешле миҙалды бөтөнләй лайыҡ булмаған кешегә биргән саҡтарында белә-күрә өндәшмәй ҡалыуы өсөн, вәғәҙә итеп тә, өйөн һипләтмәүҙәре, иң ауыр саҡтарында ярҙам ҡулы һуҙмауҙары, йылы һүҙҙәрен йәлләүҙәре өсөн Ғәлиуллаға хәҙер килеп оят, выждан ғазаплауы уның төн йоҡоларын ала, тәрән кисерештәргә-үкенеүҙәргә дусар итә. Заманында рәнйетелгән, ғәҙелһеҙлекте күп күреп, күңеле ҡатҡан, уҫал, әрем телле ҡатынға әйләнгән Бибиғәйшә өйөнә бөгөн дә йомош һорап та, хәл-әхүәл белешеп тә инеүсе юҡ. Йәштәр, ситтәр түгел, ут күрше Ғәлиулла үҙе лә ошоғаса, «яман бисәнән яр биреһе ҡасҡан» тип аралашмай, өҫтөн генә, эре генә, исемен боҙоп, Бибис тип йөрөтә ине бит — бына шул хаҡта уйлай герой. Әммә нужаны, битарафлыҡты күп кисергән ҡатын Ғәлиулланың «ауыр замандарҙы күп күрҙек бит, күрше» тип ауыҙ асыуына, «замананың ауырлығын кем күтәреп ҡараған» тип ғорур яуап бирә, үҙ яҙмышынан бигерәк колхоз яҙмышын, кеше яҙмышын уйлап, ҡайғыртып йөрөй.
Ике араны айырып ағып ятҡан йылғаға баҫма һалыу, иғтибарһыҙлыҡтан, битарафлыҡтан өшәнгән күңелдәргә юл табыу, «бөгөн эшләмәһәм, иртәгә эшләрмен әле» тип ҡалдыра килә торғас, бөтөнләй һуң булып сыға. «Был баҫманы аша атлап үтмәйәсәктәр, бикле күңелдәр асылмаясаҡ» — шундай һығымта яһай Ғәлиулла. Әммә билдән батҡаҡҡа батып, колхозды тауға һөйрәп сығарыусыларҙың береһе булған Бибиғәйшәне бәхилләтмәй, яҡшы исемен раҫлатмай донъянан китергә үҙенең хаҡы юҡлығын да аңлай ул. Ғүмер буйы бергә йәшәп тә, тик ҡартайғас, эңер төшкәс кенә, йәнәшәһендәге кешегә иғтибар итеү, уны аңлау, ҡабул итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу дәрәжәһенә күтәрелә герой.
Таңсулпан Ғарипованың «Илекәй» повесының донъя күреүе был ҡыҫҡа, әммә берәгәйле, тос йөкмәткеле әҫәрҙәр исемлеген бермә-бер тултыра төшкәндәй булды. «Илекәй» повесының төп геройҙары — Нурулла, Әхмәтйән, Ғиндулла. Хикәйәләү берсә Нурулла, берсә Әхмәтйән, берсә Ғиндулла исеменән алып барыла, тормош күренештәре алмаш-тилмәш улар күҙлегенән сығып яҡтыртыла. Геройҙарҙың бөгөнгө йәшәйешен һүрәтләү менән үткән бала саҡ, йәшлек, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙағы тормоштары хаҡындағы ҡыҫҡа, тос йөкмәткеле ретроспективалар аралашып килә, шуға күрә повестағы ваҡиғалар ағышы етеҙ, динамикалы алып барыла, хәтирәләр хәрәкәтте һүрәнләтмәй, ә геройҙарҙың бөгөнгө сәйерерәк эш-ҡыланыштарына, холоҡ-фиғеленә яҡтылыҡ һирпә, асыҡлыҡ индерә, характер асылдарына үтеп инергә мөмкинлек бирә.
...Улар ҡасандыр ата-бабалары төйәк иткән тәбиғәттең иң хозур урынында, илектәр күрһәткән Хоҙай Тәғәләнең изге төбәгендә — Илекәй ауылында донъяға килә, тәпәй атлап китә, бер класҡа уҡырға бара, бер ҡыҙҙы — гүзәлдәрҙән-гүзәл Хәтирәне ярата. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уларҙың өсәүһен дә Хәтирә, ҡулъяулыҡтар биреп, фронтҡа оҙата. Әхмәтйән менән Нурулланың ҡулъяулығына рауза сәскәләре сигелгән булһа, Ғиндулланың ҡулъяулығына сигелгән йөрәк теге икәүҙең йөрәген яндыра, шаңҡыта. Яңғыҙы ҡалғас, Нурулла ғазаплы кисерештәренән хатта үкереп илай.
Хәтирәнең төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур, тел-һүҙгә лә оҫта, береһе шәп спортсы, береһе өҙҙөрөп гармун уйнаған Әхмәтйән йәки Нурулланы түгел, ә уларҙан күпкә ҡайтыш, һипкелле, йыуаш, сибек, «теге... ни» тип тотлоғоп торған Ғиндулланы яратыуын егеттәр бер нисек тә аңлай ҙа, килешә лә, кисерә лә алмай. Үҙҙәренең «Хәтирәне яратыуын нығыраҡ яраталар», үҙ һөйөүҙәренә иҫереп, күҙҙәре томаланған шәп, кәттә егеттәр ҡыҙҙың тойғоларын аңлауҙан, Ғиндулла менән бер-береһен өҙөлөп яратышыуҙарын күреүҙән йыраҡ торалар. Әле күп йылдар үткәс тә ауыл Советына йомош менән ингән Ғиндуллаға Нурулла, «Хәтирә һине яратмағандыр, йәлләгәндер генә», тип ауыр һүҙҙәр әйтә.
Ғиндулла хаҡында тәүҙә уҡыусы уның поп Гапун ҡушаматлы булыуын ғына белә. Өс дуҫ араһынан уның яҙмышы иң ауыры, ғазаплыһы, әрнеүлеһе булып сыға. Нюрнберг концлагерындағы әсир тормошо, Францияла үткәргән йылдары Ғиндулланы йәшәйештең икенсе ярына быраҡтыра, «ул ярҙан нуруллалар, әхмәтйәндәр, хәтирәләр ярына кире әйләнеп ҡайтыу, ай-һай, ауыр. Ә, бәлки, мөмкин дә түгелдер» тигән хәҡиҡәт асыла Хәтирәһенә, Илекәйенә, дуҫтары янына ашҡынып ҡайтҡан геройға.
Ғиндуллаға ҡарағанда яҙмыштары күпкә мәрхәмәтлерәк булған Әхмәтйән менән Нурулланы ла тормош ныҡ ҡына һынай, ҡаға-һуға.
Таңсулпан Ғарипованың һәр әҫәре, ҙурмы ул, бәләкәйме, боронғо ҡобайырҙарҙан уҡ башланғыс алған, данланған гуманлылыҡ идеялары, милли рух менән тәрән һуғарылған. Яҙыусының оло һәм йәш быуын замандаштарҙың күркәм рухи донъяһын, гражданлыҡ ынтылышын, фиҙакәр хеҙмәтен, гүзәл кешелек сифаттарын балҡытып асып ебәргән, яуызлыҡ, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы тиңһеҙ көрәшкә күтәрелгән геройҙарының йөрәгендә атайсалға, Ватанға сикһеҙ һөйөү тойғоһо йөрөтөүҙәрен һис бер ҡасан иҫкермәҫ, төҫө уңмаҫ сағыу буяуҙар аша тәрән психологизм менән һүрәтләгән «Илекәй» исемле повестар һәм хикәйәләр йыйынтығының донъя күреүе – меңәрләгән уҡыусы өсөн һөйөнөслө ваҡиға ул.
Гөлфирә ГӘРӘЕВА,
филология фәндәре докторы.