Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр шиғыры – үҙе бер асыш
Һәр шиғыры – үҙе бер асыш
Былтыр талантлы шағирыбыҙ һәм прозаигыбыҙ Мәүлит Ямалетдин үҙенең шиғыр һәм поэмаларҙан торған һайланма әҫәрҙәренең беренсе томын уҡыусыларына бүләк итте. Йыйынтыҡтың төҙөлөшө бик үҙенсәлекле: унда авторҙың тәүге китабы «Ирәмәл» (1967 — 1975), унан һуң «Ай ҡыҙы» (1917—1980), «Таң йондоҙо» (1980—1984), «Һомай ҡош» (1984—1986), «Һаумы, зәңгәр һауа» (1986—1994), «Ыҙан» (1994—2000), «Һуҡмаҡ» (2000—2005) тигән китаптарына ингән шиғырҙары, поэмалары, эпик әҫәрҙәре һәм тәржемәләренең иң аҫылдары, шулай уҡ яңы шиғырҙары лайыҡлы урын алған.

Йыйынтыҡты асып ебәргән һигеҙ юллыҡ шиғыр үҙенең төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе менән иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Шағир, хәҙерге поэзияла һирәк осраған традицион ҡатмарлы рәдиф формаларын ҡулланып, үҙенең йәшәйеш асылын уҡыусыға еңел генә, тәбиғи рәүештә еткерә алған:
Тыуған яғым гүзәл яҡ булды,
Һөйгән малҡайғынам ат булды.
Иң яратҡан төҫөм аҡ булды,
Яман юлда йөрөү ят булды.

«Ат» менән «аҡ» — шағирҙың ижадында иң йыш һәм яратылып ҡулланылған һүҙҙәр, алымдар, образдар…
Икенсе «Балан» исемле шиғырында ла «инде» рәдифе алдында торған һүҙҙәр менән рифмалашып килә һәм шағир, йөрәкте балан менән сағыштырып, мөхәббәтенең бешкән сағын иҫенә төшөрә:
Урман моңо – кәкүк ҡайтты инде,
Һаҙ баланы сәскә атты инде;
Һине осратып минең йөрәккәйем
Мәңгелеккә ғазап тапты инде.

Рәдифле юл аҙағы рифмалар эсенә ҙур мәғәнә һалынған дүрт юллыҡта ла ярылып ята:
Һәр маҡсатҡа етеү өсөн теләк кәрәк,
Теләгеңдән таймаҫ өсөн терәк кәрәк,
Ҡаршылыҡты йырып уҙыр күкрәк кәрәк,
Ауырлыҡтың үҙенән ҙур йөрәк кәрәк.

Башҡорт халыҡ оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарынан килгән, беренсе башлап әҙәбиәтебеҙҙә Шәйехзада Бабич даими ҡуллана башлаған икенсе менән дүртенсе юлдар ауазлашҡан юл аша рифмалар «Һағындым» шиғырында асыҡ сағыла:
Төшөмдә яныңа ҡайтырға
Ҡош булып, мин ҡанат ҡағындым.
Уянғас, күҙгә йәш эркелде, —
Һағындым, аҫылым, һағындым.

Шағирҙың таланты тағы ла шунда күҙгә салына. Йыйынтыҡты асып ебәргән биш-алты шиғыры төҙөлөшө яғынан бер-береһенә оҡшамаған, үлсәмдәре буйынса 12 ижекле традицион шиғыр ҡалыбынан алып 9-9, 10-10, 10-9, 8-8, 8-7 ижекле юлдарға саҡлы бесемдәрҙе үҙ эсенә алған. Ул ғына ла түгел, «Аттар саба» шиғырының төҙөлөшөнә, ритм-интонацияһына яңы төҫ-рәүеш биреп, автор 12 ижекле ике юллыҡты 8-4 ижекле үлсәмгә әйләндергән һәм шиғыр юлының аҙаҡҡы ритмик быуыны-рифмаһы үҙе айырым юл ителгән:
Ана саба ҡара юрға,
Эйәрҙә — ҡыҙ.
Еткермәй ул, ҡыҙ артынан
Эйәрмәгеҙ!

Ун ижекле ике юллыҡтарҙан 5-5 ижекле үлсәмгә ҡоролған «Далала – аҡын, Уралда – сәсән» шиғырында һәр дүрт юллыҡты сәсән менән аҡын һүҙҙәре алмашлап, алда килгән юлдың һуңғы һүҙе менән рифмалашып килә:
Булған борондан
Күңелгә яҡын:
Уралда – сәсән,
Далала – аҡын.
Ил күңеленә
Изге нур сәскән
Далала – аҡын,
Уралда – сәсән.

Башҡорт йомаҡ, мәҡәлдәрендә осраған, хәҙерге әҙәбиәттә сағыштырмаса һирәк ҡулланылған боронғо туғыҙ ижекле үлсәм тәбиғәт күренештәрен ҙур оҫталыҡ менән образлы һүрәтләгән «Таң» шиғырында бик урынлы файҙаланыла:
Тарала ҡараңғы, тарала,
Ҡыуаҡтар төбөнә һарыла.
Үҙәндәр эңерҙә йөҙгәндә,
Тауҙарҙың түбәһен нур ала.
Тарала томандар, тарала,
Ҡаялар биленә урала…

Ҡараңғының ҡыуаҡтар төбөнә һарылыуын, үҙәндәрҙең эңерҙә йөҙөүен һәм томандарҙың ҡаялар биленә уралыуын Мәүлит Ямалетдин ғына әйтә төҫлө.
«Ир-егеттең күкрәк-түшен үҙ иленең ҡалҡанына» тиңләгән маһир шағир «Ер ҡалҡаны» шиғырын 10-9 ижекле халыҡ оҙон йыр үлсәмендә яҙған: беренсе һәм өсөнсө юлдары унар, икенсе һәм дүртенсе юлдары туғыҙар ижекле. Ул әҙәбиәт ғилемендә 10-9 ижекле шиғыр тип йөрөтөлә: илде, ерҙе һаҡлау хис-тойғоһон көсәйтеү ниәтендә автор икенсе юлды 4-5 ижекле ритмик быуындарға бүлгән:
Ерҙе һаҡлау быуын-быуын килеп
Ҡанға һеңгән.
Сыҡмай хәтерҙән –
Хатта уны тәрән йоҡола ла
Ҡурсалайбыҙ хәүеф-хәтәрҙән.

Ҡыҫҡа йырҙарға хас 8-8, 8-7 ижекле халыҡ шиғыры ҡалыбын да шағир бик оҫта һәм киң ҡуллана. «Ер ҡыҙына» шиғыры, мәҫәлән, көйгә һалынырға әҙер генә тора:
Йәйге төндә ҡанатланып
Ҡош юлынан осҡом килә.
Етегәнде тотоп алып,
Күктән йондоҙ һоҫҡом килә
(31-се бит).
Йәштәргә арналған «Һомай ҡош» поэмаһы (64 — 95-се биттәр) еңел ритмик тулҡындарҙа 8-7 ижекле ҡыҫҡа йыр, таҡмаҡ рәүештәрендә яҙылған:
Йәшлек, йәшлек!
Хыялдарҙың
Ҡанат нығытҡан мәле.
Ниңә шулай үҙең матур,
Үҙең тиле, әйт әле?

Шулай итеп, алда күреүебеҙсә, шағирҙың әҫәрҙәрендә ритмика, рифмалар, строфика ҡалыптары һәм үҙенсәлектәре бик күп төрлө. Улар, ритмик-интонацион мөмкинлектәрҙе һәм рифмалар системаһын киңәйтеп, шиғырҙағы уй-фекер, тойғо, донъяға, тәбиғәткә мөнәсәбәт, тема хәрәкәте, композиция төҫмөрҙәрен, ритм ағышын, ритмик быуындар тәртибен һәм, ниһайәт, строфа төҙөлөшөн, тәбиғәтен аңларға булышлыҡ итә, шиғырға ритм, яғымлы яңғыраш һәм ауаздашлыҡ бирә.
Әлбиттә, талантлы шағир шиғырының төҙөлөшөнә һәм һүрәтләү сараларына төп иғтибарын бүлеп ултырмай, уларҙы ул тыуасаҡ әҫәрҙең төп идеяһын, йөкмәткеһен уҡыусыға мөмкин тиклем образлыраҡ итеп еткерергә тырышыуҙа файҙалана. Ким Әхмәтйәнов әйткәнсә, «ысын әҙип уҡыусыларҙы әҙәби алымдар менән шаҡ ҡатырыуҙы бер ваҡытта ла маҡсат итеп ҡуймай» (Әҙәбиәт теорияһы. Өфө, 2004, 126-сы бит). Талантлы шағир, образлылыҡтың тәрәнлегенә ынтылып, үҙе үк һүрәтләү сараларының аҫыл гәүһәрҙәрен әҙәбиәткә алып килә.
Сағыштырыуҙар, мәҫәлән, Мәүлит Ямалетдиндың әҫәрҙәрендә яһалыу формалары һәм мәғәнәләре яғынан күп төрлө осрай. Иң таралғандары «кеүек», «шикелле», «һымаҡ», «әйтерһең», «гүйә» һүҙҙәре менән бәйләнешкә инә. Мәҫәлән, ай уртаһында хисапһыҙ йондоҙҙарҙың яртыһы һүрелеүен шағир түбәндәгесә сағыштыра:
Бер һылыу янында башҡалар,
Әйтерһең, бөркәнсек ябына.
Йәнә түбәндәге дүрт юллыҡҡа иғтибар итәйек:
Балтикала тулҡын ҡоторғанда,
Гүйә, үрәпсегән аҫау ат,
Тулҡын-арғымаҡҡа һикереп менмәй
Нисек түҙҙе икән Салауат?

Тәүге ике юллыҡта «тулҡын» менән «ат» образдары «гүйә» һүҙе ярҙамында сағыштырылһа, икенсе ике юллыҡта улар (тулҡын-арғымаҡ) метафора булып килгән.
Шиғриәттә киң ҡулланылған поэтик һүрәтләү сараларының береһе — метафоралар — «Ике яҙмыш» поэмаһында бик отошло ҡулланыла:
Туҡтау белмәй иҫкән ваҡыт еле
Әйләндерә тарих тирмәнен.
Дәүер-улаҡтарҙан он ағыла,
Ел осора кәбәк тигәнен.

Сағыштырыуҙың башҡа үрнәктәрен шағир тәбиғәт миҙгелдәрендә бик оҫта ҡуллана. Ҡышты ул «йоҡола төш күреп, кинәнеп йылмайған сабыйға» оҡшата, яҙҙы «биләүен өҙгөләп, кирелеп уянған балалай» итеп тасуирлай, йәйҙе «хыялға табынып, йәр көткән саф ҡыҙҙың күңеле» йәки «ике йәш ҡауышып, иркә, наҙ татыған осоро» итеп тоя, көҙҙө «берәүҙең ауырлы, берәүҙең аяулы кәләше» кеүек һәм «баланан бушанып, йәш аша йылмайған инәләй» күрә.
Исемһеҙ бер шиғырында ул Ер шарын — сарға, ә үҙен сарланыусы балтаға тиңләп, ер менән сар әйләнгәндә зиһенендә үткерлек артыуын, уй-фекерҙәренең осҡон булып сәсрәүен, дошмандарға һағыраҡ ҡыланыуҙарын, юғиһә балтаның йөҙө үткер булыуын киҫәтә.
«Телһеҙ ҡыңғырау» шиғырында шағир Күк-Тәңрене, асманды телен йолҡоп алған ҡыңғырауға оҡшата:
Иллә-мәгәр асман мәңге өнһөҙ,
Күктең есемдәре – һаңғырау,
Әйтерһең дә, кемдер яңылыштан
Телен йолҡоп алған ҡыңғырау.

Бында «һаңғырау-ҡыңғырау» һүҙҙәре антоним кимәлендә рифмалашып килгән.
Шағир әҫәрҙәрендә төрлө морфологик һәм синтаксик сараларҙы ла бик оҫта файҙалана. Мәҫәлән, түбәндәге дүрт юллыҡта хәл-ваҡиғаны, процесты образлы итеп баҫтырыу һәм тасуирлау өсөн сағыштырыу һөйләмдең хәбәре ролен -дәй ялғаулы үткән заман сифат ҡылым башҡара һәм -мен аффиксы үҙенсәлекле эйә функцияһын үтәй:
Һинең моңдарыңды тыңлағанда
Ғүмер үтеүенә күнгәндәймен;
Йәшлегемдең үҙен күрмәһәм дә,
Йәшлегемдең төҫөн күргәндәймен.

Мәүлит Ямалетдиндың ижады йөкмәткеһе яғынан бик күп ҡырлы һәм тәрән мәғәнәле. Уны бер мәҡәлә эсенә генә һыйҙырыу мөмкин түгел. Әммә йыр менән шиғыр уның өсөн — Илһам тигән бер үк ҡоштоң ике ҡанаты, береһен икенсеһенән айыра алмаған игеҙәктәр:
Тамырында йырҙың шиғыр ята,
Йыр тирбәлә шиғыр ҡәлбендә.
Ғүмер баҡый улар йәшәй шулай
Сиам игеҙҙәре хәлендә.

Уның ижады хаҡында шуны әйтергә мөмкин: туған халҡының быуаттар һуҙымында шымара килгән ауыҙ-тел, боронғо төрки, ҡытай һәм шәреҡ, ислам традициялары, башҡорт, татар һәм урыҫ классик шағирҙарының бай тәжрибәләре менән тығыҙ тәбиғи үрелеп, шағир йөрәге һәм аҡылы аша һуғарылып, Мәүлит Ямалетдинға ғына хас оригиналь яңы әҫәр тыуа.
Анна Ахматоваға арналған шиғырында уны ул Күккә тиңләй, исемендә бөйөклөк һәм талант мөһөрөн күрә. А.С. Пушкинға эйәреп, тыуған еренә, туған халҡына ул аҡ атта – Аҡбуҙ толпарҙа ҡайтырға, баш осонда аҡ ҡайындар шаулауын, саҡсауылдың тороуын теләй.
Шағирҙың шағиры булараҡ, Мәүлит Ямалетдин шиғырҙарын сәхнә өсөн яҙмай, ә күңелендәге тотош бер донъяны, әҙер фекер, әҙер ҡанундарға ҡаршы ҡуйып, йөрәгенән ҡайнатып сығара, ғәзиз халҡы өсөн моңға тирткән былбыл булып һайрата.
Ҡәләмдәштәренә дан һәм шөһрәт артынан ваҡланып ҡыуышмаҫҡа кәңәш бирә: «Мәлендә мәңгелек һүҙ әйтһәгеҙ, улар һеҙҙе үҙҙәре эҙләп табыр», — ти. Үҙенә һәм ҡәләмдәштәренә тәнҡит күҙлегенән дә ҡарарға онотмай:
Беҙ, шағирҙар, йылдың-йылы артабыҙ,
Дау килгәндә алда түгел, арттабыҙ.

Шағир ғаләм төҫтәрен, йондоҙҙар серен, тыуған ер көсөн ныҡ тоя. Уның шиғырҙары башҡорт халҡы яҙмышы, бөгөнгө көн менән бик ауаздаш. Хәҙерге заманаға биргән баһаларына ғына иғтибар итәйек:
Ни булһа ла, килде заман,
Күрһәтмештәре сәйер:
Үҙе ярым хәйерсенән
Теләнсе һорай хәйер.
Ғәҙеллекте юллап барһаң хөкөмсөгә,
Кемдә мал бар, шуның һүҙе өҫтөн сыға.
Хөкөмдарҙар эште ҡорғас ришүәткә,
Бөтә юлдар ябыҡ хаҡлыҡ даулаусыға.
Ә хәҙергә — ерҙә шайтан туйы,
Ен-пәрейҙәр итә тантана.
Алла хозурында: «Әҙәмеңде
Мин еңдем!» — тип Иблис маҡтана.

Бөгөнгө көнөбөҙгә шағир битараф түгел. Хәҙерге заман көрсөгөнән нисек сығырбыҙ икән, тип борсола ул. Ҡайһы бер саҡ төшөнкөлөккә лә бирелә. Ә шулай ҙа ул тормошто бик ярата, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай.
Бөгөнгө тормошобоҙҙоң асылын аңлар һәм киләсәген төҫмөрләр өсөн Мәүлит Ямалетдин алыҫ ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тарихына, ил тотоп көнитмеш дәүеренә мөрәжәғәт итә.
Мәүлит Ямалетдин ижадында башҡорт-ҡаҙаҡ дуҫлығы Урал-дала, сәсән-аҡын, ҡурай-думбыра образдары аша айырым урын алып тора. Быға, бер яҡтан, шағирҙың ҡаҙаҡ далаларында хеҙмәт итеүе сәбәпсе булһа, икенсенән, сәсән, аҡын һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулланың йоғонтоһо айырыуса ныҡ һиҙелә. Шиғырҙарында ҡурай моңо менән тормош ҡото, өмөт ҡайтһа, думбыра ҡылдарының береһе бөгөнгә, икенсеһе үткәнгә йән өрә, Аҡмулла исеменә бәйле ун бер үлсәмле строфалар пәйҙә була.
Аҡмулла менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың әйтешкәне тураһында Риза Фәхретдинов үҙенең «Аҫар» әҫәрендә яҙып ҡалдырһа, Мәүлит Ямалетдин ике әҙиптең әйтеш барышында тыуған шиғырҙарын үҙенсә Көнсығыш поэзияһы арҡылы килеп ингән ун ике ижекле строфа һәм шул дәүергә хас лексик, һүрәтләү саралары ярҙамында яңынан донъяға килтерә. Һәм был — үҙенә күрә бик ҙур асыш; әйтерһең дә, улар нәҡ ошолай әйтешкәндәр!
Мөхәммәтсәлим:
…Нәфсе тишек булһа, беҙгә бер ни етмәй,
Тик һүҙебеҙ һөйләнеүҙән ары китмәй.
Халҡыбыҙҙың хәл-әхүәле яҡшырырмы,
Белемгә ынтылыуҙы сәбәп итмәй?

Аҡмулла:
Әлбиттә, ғилемлелек – тәү сиратта,
Шунһыҙ һинең көнитмешең – хәсарәттә.
Белемгә ынтылмаһаң, ете быуын
Тоҡомдарың йәшәйәсәк хәҡарәттә.

Шағирҙың «Аҡмулла монологы» тап Аҡмулласа килеп сыҡҡан кеүек:
…Атҡан уҡты кем баҫтырып тотҡаны бар,
Ҡош ҡанатын алып, кемдең осҡаны бар?
Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын ҡойоп,
Кемгә ырыҫ менән бәхет йоҡҡаны бар?..

Ун биш ижекле строфа менән яҙылған «Аҡмулла» ике юллыҡтарҙа икенсе юлдың артабан ҡабатланып килеүе шулай уҡ иғтибарҙы үҙенә тарта:
Аҡмулланың күңеле аҡтан, әйткән һүҙе
йыраҡтан,
Яҡты һыны – күҙ алдынан, моңо китмәй
ҡолаҡтан.
Яҡты һыны – күҙ алдынан, моңо китмәй
ҡолаҡтан,
Әйтерһең дә, һыуҙар эсәм сафтарҙан-саф
болаҡтан.

Рудаки, Хагани, Ғүмәр Хәйәм, Низами кеүек атаҡлы шәреҡ шағирҙары ижадында ҙур урын алған, беренсе, икенсе һәм дүртенсе юлдарҙың рифмалашыуына нигеҙләнгән робағиҙар Мәүлит Ямалетдиндың «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығында йыш осрай. Асылда уның һәр шиғыры – үҙе бер асыш. Сөнки шағир һәр һүҙен ете тапҡыр уйлап, бер әйтә:
Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта.
Эйәрҙә һүҙ – теҙгенде бик ҡаты тота.
Ритм – ҡамсы. Сабыр ине ҡолағансы,
Рифма тота хисте тимер ауыҙлыҡта.

Хис һәм фекер донъяһында, ҡолас йәйеп, иркен сәфәр иткән Мәүлит Ямалетдиндың ижады «мәңге осланмаҫ бер әҫәр» булһын, ҡулынан ҡәләм, алдынан дәфтәр төшмәһен.
Марат ЗӘЙНУЛЛИН,
Башҡортостан Фәндәр
академияһы академигы,

Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
БРФА-ның ағза-корреспонденты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780