— Эшләгән эшең бар, юғары белемең...
— Ҡапыл ғына өҙә һуҡма әле, уйла. Инженерһың бит...
— Аңламайым, нимә етмәйҙер һиңә?
Ошондай һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә Рәмилгә. Берәүҙәрҙе аптыратып, икенселәрҙә имеш-мимеш хәбәр тыуҙырып, тиҫтә йылдан ашыу нефть-газ өлкәһендә эшләп йөрөгән еренән барыһын ташлаған да ауылына ҡайтҡан Хөснуллин.
Ах, тыуған яҡтың илаһи тартыу көсө! Бәләкәй генә саҡтан ер йылыһын табандарыңда тойоп үҫкәнгә, яҙғы баҫыуҙарҙан быу күтәрелгән һауаһын һулап буй еткергәнгә, сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарының шифаһы бар күҙәнәгеңә үтеп ингәнгә шулайҙыр ул. Күптәр, бик күптәр тоя сәсәндәр шиғри юлдарға һала алмаҫлыҡ, рәссамдар ҡағыҙға төшөрә, йырауҙар моңдарына һыйҙыра алмаҫлыҡ ошо матурлыҡты, хис-тойғоно. Ләкин һирәктәр генә, донъяның бар мәшәҡәттәренән арынып, аҙға ғына булһа ла бала саҡ, йәшлек йылдарында ҡалған туғай-баҫыуҙарҙы иңләрлек, урмандарҙы йырып сығырлыҡ, тауҙарҙы үрләрлек көс таба. Ә сит-ят тарафтарҙа ҡорған донъяһын ҡалдырып, мәңгегә тыуған еренә берегергә ҡайтырға, ай-һай, бик аҙҙар ғына йөрьәт итәлер. Бер ҡарағанда ундайҙар аптырата ла, хайран ҡалдырып, һоҡландыра ла.
— Авиация институтын тамамлағас, ун йыл "Башнефть" берекмәһендә эшләнем. Күңел гелән ауылға тартып торҙо. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында кооператив хәрәкәте башланды. Ауылда ла йәшәп була, тинем дә, тәүәккәлләп, ҡайтып киттек, — тип хәтер йомғағын сисә бөгөн Рәмил Фәтих улы.
Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай. Бигерәк тә баҙар шарттарына тәүге аҙымдар яһауы. Берҙән, үҙеңдең генә түгел, тирә-яҡтағыларҙың да ҡалыплашҡан ҡарашы үҙгәреүе мөһим, эш башлар өсөн бина, материалдар булмауы ла бәкәлгә һуға. Ә Хөснуллин һирәк, еңел булмаған тармаҡҡа тотона — мебель, тәҙрә рамдары, ишектәр яһай. Әлбиттә, фекерҙәшһеҙ булмай. Бөгөн тирә-яҡта оҫта булараҡ даны сыҡҡан Шамил ҡустыһы нәҡ ошо заманда ағаһының уң ҡулына — иң яҡшы ярҙамсыһына әйләнә. Ул ваҡытта һатыуҙа күренмәгән, һирәк осраған ағас эшкәртеү станоктарын, башҡа ҡоролмаларҙы үҙҙәре яһай. Әйткәндәй, Рәмил оҫта инженер ғына түгел, конструктор ҙа: һыҙмаларын һыҙып, үҙ ҡулдары менән бәләкәй трактор, машина, ҡарйөрөгөс эшләй.
Атанан күргән — уҡ юнған, тигән боронғолар. Рәмил Фәтих улы менән Нәбирә Вильям ҡыҙы дүрт ул үҫтерә. Урал — шәхси эшҡыуар. Атаһы менән бергә музыка ҡоралдары яһай. Гөлгөнә исемле һылыуға өйләнеп, кескәй Диләне тәрбиәләйҙәр. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Юлай Стәрлетамаҡта мөғәллимлек итә. Кәләше Рәзилә менән Әмилә исемле ҡыҙ үҫтерә. Даян — профессиональ музыкант, һөйгәне Юлиә менән Өфөлә йәшәй. Төпсөктәре Азат авиация университетында белем ала. Әйткәндәй, Хөснуллиндарҙың бөтә улдары ла ағас эшкәртеү серҙәрен үҙләштереп, үҙаллы мебель, ҡурай, ҡылҡумыҙ, гитара, барабан һымаҡ музыка ҡоралдары яһай ала.
Нисек кенә тимә, эшкә барым, һәләт ҡандан, нәҫелдән килә. Рәмилдең атаһы Фәтих ағай ҙа — балта эшенә оҫта кеше. Ә бына тирә-яҡ ауылдарҙа тимерселек буйынса олатаһы Сәлих ҡартҡа еткәне булмаған. Шуға ла өс ауылда тимерлек тотҡан. Ул заманда тимерсенең абруйы ҙур булған. Бигерәк тә һуғыштан һуңғы йылдарҙа тишелгән, ватылған әйберҙәрен тотоп, халыҡ уға барған.
Хөснуллиндар бөгөн музыка ҡоралдары яһаған оҫтаханала ниндәй генә станок юҡ та ниндәй генә материал тупланмаған.
— Беҙҙең ауылда ҡурайсы бар ине. Ул минән ағас ҡурай эшләп биреүҙе һораны. Ул ваҡытта өлгө алырлыҡтары булды. Вәкил ағай Шөғәйеповҡа ла тәүге ҡурайҙарҙы күрһәттем. Ул миңә тишектәр тишеп, күрһәтеп бирҙе. Унан инде үҙем уйлап тапҡан технология буйынса етештерә башланым, патент алдым, — ти оҫта. — Бөтә нәмә ағастан эшләнә. Ныҡлығы, еңел булыуы менән айырыла. Иң мөһиме — көпшә. Уны нисек яһайһың, ҡурайың да шулай килеп сыға.
Тәбиғәттә үҫкәндәрҙән дә яһайбыҙ...
Бөгөн Рәмил Фәтих улы республиканың барлыҡ танылған ҡурайсылары менән бәйләнештә. Үҙе әйтмешләй, улар — уны, ул уларҙы яҡшы белә. Мәҫәлән, тәүге ҡурайҙарҙың тауышын көйләүҙе Роберт Юлдашев менән башҡарған. Оҙон көй өсөн — бер төрлө, оркестрға ҡушылып уйнарға икенсе төрлө кәрәк бит. Барабан, дөңгөрҙәргә лә заказдар күп. Беҙ барғанда Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә дөңгөр эшләйҙәр ине. Бик еңел, тауышы яңғырап, көслө сыға. Фанеранан яһалғандарға пластик материал камераға һауа тултырып тарттырыла. Һатыуҙағыларҙа был эш тимер тарттырғыстар ярҙамында башҡарыла икән. Һауа тирә-яҡҡа тигеҙ таралып, пластик та тигеҙ тартыла.
Рәмил музыкаль ҡоралдар яһауға ихтыяж ҙур булған өсөн генә тотонмаған. Үҙе өҙҙөрөп ҡурай тарта, баянда уйнай, моңло башҡорт көйҙәрен дә, заманса йырҙарҙы ла башҡара. Иң мөһиме — уй-хыялдары яһаған ҡурай, дөңгөрҙәре аша тормошҡа ашырылып, оҫта башҡарыусылар тарафынан бар халыҡҡа еткерелә...