Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәүрә ҒИЛМАНОВА:“Беҙ халыҡты ижадҡа, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ”
Шәүрә ҒИЛМАНОВА:“Беҙ халыҡты ижадҡа, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ”Шәүрә Ғилманова — тележурналист, педагог. Ул 1974 – 1990 йылдарҙа радиожурналистикала, ә һуңғы ике тиҫтә йыл телевидениела хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт, рухи хазиналарға бәйле тапшырыуҙарҙы берләштергән “Тамаша” ижад берекмәһен, һуңынан телевидение студияһының баш мөхәрририәтен етәкләй. Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы ғүмер буйы журналистиканы уҡытыу эше менән бәйләп алып бара. БДУ-ла уҡыта, ә 2005 йылдан ул — “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры. Шәүрә Ғилманованың эфир журналистикаһында ҡаҙанған табыштары, асыштары “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән юғары почетлы исемдәр менән билдәләнде.
2009 йылда баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә уға “Евразия телевидение һәм радио академияһының ысын ағзаһы” тигән танытма тапшыралар.
2010 йылда ул Башҡортостан журналистар конкурсының төп номинацияһында еңә. Ә күптән түгел юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Шәүрә Ғилманова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Рәсәй матбүғаты көнө алдынан уның уйланыуҙары ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.

“Ғүмеремдең тәүге яртыһын актриса була алмағаныма үкенеп үткәргәйнем...”

— Бөтөн ғүмерен Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһын үҫтереүгә арнаған, хәҙер инде һөнәренең серҙәрен башҡаларға өйрәтеүсе белгес журналист асылын нимәлә күрә?
— Беренсенән, журналист — ул яҙыусы! Уның төп ҡоралы — һүҙ. Аудиторияһы — бар халыҡ. Төп геройы — кеше һәм көнүҙәк хәл. Тик журналистика ул яуаплыраҡ профессия. Яҙыусы ваҡиғаларҙы яйлап өйрәнеп, ваҡыт бизмәненән үткәреп тасуирлап теркәп ҡуя, ә журналист шәхесенә лә, эшенә лә көнөндә баһа бирергә тейешле.
Икенсенән, журналист — ул сәйәсмән! Йәғни беҙҙең хеҙмәтебеҙ — дәүләт эшмәкәрлеге. Кеше һәм дәүләт араһындағы бәйләнеште, халыҡ-милләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе, сәйәси-иҡтисади-социаль процестарҙы кем көйләй? Әлбиттә, Хөкүмәт һәм дәүләт органдары. Әммә журналистар аша. Журналист ул власть менән халыҡ араһында эш иткән парламентер. Беҙҙең мөҡәддәс бурыс — власть вәкилдәре менән граждандарҙың мөнәсәбәттәрендә хата ебәреүҙе кәметеүгә булышлыҡ итеү.
Өсөнсөнән, журналист — ул тарихсы! Фән белгестәре быуаттар, тотошлай тарихи дәүерҙәрҙе байҡаһа, беҙ көн-йыл тарихын яҙабыҙ. Беҙҙең хеҙмәттәребеҙ киләһе быуын тарихсылары өсөн мәғлүмәт сығанағы буласаҡ. Йәғни геройҙарыбыҙ — быуаттар артылышындағы, меңйыллыҡтан меңйыллыҡҡа күскән дәүерҙең иң сағыу шәхестәре. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш!
Өҫтәүенә журналист — тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла, фән эшмәкәре лә! Беҙ улар һымаҡ уҡ мәғлүмәт йыйып эшкәртәбеҙ, аң-белем таратабыҙ, тәрбиәләйбеҙ. Журналисҡа, бер яҡлап, донъяны һәм кешеләрҙе ғалим кеүек аңлай белеү мөһим. Икенсе яҡлап, уға тормошто, сәнғәт әһеле кеүек, хис-тойғо аша үткәреп сисеп һалыу, башҡаларға баҙыҡ итеп һөйләп биреү мотлаҡ.
Белгегеҙ килһә, журналист ул ниндәйҙер кимәлдә — юрист та! Беҙ — гүйә прокурор, тәртип һағында торабыҙ, тәфтишсе кеүек ҡыйыш-мыйыш хәл-ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлайбыҙ йә судья вәкәләттәрен үҙләштереп хөкөм сығарыбыҙ. Хатта адвокат урынына бәғзе берәүҙе яҡлай башлайбыҙ.
Шуныһы үкенесле: етешһеҙлекте күреп үҙ инициативаһы менән журналистың сығыш яһаған осраҡтары һирәгәйә бара. Йыш ҡына нимәнелер йә кемделер фашлар өсөн беҙ күрһәтмә өмөт итеп, икенсе төрлө әйткәндә, “һөс!” тигәнде көтөп ятабыҙ.
Бына ниндәй ҡатмарлы ул журналист профессияһы! Шуға ла ысын журналистар бик һирәк осрай. Дөрөҫөрәге, үҙенең миссияһын тулыһынса үтәгән, йәиһә профессияһының барлыҡ бурыстарын башҡара алдым тип әйтә алырлыҡ журналист — ул бөгөнгө көндә ғәҙәттән тыш хәлгә тиң күренеш.
— Ә һеҙҙең өсөн журналистика нимә ул? Һөнәрме, тәжрибәме, күңел талабымы, әллә?..
— Ул — минең булмышымды асып һалыусы, теләктәремде хәрәкәткә килтереүсе, уй-фиғелемде бойомға ашырыусы һөнәр. Журналистика ул — минең сәғәттәремде һанаусы, көс-хәлемде ашаусы, ғаиләмдән ситкә әйҙәп тороусы иблис. Шул уҡ ваҡытта ул ғүмер йылдарын арттырыусы, дәрт-дарман өҫтәүсе феномен да.
Телерадиожурналистика — тағы ла ҡатмарлыраҡ һөнәр. Бында ябай журналисҡа ҡуйылған сифаттар ғына етмәй. Эфирҙа ул — оратор ҙа, священник та, артист та! Тапшырыу әҙерләп алып барыусы — сәнғәт белгесе лә! Сөнки телевидение — бөтә мәғлүмәт сараларының һәм классик сәнғәт төрҙәренең синтезы ул...
Мин ғүмеремдең тәүге яртыһын актриса була алмағаныма үкенеп үткәргәйнем. Ә бөгөн тормош тәжрибәһе юғарылығынан ҡарайым да шундай һығымтаға киләм: ғүмер буйы сәхнә геройҙарының һүҙҙәрен генә яңғыратып, автор фекерен генә ишеттереп йөрөй алмаҫ инем, буғай! (Фекер булһа әле һәр әҫәрҙә!?) Тәбиғәт бүләк иткән һәләтте, ата-әсәмдән күскән күңел сафлығын, ырыуыма хас ғәҙеллек көсөн, уҡытыусыларым биргән белемде, үҙем туплаған тормош һабаҡтарын бер һөнәрҙә күрәм һәм ҡулланам.

Рәсәй буйынса телевидение хеҙмәткәрҙәренең тик 14 проценты — профессионал

— Һеҙҙе Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһын асыусы тип тә беләләр. Мәктәп-студия ул уҡыу үҙәгеме, әллә ижад лабораторияһымы?
— Беҙҙең ҡеүәттәге компанияларҙа штатта етмешкә яҡын һөнәр эйәһе бар. Телерадиопродукция етештереүҙә ҡайһы саҡ 50-нән ашыу һөнәр эйәһе тир түгә. Шуларҙың яртыһы — һирәк осрай торған профессия вәкилдәре. Беҙҙең төбәктә радио, телевидение сәнәғәте һәм сәнғәте өсөн махсус белем биреүсе уҡыу йорттары юҡ. Ә уҡымайынса үҫеп булмай.
Рәсәй буйынса телевидение хеҙмәткәрҙәренең тик 14 проценты — профессионал. Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы тулы ҡеүәтенә эш башлағайны, кадрҙарға ҡытлыҡ барлыҡҡа килде. Дәүләт телерадиокомпанияһы (ДТРК) эргәһендә башланғыс һөнәри мәктәп асырға шул да этәргес булды.
Иң тәүҙә беҙ ДТРК-ның кадрҙар үҫтереү концепцияһын яңырттыҡ. Төп профессиялар буйынса уҡыу программалары төҙөнөк. Уларҙы яҡлап уҡытыуға рәсми рөхсәт, йәғни дәүләт лицензияһы алдыҡ. Мәктәп-студияһының төп эшмәкәрлеге — яңы хеҙмәткәрҙәргә махсус башланғыс белем биреү, йәш коллегаларға стажировка үткәреү. Ә инде тәжрибәле белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү — ул даими эш. Телевидение тиҙ үҫә, яңы шарттарҙа ҡайһы бер профессиялар кәрәкмәй башлай, хатта юҡҡа сыға. Ә бит бар ғүмерен, сәләмәтлеген телебашня аҫтында ҡалдырған хеҙмәткәрҙе эшһеҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Беҙ уларҙы ҡайтанан уҡытабыҙ, башҡа профилгә йүнәлтәбеҙ.
Әйткәндәй, республикала 50-гә яҡын ҡала, район телерадиокомпаниялары эшләй. Урындағы ТРК-ларға кадр әҙерләү, уларға методик ярҙам күрһәтеү, ижади ярыштар ойоштороу ҙа Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы эшмәкәрлегенә әйләнде.
Санкт-Петербургта кино һәм телевидение өсөн кадрҙар әҙерләүгә махсуслаштырылған вуз бар. Унда уҡырға инер өсөн дүрт йыл рәттән мәктәп-студия нигеҙендә күсмә имтихандар ойошторолдо. Төньяҡ баш ҡалабыҙҙың Кино һәм телевидение университетында бөгөн 100-ҙән ашыу Башҡортостан балалары уҡып йөрөй. Тағы ла 20-нән ашыу хеҙмәткәребеҙ унда ситтән тороп белем ала.
Шуны ла әйтәйем: телевидение күптән инде кешенең күңелен асыу, халыҡҡа мәғлүмәт таратыу сараһынан ил менән идара итеү ҡоралына әүерелде. Бындай хәлдә телевидениеның тәбиғәтен, уның мөмкинлеген, көсөн һәр кем өйрәнергә, белергә тейеш. Телевидение продукцияһына заказ биреүселәр ҙә, уны етештереүселәр ҙә, ҡулланыусылар ҙа аңларға бурыслы уны.
— Тимәк, Башҡортостан телевидениеһы был йәһәттән заман менән бергә атлай.
— Башҡортостан телевидениеһы дөйөм, Рәсәй һәм тотош донъя телевидениеһы менән уртаҡ ерлектә эшмәкәрлек итә. Бер яҡтан, был хәл конкуренция тыуҙырып, үҫешкә килтерә. Икенсе яҡтан, халыҡты кәрәкмәгән, зыянлы телевидениенан ҡурсалап булмағанды аңлата.
Телевидениеның тарихын алһаҡ, ул беҙҙең Рәсәй ерлегендә үҫешкән илдәрҙән сирек быуатҡа артта ҡалып бара. Башта быға артыҡ һаҡ ҡыланған яңы совет төҙөлөшө сәбәпсе булды. Һуңынан бер нисә тиҫтә йылға был өлкәләге үҙгәрештәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы туҡтатты. Телевидениеның артабанғы үҫешенә коммунизм ҡороусыларҙың үҙаллылығы, йәғни тәкәбберлеге ҡамасауланы.
Бына шуның өсөн дә Көнбайыш илдәрҙең үткән быуатта эфирға сыҡҡан тапшырыуҙарын Рәсәй бөгөн саҡ күрһәтә. Йә лицензияларын һатып ала, йә моделдәрен үҙләштерә, йә уларҙың проекттарын урлап бойомға ашыра. Ярай ҙа беҙҙең ерлеккә, аудиторияның менталитетына яраҡлаштырылһа ул әҫәрҙәр?!
Телевидение өлкәһендәге фәнни эшмәкәрлекте алһаҡ — бында бөтөнләй ҡот осҡос хәл! Беҙҙең эштә теория практиканан тағы ла сирек быуатҡа арттараҡ килә.
— Ишетеүебеҙсә, һәр курсты һеҙ үҙегеҙҙең лекцияғыҙ менән асаһығыҙ. Ҡыҙыҡ, реклама агенттарын нимәгә өйрәттегеҙ?
— Минең лекция “Телевидение һәм реклама” тип атала. Мәҫәлән, реклама һүҙе нимәне аңлатҡанын беләһегеҙме? Француз телендә лә, латинса ла ул “ҡысҡырып әйтәм”, “ҡысҡырып саҡырам” тип тәржемә ителә. Ә беҙ: “Нишләп рекламаға етһә, телевизор аҡыра ла ебәрә?” — тип әрләшәбеҙ. Америкала дәүләт кимәлендә рекламаға ҡағылышлы беренсе документтың — 1941, ә Рәсәйҙә 1989 йылда барлыҡҡа килеүе нимә хаҡында һөйләй? Эйе, старт алғанда уҡ артта ҡалғанбыҙ тигәнде аңлата. Әйткәндәй, бөгөн донъя күләмендә рекламаға тотонолған барлыҡ сумманың ҡап яртыһы Америка Ҡушма Штаттарына тура килә. Ҡыҙыҡмы? Ҡыҙыҡ!
Мин заманында үҙебеҙҙең телерадиокомпанияла Реклама-мәғлүмәт үҙәгенә нигеҙ һалыусыларҙанмын. Уның эшмәкәрлеген көйләүсе положениены һәм башҡа документтарҙы ижад итергә тура килде. Заманында беҙ, бер нисә энтузиаст, үҙебеҙҙең реклама гәзитен дә булдырғайныҡ. Беренсе түләүле тапшырыуҙарҙың хаҡын билдәләй алмай йонсоған саҡтар булды. Баҙар закондарына таянып телерадиокомпания менән театрҙар, филармониялар араһындағы хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр уйлап сығарған инем ваҡытында.
— Ә бит заманында һеҙҙе ҡаты ғына, тәнҡиткә эләктергәйнеләр коллегаларығыҙ. “Беҙҙең партия ойошмаһы етәксеһе халыҡҡа йыр һатып байырға йыйына!” — тип битәрләгәйнеләр.
— Ул “Йырым булһын бүләгем” арҡаһында күргәндәрҙе байҡаһаң, үҙе бер хикәйәт. Ул тапшырыуҙарҙы яйға һалғансы ярты сәс ағарҙы. Кем әҙерләргә тейеш ул концертты? Ҡайҙан алырға шул тиклем яңы тематик йырҙарҙы? Махсус музыкаль номерҙар ижад итергә нисек, кемгә заказ бирергә? Күпме аҡса һорарға эш өсөн? Түләүҙе нисек ҡабул итергә? Аҙна һайын был эшмәкәрлек тураһында положение яҙыла, үҙгәртелә... Һорауҙар, эҙләнеүҙәр, асыштар. Хәйер, бөгөн ул хаҡта иҫкә лә алмайҙар.

Илгә бойондороҡһоҙ йәмәғәт телевидениеһы кәрәк!

— Телевидениены эстән дә, тыштан да белгән практик һәм теоретикты бөгөн ниҙәр борсой?
— Иң башта эфирҙың йөкмәткеһен, эстәлеген тикшереүсе дәүләт органы юҡлығы борсой. Үҙәк каналдарҙа унар йыл бер үк персонаждар, бер үк геройҙар! Тәүҙә халыҡты хәйерселеккә төшөргәнсе талап, һуңынан уның мөлкәтен, хәйер итеп уға кире ҡайтарыуҙы мәрхәмәтлек итеп күрһәтә белгән муттар беҙҙең төп геройға әйләнде түгелме?! Алып барыусылар менән тапшырыуҙа ҡатнашыусыларҙың тупаҫлығы һәм тәрбиәһеҙлеге үҙе ни тора!?
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың һуңғы Мөрәжәғәтнамәһендә яңғырауынса, илгә бойондороҡһоҙ йәмәғәт телевидениеһы кәрәк! Эфирҙы мәғәнәһеҙ сериалдарҙың баҫып алыуы, экрандағы агрессия, яңы формалар эҙләү урынына сит илдең иҫкереп ташланған проекттарын үҙләштереп ҡабатлау кеүек проблемалар менән бер ни эшләп булмай. Тел белмәү, тел боҙоу йәнемде ҡыя. Ә радио-телеэфир теле халыҡ өсөн эталон булырға тейеш!
Бөтә донъя ойошмаларының тикшеренеүенә ярашлы, телевизор ҡарау кешегә хас биш йөҙ шөғөлдөң иң беренсеһе булып тора. Бер кем дә телевидениеһыҙ йәшәй алмай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең киң мәғлүмәт саралары телевизор ҡарау культураһына бәйле берәй аналитик мәҡәлә йәиһә уйланырлыҡ бер бәләкәс кенә хәбәр ҙә яҙмай, исмаһам. Конструктив тәнҡит һүҙе юҡ.
Башҡортостан телевидениеһының (илдәге хәлгә ҡарағанда) ғорурланырға урыны күп. Беренсенән, беҙҙең концепция атыш-үлтереш, талаш, көсләү, кешелә тормошҡа һәм бер-береһенә кире ҡараш тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Беҙ халыҡты ижадҡа, хеҙмәткә өйрәтәбеҙ. Ғаиләләрҙе татыулыҡҡа, кешеләрҙе сабырлыҡҡа өндәйбеҙ. Телевизор ҡараусыла өмөт, яҡты ниәт уятырға ынтылабыҙ. Емереклек, бөлгөнлөк, ҡыйралыш урынына күберәк төҙөлөш, муллыҡ, татыу тормош күрһәтәбеҙ. Бер туҡтауһыҙ эҙләнәбеҙ, үҙгәрәбеҙ.
— Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы, телевидениеның киләсәге нисегерәк?
— Иң башта минең телевизор ҡараусыларға, журналист коллегаларыма, ғөмүмән, милләттәштәремә мөрәжәғәт иткем килә. Милли телевидениены (шулай уҡ милли матбуғатты) тыуҙырыу, үҫтереү, һаҡлап алып ҡалыуы ҡатмарлы. Уларҙы бер туҡтауһыҙ әрләргә ярамай. Гәзиттә лә, телевидениела ла һеҙҙең кеүек үк ябай кешеләр эшләй. Уларҙың ҡараштары, фекерҙәре, аң-белем кимәле, һөнәри оҫталыҡтары төрлө. Шулай булғас, сығарған продукцияның да сифаты төрлөсә булыуы ихтимал. Тәнҡитләр, башҡаларҙан нимәлер талап итер алдынан һәр кем үҙенең эшен тейешле башҡарамы икәнен уйлаһын ине.
Көнөн-төнөн арымай-талмай, ал-ял белмәй, телевидениены шәхси тормошо һәм ғаиләһенән өҫтөн ҡуйып тырышҡан коллегаларымды йәлләйем мин. Бер ҡайҙа тыныслыҡ күрмәй улар. Ҡунаҡтамы, халыҡ йыйылған башҡа сараламы — телевидение кешеһен күреү менән барлыҡ зарын сығарып һалалар. Дәүләт сәйәсәтенән башлайҙар, экран геройҙарының гонаһтарын барлап сығалар. Мотлаҡ үҙеңдең берәй яңылыш әйтелгән һүҙеңде иҫкә алалар, аҙаҡ һауа торошоноң тура килмәүенә ҡушып тәнҡитләйҙәр.
“Һәр тамашасы ниндәй телевидениеға лайыҡ — шуны ҡарай”, — тиҙәр беҙҙең даирәләрҙә. Телевидение тапшырыуҙары — ул күмәкләшеп, кәңәшләшеп, бергә ижад ителә торған әҫәр. Тамашасы әүҙемерәк ҡыҫылһын ине телевидение яҙмышына. Үҙенең нимәләр ҡарарға теләгәнен белдерһен дә, шуға өлгәшһен әйҙә.
Илде ҡотҡарыуҙы телевидениены үҙгәртеп ҡороуҙан башларға кәрәк тип һанай аҡыллы сәйәсмәндәр.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576