Күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбай үҙенең бай ижады менән уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы. Ул поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә берҙәй өлгөрлөк, һәләт менән уңышлы эшләне. “Ер”, “Йәшә, тормош” кеүек поэмалары, тиҫтәләгән йырҙары, лирик һәм публицистик шиғырҙары, шиғри әкиәттәре менән башҡорт поэзияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Милли драматургиябыҙҙың һәм театр сәнғәтенең күтәрелешендә лә хеҙмәте тос. Уның “Ҡарлуғас” драмаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһен дер һелкетте. Баязит Бикбай Салауат Юлаев тураһында йәнә либретто яҙып, уны музыкаға һалған композитор Заһир Исмәғилев менән бергә классик милли опера тыуҙырыуға ярҙам итте. Шул уҡ арҙаҡлы композиторыбыҙ менән берлектә ижад иткән “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы, “Шәүрә” трагедияһы ла әҙәбиәтебеҙҙең сағыу өлгөләре булып танылды.
Баязит Бикбайҙың “Ҡояшлы көн”, “Аҡсәскә”, “Тере шишмәләр” повестарын, “Аҡселән ташҡанда” романын әле лә яратып уҡыйҙар.
Күптән түгел арҙаҡлы әҙиптең тыуыуына 105 йыл тулды. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында ҡәләмдәштәренең төрлө йылдағы яҙмаларын тәҡдим итәбеҙ.
Килә яуа... Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Беҙ йыш ҡына үҫеп буйға еткән балаларыбыҙҙың сабый саҡтарын һағынабыҙ, сөнки уларҙың асыҡ йылмайыуы, саф күҙ йәштәре менән бергә беҙҙең йәшлегебеҙ ҙә артта тороп ҡалған. Беҙ татлы һәм бер аҙ яманһыу иҫтәлектәргә биреләбеҙ. Бындай хәтерләүҙәр, йылдарҙың ел-ямғырҙарын, ҡар-бурандарын байтаҡ күреп-кисереп, инде ҡата, томалана төшкән күңелдәрҙе йомшартып, елләтеп ебәрә. Иҫтәлектәр үткәндәр өсөн һөйләнмәй, улар бөгөнгө һәм киләсәк заманалар өсөн һөйләнә.
Мин ижади ғүмеремдең сабый сағын һағынам. Юҡ, үҙемде үҙем һағынмайым. Шул заманда минең әле күҙҙәре лә асылмаған, бүтәндәр көлә тип кенә көлә, бүтәндәр илай тип кенә илай торған «әҫәрҙәрем» ятҡан сәңгелдәккә тәү тапҡыр өмөтлө ҡараш ташлаған күҙҙәрҙе, шәфҡәт менән һуҙылған ҡулдарҙы үтә һағынап иҫкә алам. Шулар араһында Баязит Бикбай күҙҙәре, Бикбай ҡулдары ла бар ине.
1937 йылдың дәһшәтле елдәре, билдәле булыуынса, башҡорт әҙәбиәтенең яҡшы уҡ күтәрелеп килгән урманын ныҡ ҡына һирәгәйтеп китте. Шуға күрәлерме, ул саҡ аҙ ғына осо күренә башлаған һәр йәш ҡәләм өлкәнерәк яҙыусыларҙың айырата иғтибар үҙәгендә булды. Өлкәнерәк тигәндәремдең дә күбеһе ул заман егерме биш менән утыҙ араһында йөрөгән икән. Әммә әҙәбиәттә ололоҡ-кеселек йәш айырмаһы менән үлсәнмәй, күрәһең. Улар беҙҙең өсөн ныҡ өлкән ине. Һәм күбеһе өлкән булып ҡалды ла. Әлбиттә, араларында үҙҙәренең өлкәнлеген юғалтыусылар ҙа аҙ булманы.
Кемдеңдер яҡшы ниәте менән бер ваҡыт башлап яҙыусыларҙы тәжрибәлерәк әҙиптәргә беркетеп сыҡтылар. Был, әле аңлауымса, заманы өсөн кәрәкле башланғыс булғандыр, моғайын. Шул «бүлешеү» ваҡытында мин ижады менән дә, кешелек рухы менән дә миңә бөтөнләй яҡын булмаған бер оло әҙипкә эләктем. Ул хәҙер мәрхүм инде. Быға тиклем мин шиғырҙарымды Баязит Бикбай менән Ғәйнан Әмиригә уҡып ишеттергәнем бар ине. Ғ. Әмири: «Һинән шағир сығасаҡ, сығарабыҙ уны», – тигәйне. Б. Бикбай бер нәмә лә әйтмәгәйне, тик бер нисә шиғырымды алып ҡына ҡалғайны.
Минең теге шағирға беркетелеүем Баязит Бикбайға оҡшамаған икән. Ул, Яҙыусылар союзында был хаҡта һүҙ ҡуҙғатып, миңә ижади ярҙам күрһәтеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Быларын мин һуңынан ғына белдем.
Яҡын танышлыҡтың беренсе көндәрендә үк Баязит Бикбай араларыбыҙҙа йәш айырмаһы барлығын да, ижади хеҙмәттәребеҙҙең тигеҙ булмауын да тиҙерәк онотторорға тырышты. Ололарға итәғәтле, кеселәр менән кеселекле Бикбай дуҫлыҡта тик тиңдәш дуҫлыҡты ғына таный ине, дуҫтарҙың кесеһе-олоһо булмаҫҡа тейешлеген ул ара-тирә хәтергә лә төшөрөп ҡуя торғайны. Бына әле бергә уҙҙырған утыҙ йылдан ашыу ғүмерҙең иҫтәлектәренә ҡул тейҙергәс тә, шуны уйланым: мин белгәндән бирле Баязит Бикбай кешеләр менән берәүҙәрҙең дәрәжәләренә һәм дандарына ҡарап та, икенселәрҙең ярамһаҡланыуҙарына һәм яҡшатланыуҙарына ҡарап та дуҫлашманы. Йәне теләгән саҡта йәне теләгән кешеләр менән аралашты һәм яҡынлашты ул.
Оҙон-оҙаҡ утыҙ йыл эсендә төрлө хәлдәр булғандыр, пар күгәрсендәр кеүек гел гөрләшеп кенә лә торолмағандыр. Бәлиғ була барған һайын ике арала ижади бәхәстәр ҙә ҡупҡылағандыр. Ләкин һәр ваҡыт йәшлектең йылы елдәре, кире ҡайтып, күңелдәрҙе иретте, араларҙы йылытты. Шуға күрә лә дуҫлығыбыҙҙың ана шул үлән ҡыяҡтарына әле саң да ҡунмаған яҙғы мәле бигерәк һағындыра.
Йәй башы ине. Беҙ уның менән Шишмә районындағы Туҡран разъезында төштөк тә Абдулла ауылына ҡарай юл тоттоҡ. Бикбайҙың унда ниндәйҙер йомошо бар ине. Ул саҡ ҡына алданыраҡ атлай, уның артынан беҙҙең менән поезда килгән һигеҙ-туғыҙ йәшлек бер малай төшөп алған – ул Абдуллаға ҡайта – иң арттан мин киләм.
Утыҙ йәшлек күренекле шағирҙың, өҫтәүенә орденлы шағирҙың, үҙен олпат, дәрәжәле итеп тотмауына мин һаман күнегеп бөтә алмайым. Әле лә ул вагонда теге малайға төрлө ирмәктәр һөйләп, көлдөрөп килде.
Бикбай ҡапыл туҡтаны ла беҙгә боролдо:
– Эй, мырҙам, – тине ул теге малайға, – ниндәй һөнәрең бар?
– Нимә ул «һөнәр»?
– Нимә эшләй беләһең?
Малай уйлап та тормаҫтан:
– Ат эйәрләй беләм, – тине.
– Быныһы яҡшы, – тип хупланы Бикбай. – Ә йырлай-бейей беләһеңме?
– Бейей белмәйем. Йырлай беләм дә, ҡорһаҡ асты...
– Ҡорһаҡ асҡанда тауыш моңло сыға ла инде ул. Йә әле, йырлап ҡара.
Ләкин малай үҙенең моңло тауышы менән беҙҙе ләззәтләндерергә ашыҡманы. «Ну...» – тип кенә ҡуйҙы.
– Улайһа, әйҙә, шундай уйын уйнайбыҙ: бына мин биш тин баҡырҙы алға ырғытам, һин шуға еткәнсе йыр йырлайһың, барып еткәс, аҡса һиңә була.
Малай быға шунда уҡ ризалашты. «Түлке хәрәмләшеүҙән булмаһын», – тине.
Беҙ башта кеҫәләге биш тинлектәрҙе йырға алмаштырып бөтөрҙөк, йырсыбыҙ шунан өсәр, хатта икешәр тинлек баҡырҙарға ла ризалаша башланы. Малайҙың тауышы ысынлап та моңло ине, ләкин ул үҙе беренсе булып хәрәмләшергә кереште. Килешеү шартын боҙоп, ул бер йырҙы өс тапҡыр йырланы:
Килә яуа, килә яуа,
Эйәләште инде бер болот.
Баштарымды ашар, ахыры,
Йыйын дошман бер булып...
Уйынды шунда туҡтаттыҡ. Һәм беҙ йырһыҙ һүлпән генә атлай башланыҡ. Ә шул йыр бына утыҙ йыл ҡолаҡта яңғырай: «...Эйәләште инде бер болот...».
...Баязит Бикбайҙы юғалтыуҙан һуң йөрәкте ҡаплап алған ҡара ҡайғы һөрөмө таралып өлгөрмәне, уға һағыныуҙың моңһоу болото эйәләште. Килә яуа... Килә яуа...
Арҙаҡлы ир-егет ине Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
1968 йылдың август баштары ине шикеллле. «Ағиҙел» журналы редакцияһына Баязит Бикбай килеп инде. Йәйге еңелсә кейемдә. Кәйефе лә һәйбәт күренә: миһырбанлы, изгелекле ҡарашында, мөләйем сырайында ниндәйҙер дәрт, ҡөҙрәт сифаттары сағылып торғандай. Ул түргә үтеп ултырҙы ла ҡабат тороп китте.
– Байтаҡ эш башҡарҙым, – тип башланы һүҙен, – ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәремде әҙерләп бөттөм дә нәшриәткә тапшырҙым. Алтмыш йәшем айҡанлы баҫтырып сығармаҡсылар. Кисә Хөсәйен Әхмәтов менән осраштым, ул минең либреттоға («Замандаштар») яҙған яңы өҙөктө уйнап күрһәтте. Хәҙер тыныс күңел менән больницаға ятһам да була. Ярар, дауаханаһы суҡынып китһен, уны иҫкә төшөрөп, шәп кәйефте боҙорға ярамай. Күңелле итеп һөйләшеп йөрөгө килә. Әйҙә, мырҙам, бер йөрөп әйләнәйек.
Мин алдымда ятҡан ҡағыҙҙарға күҙ ташланым. Кемдеңдер ҡулъяҙмаһын мөхәррирләп машинкаға тапшырырға кәрәк ине.
– Ваҡыт юҡ бит әле, ағай... Икенсе мәлгә ҡалдырайыҡ...
– Икенсе мәлдең булмауы ла ихтимал бит, мырҙам...
Баязит ағай, үпкәләгәндәй итеп, былай ҙа ҙур булмаған кәүҙәһен көмөрәйтеберәк сығып китте.
Шул ваҡиғаға нисәмә йыл үтте, ә йөрәк әсеттергес үкенес тойғоһо мине һаман да ҡамсылай. Нишләп ултырып ҡалдым мин? Ниңә саҡырғанында эйәрмәнем? Әйтерһең дә, редакцияның эшен бөтөрөп була! Ә бит Баязит ағай яҙыусыларҙың йыйылыштарҙан тыш та аралашып йәшәүе яҡлы булды. Ул үҙенән өлкәндәр менән дә, йәштәр менән дә берҙәй типә-тиң аралаша, ижади дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә ине. Уның күңел ишеге лә, өйөнөң ишеге лә шар асыҡ булды.
Баязит Бикбай менән редакциялағы осрашыу һуңғыһы булыр тип башыма ла килтермәй инем. Ул иртәгәһенә дауаханаға инеп ятҡан, ә мин бер аҙҙан «Ағиҙел» журналының подписка эштәре менән Ҡурған өлкәһенә китеп барҙым. Әйләнеп ҡайтыуыма аяуһыҙ әжәл уны беҙҙең аранан алып киткәйне. Яратҡан яҙыусымды һуңғы юлға оҙатышырға саҡ өлгөрөп ҡалдым. Һәм ошо көндән алып миңә үкенес тойғоһо тынғылыҡ бирмәй: теге саҡта ниңә уның менән бергә сыҡманым икән?..
Мин уның менән тәү тапҡыр аяуһыҙ 1943 йылда осрашҡайным. Аслыҡ, юҡлыҡ менән айҡашабыҙ. Шундай көндәрҙең береһендә ауылда: «Беҙгә башҡорт һәм украин яҙыусылары, рәссамдары килә икән», – тигән хәбәр таралды.
Бығаса бындай кешеләр беҙҙең тауҙар араһындағы төпкөл Ҡолғонаға аяҡ баҫмағанғалыр инде, халыҡ, бөтә мәшәҡәттәрен онотоп, оло ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙерләнде. Ауыл Советы ҡайҙа нисә кешене урынлаштырырға фатирҙар тәғәйенләне. Ҡунаҡтарҙың өсәүһен беҙгә төшөрҙөләр һәм минең түбә күккә тейҙе. Араларында беҙ, малайҙар, яттан һөйләп йөрөгән «Пограничник һәм уның әсәһе» тигән шиғырҙың авторы Баязит Бикбай ҙа бар. Мин һыу ҡойоп тороп, уларҙың ҡулын йыуҙырҙым. Шатлығымдың сиге юҡ ине.
Ҡунаҡтар беҙҙә ике көн торҙо. Рәсми осрашыу булыуын-булманы. Яҙыусылар ҙа, рәссамдар ҙа айырым-айырым кешеләр менән осрашып йөрөнө.
Бына шулай көтмәгәндә танышыуҙан һуң мин Баязит Бикбайҙың әҫәрҙәрен тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ уҡыр булып киттем.
Үҙем яҙа һәм Өфөгә килеп йөрөй башлағас, әҙәбиәткә килеүсе йәштәргә ғәжәп ихтирамлы был оло яҙыусы менән яҡынданыраҡ таныштым. Баязит ағай йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ҡулъяҙма көйө лә, баҫылып сыҡҡас та бик ҙур иғтибар менән уҡыр, авторҙарына фекерҙәрен әйтә барыр ине. Ә уның ҡыҫҡа һәм тос фекерҙәре күңелгә ғүмерлеккә һеңеп ҡалған. 1956 йылдың йәйендә «Зөһрә» тигән тәүге повесым баҫылып сыҡҡас, ул мине Луначарский исемендәге паркта осратты ла (мин отпуск ваҡытында Өфөгә килгәйнем):
– Повесыңды уҡып сыҡтым, мырҙам. Һиндә ниҙер бар, тырышһаң, йүн сығыр, – тине. Шунан иҫкәрмәләрен теҙеп китте.– Геройҙарың яланғасыраҡ. Кире кешең гел кирегә бөткән, ыңғайы алтын ялатылған кеүек шәп. Ә бит тормошта улай булмай, мырҙам. Кеше тигәнең үтә ҡатмарлы заттан. Берәүҙәр һинең алда бер төрлө, артыңда – икенсе, йә булмаһа, теле бер нәмә һөйләй, күңелендә – икенсе уй. Һинең геройҙарың уйланмай. Ә әҙәм балаһы өҙлөкһөҙ уйланыусан, туҡтауһыҙ ниндәйҙер кисерештәр солғанышында йәшәй.
Артабан да яҙған һәр әҫәремде тиерлек уҡытырға тәүҙә Баязит ағайға алып барҙым. Уның кәңәштәре әҫәрҙе камиллаштырырға ярҙам итәсәген белә инем. «Ер биҙәге» повесын ҡулъяҙма килеш уҡып сыҡҡас, ул мине өйөнә саҡырҙы. Килеп ингәс тә әҫәр хаҡында һүҙ ҡуҙғатманы, ҡулына бер хат алып, шуны уҡый башланы.
– Баймаҡ районынан бер уҡытыусы ҡарт яҙып ебәргән. Тыңла әле, мырҙам...
Хатта ҡайһы бер әйбер һәм күренештәрҙең башҡортса атамаһы булып та, уларҙың икенсе телдәрҙән ингән һүҙҙәр менән йөрөтөлөүе, ҡайһы бер башҡортса һүҙҙәрҙең әҙәби телдән бөтөнләй төшөп ҡалыуы тураһында яҙылғайны. «Дөрөҫ әйтә бит был ҡарт. Бына уныңса әйтһәң, ҡалай шәп килеп сыға! Һүҙҙең моңо артып, мәғәнәһе асыҡланып киткән кеүек!» – тип һоҡлана Баязит ағай.
– Һинең әҫәрҙәреңдең теле арыу тип маҡтайҙар ҙа ул, мырҙам, повесыңды уҡып сыҡҡас, тел өҫтөндә ныҡ эшләргә кәрәк, тигән фекергә килдем.
Лесник, обход, объездчик, объезд, делянка, санрубка, авторитет тигәнгә оҡшаш әллә күпме урыҫ һүҙҙәре осрай. Шуларҙы башҡорт һүҙҙәренә алмаштырырға кәрәк булыр.
Баязит Бикбай ағайҙың киң күңеллелеген, ихласлығын әҙәбиәткә ниндәй генә юлдар менән булһа ла килергә, үҙ әҫәрен нисек тә баҫтырырға тырышыусы ҡайһы берәүҙәр үҙенсә файҙаланырға тырышып та ҡарай ине. Ләкин ағай уларҙың юха телләнеп һөйләнеүен көлөмһөрәй биреп тыңлай ҙа, ҡәтғи фекеренән ҡайтмай торғайны. Сөнки баҫалҡылыҡ, тура һүҙлелек, саф күңеллелек, әҙәби ижадҡа намыҫ эше тип ҡарау оло әҙиптең йөҙөн билдәләүсе төп сифаттар ине.
«Ағиҙел» журналының мөхәрририәт ағзаһы булараҡ та ул әҫәрҙәр хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙә принципиаллек күрһәтте. Авторының кем булыуына иғтибар итмәне, тураһын әйтер, ҙур талаптар ҡуйыр ине.
Бындай талапты ул бүтәндәргә генә түгел, үҙ алдына ла ҡуя ине. Мин уның әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат эшләүен, ҡәләмдәштәре уҡығас, уларҙың кәңәштәренә ныҡлы ҡолаҡ һалыуын яҡшы беләм. Әҫәрен журнал редакцияһына тапшырғас, үҙ абруйына, өлкән йәшенә арҡаланып, уны тиҙерәк баҫтырыу яғын ҡайырып йөрөгәнен дә хәтерләмәйем. Былар Баязит Бикбайҙың оло әҙипкә хас баҫалҡылыҡҡа, әҙәпкә, ҡыҫҡаһы – ҙур мәҙәнилеккә эйә булыуы тураһында һөйләй. Икенсе төрлө әйтһәк, ир кешегә хас сифаттарға эйә ине ул. Баязит Бикбай ана шундай арҙаҡлы ир-егет булды.