Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булат Имашевтың һуңғы һүҙе: “Мин — башҡорт!”
Булат Имашевтың һуңғы һүҙе: “Мин — башҡорт!” Башҡортостан сәнғәте тарихында Булат Имашев тигән сағыу шәхес бар — уның тыуыуына 105 йыл булды. Тынғыһыҙ ижадсы 1937–1938 йылдарҙа Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, художество етәксеһе, директоры ла булған. Быйыл 75 йыллығын билдәләгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ойоштороусыһы һәм тәүге директоры ла ул.
Булат Имашев башҡорт театры тарихында беренсе булып милли геройыбыҙ Салауаттың образын тыуҙырған. Яңы асылған опера театрында ла ул тәүге булып “Сыңрау торна” милли балетын ҡуйған. Ғөмүмән, Булат Ғөбәйҙулла улының сәнғәтебеҙ үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Ул әллә күпме изге эш башҡарыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләтле режиссер, оҫта ойошторусы 38 йәшендә генә фажиғәле вафат булған. СССР-ҙың халыҡ артисы, арҙаҡлы композитор Заһир Исмәғилевтең Булат Имашев хаҡында 1994 йылда уртаҡлашҡан хәтирәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Тормошта үҙенең эшен белмәгән, әммә беләм тип йөрөгән кешеләр күп. Ә бына Булат, музыкаль белеме булмаһа ла, профессиональ кимәлдә музыкаль әҫәрҙәр ҡуйҙы. Һирәк осрай торған таланты ярҙамға килде, күрәһең. Мин уны башҡорт халҡының Немирович-Данченкоһы, Станиславскийы тиер инем.
...Белорет районында техникум тамамлап эшләп йөрөгәнемдә, беҙгә Башҡорт дәүләт академия драма театры гастролгә килде. Театрҙың ҡурайсыһы ауырып киткән икән, Арыҫлан Мөбәрәков мине ҡурай тартырға саҡырҙы — ул саҡта мин һәйбәт кенә уйнай инем. Шунан Мөбәрәков: “Һин, ҡустым, урманда айыуҙар араһында буталып йөрөмә, — ти. — Әйҙә, Өфөгә. Унда Булат Имашев студия асҡан, талантлы йәштәрҙе йыя”.
Мин эйәреп кит тә бар. Өфөгә килгәс, Мөбәрәковтарҙың йортонда (туғыҙ квадрат метр ҙурлығында) бергә торҙоҡ. Мине театрға алып барҙылар. Режиссер кеше ни, кемдең кем икәнен әллә ҡайҙан күреп тора.
— Йә, ҡустым, фамилияң нисек? — тип һорай Имашев.
— Исмәғилев.
— Нимә эшләй беләһең?
— Ҡурай тартам.
— О! Уныһы бик һәйбәт, — ти был. — Ҡурайсы беҙгә кәрәк. Улай булғас, һин артист та булырһың әле. Мин студия астым. Студияға һинең кеүек егеттәрҙе йыям. Әйҙә, башла уҡырға!
Ун бер егет булдыҡ. Улар араһында Хөсәйен Ҡудашев та бар.
Булат ағай беҙҙе уҡыта башланы. Мин бер нисә пьесала ҡатнаштым. Һүҙҙәрен бутап, яңылышып бөткән саҡтар ҙа булды. Бер профессорҙы уйнап йөрөнөм.
1937 йылда мине Мәскәүгә уҡырға алып киттеләр. Булат ағай оҙатҡанда:
— Заһир, һинән кеше сығыр, һин теремек кешеһең, — тине.
Һуғыш алдынан Мәскәүгә декадаға әҙерлек башланды. Имаш ағай опера театрында директор ине. Миңә бер пьесаны биҙәргә ҡушты:
— Заһир, музыка яҙ әле, — ти. Мин ҡыҙыҡлы ғына көй яҙҙым. Булат ағай маҡтап йөрөнө.
Ул бик матур кеше ине: ҡиәфәте менән дә, аҡылы менән дә. Тәүләп ҡуйған музыкаль комедияны әле лә хәтерләйем. Ул азербайжан композиторы Гаджибековтың “Аршин мал алан”ы ине. Үҙе Сөләймәнде уйнаны. Башҡорт халҡының мәшһүр балаһы ине ул. Ундай талантлы кешене аҙаҡ мин бер ҡасан да осратманым.
Бер нисә йылдан уны йәберләй башланылар. Бер дирижер менән һыйышманылар. Партияның өлкә комитетында бер таянысы бар ине теге әҙәмдең, шуның менән һөйләшепмелер инде, мин шулай уйлайым, улар Булатты төрмәгә ултыртып ҡуйҙы. Йәнәһе, Имаш юҡҡа-барға аҡса түгә, кәрәкмәгәнгә Мөхәммәт Арыҫлановҡа “Салауат Юлаев” картинаһын эшләргә заказ биргән. Шулай итеп, бер ғәйебе булмаһа ла, төрмәгә яптылар. Фрунзе урамындағы ике ҡатлы йортта тоттолар. Көн дә уны мылтыҡлы кешеләр театрға допросҡа килтерә, алып китә. Ниәттәре аңлашыла: кешегә күрһәтер өсөн эшләнә был. Әйтерһең, ул фашист йә иһә диверсант, илен һатҡан кеше. Ләкин Булат башын эйеп йөрөмәне.
— Заһир, һаумы! — тип үтеп китә ине.
— Булат ағай, һаумыһығыҙ, нишләп улай булды әле?
— Ярай, уны тарих тикшерер һәм дөрөҫөн һөйләп бирер...
Шунан Учалыға китте ул. Унда барғас, йәш таланттарҙы йыя. Ә һуғыш осоронда барлығы ике театр ойоштороп өлгөрҙө. Бына ниндәй кеше ине Булат Имашев! Өфөлә опера театрын асҡанда ла бер нәмә лә юҡ ине, хоры ла, оркестры ла, ә дүрт йыл эсендә унлаған спектакль ҡуйҙы. Йырсыларға сәхнә тәжрибәһе, актер оҫталығы етешмәй. Ошондай шарттарҙа Булат Имашев үҙен талантлы режиссер ғына түгел, тәжрибәле педагог итеп тә күрһәтте.
Учалыға барғас, музыкант булмаған кеше опера театрын асырға йөрөгән. Эште башлап ебәреүе ҡыйын бит. Уға бигерәк тә ауыр булғандыр, тип уйлайым. Шуға ҡарамаҫтан, тырышҡан. Күпме ҡаршылыҡтар аша... Ошо көнгә тиклем йөрәгем әрней, талантлы кешене әрәм иткәндәренә. Башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы ине бит ул... Шул тиклем фажиғәле үлем. Башҡорттоң ниндәй арыҫлан егеттәрен әрәм иттеләр! Ниндәй ғәйебе булғандыр... Уның дошмандары ла юҡ ине. Ә бына көнсөлдәре булды. Ә ундайҙар дошмандан да ҡурҡынысыраҡ. Үҙем беләм.
Заманы шундай ине... Минең күҙ алдымда “халыҡ дошманы” тип Мортазин менән Мәһәҙиевте лә төрмәгә алып киттеләр. Улар ғынамы ни, күпме кеше әрәм булды...
Булат ағайға 38 генә йәш ине. Өфөгә килергә сыҡҡан, поезға һуңлаған, тауар вагонында йоҡлап киткәс, башына лом менән һуғалар. Ни өсөн? Аҡсаһын да, пистолетын да алмайҙар. Тимәк, белгән кеше үлтерә. Махсус рәүештә эшләнгән эш был. Мәрхүмде Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Хөсәйен Ҡудашевтар алып ҡайтты. Улар һөйләүенсә, дауаханаға алып килгәндә ул иҫән булған, медсестраларҙың:
— Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, грузинды алып килгәндәр, — тигәненә, ул:
— Мин грузин түгел, мин — башҡорт! — тигән. Был уның һуңғы һүҙҙәре булған.
Булат ағайҙы оҙатҡанда халыҡ бик күп булды. Мин бер нисә кеше менән уны ҡәбергә тиклем күтәреп, алда барҙым. Ерләгәндә Ғата Сөләймәнов менән ҡурайҙа уйнап торҙоҡ. Шул тиклем ҙур мөхәббәт менән ҡарайым мин ул кешегә.
Булат Имашев үҙенең эше, үҙенең кешелеклелеге менән дә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Уны бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Булат ағай ҙур шәхес, башҡорттоң бөйөк балаһы ине, опера һәм балет театрында милли әҫәрҙәрҙе ҡуйырға тырышты, композиторҙарға заданиелар бирҙе. Ә хәҙер Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт әҫәрҙәре бармай.
Булат Имашевтың үлгәненә – 48 йыл. 48 йыл буйына беҙ уны телгә алманыҡ. Бында минең дә ғәйеп бар. Нишләп бөгөнгә тиклем уға һәйкәл дә юҡ? Быны учалылар ҙа, Бишбүләк районы ла эшләй ала. Булат Имашев — үҙенең эше, үҙенең таланты менән башҡорт сәнғәте тарихында ҙур эҙ ҡалдырған шәхес.

1994 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780