Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бай мираҫы ҡалды
Бай мираҫы ҡалдыБыл мәҡәләлә һүҙ барасаҡ шәхестең ғүмер һәм ижад юлын үҙ заманында тауышы алыҫтан уҡ ҡолаҡҡа салынып бармаған, үтә шаулап-гөрләмәгән, уның ҡарауы, мул һыулы, тәрән үҙәнле, көслө йылғаға сағыштырыуым әле лә хәтерҙә. Уға сирек быуат ваҡыт та үтеп киткән. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек шул. Был шәхестең беҙҙе мәңгелеккә ҡалдырып китеүенә лә ике йылға яҡын булып килә. Әммә уға ҡарата әйтелгән сағыштырыуым бөгөн дә үҙ көсөндә ҡала, улай ғына ла түгел, яңы йөкмәтке төҫмөрө ала төшә. Былай тигәндән, мин иң элек арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың, әҙиптәребеҙҙең һәм педагог-тәрбиәселәребеҙҙең береһе булған Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тормош һәм ижад юлын күҙ уңында тотам.
Беҙҙең хәтеребеҙҙә ул дүрт тиҫтә йылдан ашыу әҙәбиәтебеҙ офоҡтарын зиһен һәм күңел күҙе менән байҡаған күренекле ғалим һәм тәнҡитсе, йөҙәрләгән юғары белемле белгес тәрбиәләгән педагог-тәрбиәсе генә түгел, бәлки уҡымлы әҫәрҙәр ижад иткән прозаик булараҡ та киң танылыу алған шәхес булараҡ ҡалған. Уның талантының һуңғы яғы айырыуса ғүмер юлының бишенсе тиҫтәһен артылғандан һуң күҙгә күренеп асылды. Тап 50 менән 70 араһын үткән осорҙа ул яҙыусынан ҡыйыулыҡты, ныҡышмал эҙләнеүҙе, масштаблы фекерләүҙе талап иткән роман жанрына мөрәжәғәт итеп, был жанрҙың төрлө төрҙәренә ҡарар бынамын тигән яңы ҡоласлы эпик әҫәрҙәр яҙҙы. Уның “Яуап бирер көн” (1989), “Сыбар шоңҡар” (1996) һәм “Каруан килә Бағдадтан” (“Ағиҙел”, 2009, № 1, 2) романдары йылы ҡабул ителде. Айырыуса һуңғы ике әҫәре уҡыусылар өсөн дә, әҙәбиәтебеҙ өсөн дә бер сағыу табыш булды. Уларҙа авторҙың образлы фекерләү маһирлығы ғилми-логик фекерләү ҡеүәһе менән бергә ҡушылып, өр-яңыса балҡып китте. Прозаик әҙәбиәтебеҙ тарихында үҙенең юл башын урта быуаттарҙан уҡ алған тәуарих, сәйәхәтнамә жанры традицияларына яңы һулыш бирҙе, уларҙы бөтөнләй башҡа ижтимағи шарттарҙа яңыса байытып, үҫтереп ебәрҙе. “Сыбар шоңҡар” романы — тарихи прозабыҙҙың документаль төрө тәбиғәтен билдәләшерҙәй, тарихи-документаль роман формаһының үҫешенә көслө этәргес бирешерҙәй, киләсәктә лә был типтағы эпик әҫәрҙәр кәштәһендә лайыҡлы урын алырҙай үткер зиһен, зауыҡ менән яҙылған әҫәр. Роман башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди тураһында тәү башлап объектив фекерҙе сағылдырыуы менән дә һиммәтле. Әҫәр башҡорт халҡының тарихи аңы үҫешенә, милли рухы күтәрелешенә ярайһы этәргес бирҙе. Тикмәгә генә ул 1996 йылда республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булманы.
“Каруан килә Бағдадтан” романына килгәндә инде, ул Кирәй Мәргән, Ғәли Ибраһимов, Яныбай Хамматов, айырыуса Әхиәр Хәкимов, Булат Рафиҡов, Ғайса Хөсәйенов кеүек тарихи проза оҫталары традицияларын үҫтерә, эпосыбыҙҙы яңы проблемалар һәм фекер-идеялар менән байыта, уның ваҡыт һәм арауыҡ (пространство) поэтикаһын күпкә киңәйтә төшә. Романдағы ваҡыт поэтикаһы Х быуат менән генә сикләнмәй, бәлки Урал-Волга буйҙарында, Урта Азияла ислам таралғанға тиклемге осорҙарҙы ла үҙ эсенә ала. Бында автор асылда конкрет тарихи факттар, юҡ-юҡта гипотезалар менән эш итеүсе ғалим-әҙип булараҡ сығыш яһай, әҫәрендә дингә һәм инаныуҙарға, философияға, тарихҡа, этнографияға, телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә бәйле ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле мәғлүмәттәр бирә. Шуныһы айырыуса мөһим: был мәғлүмәттәргә, башҡорт тарихына Р. Байымов ғәрәп илсеһе күҙлегенән түгел, ә башҡорт кешеһе позицияһынан сығып баһа бирә, башҡорт халҡының булмышын, йәшәйешен, донъяға ҡарашын үҙәккә ҡуя. Ҡыҫҡаһы, яҙыусының был һәм “Сыбар шоңҡар” романдары маҡсатҡа ынтылышлы эҙләнеү, яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ емештәре булып тора.
Әлбиттә, был төп китаптарын яҙыуға Роберт Байымов кинәт кенә килмәне. Прозаик булараҡ ул бығаса ярайһы ғына тәжрибә туплағайны. 80-се йылдарҙа бер-бер артлы “Сарсау” (1980), “Бикле хазина” (1982), “Ҡайтырбыҙ һалдат булып” (1986), “Яуап бирер көн” (1989), “Төштәр ҡабатланмай” (2007) тигән повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Роберт Нурмөхәмәт улы беҙҙең хәтеребеҙҙә бөтәһенән дә элек юғары белемле белгестәр әҙерләүсе педагог-тәрбиәсе, гуманитар йүнәлешле милли кадрҙар корпусын формалаштырыу эшенә оло яуаплылыҡ менән ҡараусы ысын мәғрифәтсе, башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтереү өсөн бөтә һәләтен биреп эшләүсе ғалим булып ҡала. Хеҙмәт юлын үткән быуаттың 60-сы йылдарында БДУ-ла ассистент, артабан өлкән уҡытыусы, доцент булараҡ башлаған педагог 80-се йылдарға инде республикабыҙҙа башҡорт әҙәбиәтен төрлө кимәлдәге уҡыу йорттарында өйрәнеү эшен яйға һалыу, фәнни һәм сәйәси планда нигеҙләү өсөн әүҙем көрәшеүсе фигураларҙың береһенә әүерелә, Башҡортостандағы юғары белем биреү системаһында флагман булған БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына етәкселек итә башлай. Университетта эшләү йылдарында ул төрлө лекция курстары әҙерләй һәм меңәрләгән студенттарҙың күңел донъяһына еткерә, нисәмә йөҙләгән диплом эшенә, тиҫтәләгән кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһына етәкселек итә. Уның туранан-тура ҡатнашлығында Сыуашстан, Саха (Яҡут), Хакас, Бүрәт, Тыва, Татарстан, Ингуш республикалары вуздары һәм ғилми-тикшеренеү институттарының вәкилдәре кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланы.
Роберт Байымов мәктәп өсөн дәреслектәр һәм башҡа төр уҡыу әсбаптары яҙыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Уның алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н тыуҙырыуға етди өлөш индергән автор, редколлегия ағзаһы, вуздар өсөн уҡыу-уҡытыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, программалар төҙөүсе булыуын да күрһәтмәү мөмкин түгел.
Һуңғы йылдарҙа Роберт Нурмөхәмәт улы башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүҙең яңы концепцияларын булдырыу хаҡында уйланды, эҙләнеүҙәр алып барҙы. Шул ерлектә “Боронғо һәм урта быуаттар башҡорт художество фекере”, “Башҡорт әҙәбиәте Евразия әҙәбиәттәре һәм мәҙәниәттәре системаһында” тигән темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеүҙәр, семинарҙар, конференциялар уҙғарылды. Ғалимдың БДУ-ла Көнсығыш классик әҙәбиәтен уҡытыу өсөн мөһим сығанаҡ булырҙай “Великие лики и литературные памятники Востока” (2005) тигән ғилми-методик характерҙағы күләмле хеҙмәте лә донъя күрҙе. Ул “Башҡортостан” гәзите тарафынан “Йыл китабы” тип иғлан ителде. “Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003) тигән коллектив хеҙмәттең барлыҡҡа килеүе лә уның ойоштороу һәм фәнни эҙләнеү һәләтенең бер сағылышы булды.
Ғалимдың үҙ хеҙмәттәрендә лә, семинарҙар, конференциялар материалдарында ла иғтибарға лайыҡ, артабан үҫтереп ебәрерҙәй ҡыҙыҡлы фекерҙәр күренгеләп ҡалды. Шулар араһынан мин Р. Байымовтың боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт һүҙ сәнғәтенең көнсығыш тибындағы идея-эстетик система булараҡ йәшәүен һәм үҫеүен бай фактик материалдар ерлегендәге дәлилле фекер-ҡараштарын айырып күрһәтер инем.
Роберт Байымовтың күп яҡлы һәм емешле ғилми-педагогик эшмәкәрлеге, әҙәби ижады киң йәмәғәтселек һәм Хөкүмәт иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ул республика баҫмаларының йыллыҡ премиялары, төрлө ижтимағи ойошмаларҙың, министрлыҡтарҙың маҡтау ҡағыҙҙары, “СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде, 1984 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ булды. Ике йыл үтеүгә “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. 1991 йылда инде Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайланды. Үҙенең 70 йәшен “Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән шөһрәтле исем менән ҡаршыланы ғалим-педагог һәм әҙип. Улар — тәбиғәт биргән һәләтте дөрөҫ файҙалана, эшкә яуаплы ҡарай белеү һәм фиҙакәрлек һөҙөмтәһе. Кешегә бер генә бирелгән ғүмерҙең ана шулай минут-сәғәттәрен сарыф итмәйенсә фәнгә, әҙәбиәткә, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнау, йылдар һуҙымында ҡалыр ғилми-рухи байлыҡ тыуҙырыу — үҙе үк бер ҡаһарманлыҡ, мәғәнәле йәшәү өлгөһө.
Ғиниәт ҠУНАФИН,
филология фәндәре
докторы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779