Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тышаулы ат (2)Хикәйә
-Йүнле хужаның аты ситкә китмәй, — тине юлдашым, кемгәлер үпкәләгәндәй.
— Хайуан бит, аңлап та бөтмәйҙер инде, — тигән булдым, ни әйтергә белмәйенсә.
— Аңламай, имеш, белгең килһә, ағай, хайуандар ҙа үҙ-ара һөйләшә, ишетә белергә генә кәрәк. — Ул ҡыҙып уҡ китте. — Ышанмайһыңмы? Мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем...
— Ҡыҙма, ҡустым, ҡыҙма, мин былай ғына әйттем, атты тышап ҡына тотоп булмай инде ул. — Юлдашымдың хәтерен ҡалдырмайым тип, ыңғайына һыпырҙым.
— Ат яратам мин, — тине Айыухан ниндәйҙер бер тәрән хис менән. — Мин бит элек кунних булып эшләнем.
— Кем, кем тиһең?
— Кун-них, беҙҙең яҡта ат ҡараусыны шулай тип йөрөтәләр.
— Ә-ә, аңланым.
— Әлегеләй иҫемдә, һәр береһе менән һөйләшә инем. Минең аттар тип... минеке түгел дә, әммә уларҙы барыбер үҙемдеке итеп иҫәпләйем. Малды кем ҡышын ҡарай? Мин! Кем яландан барып ала? Мин! Мин уларҙы биреп кенә тора инем, ә кис барыбер миңә килтерәләр. Шулай булғас, аттар кемдеке? Әлбиттә, минеке. Их, ағай, колхоз да бөттө — мин дә бөттөм. Һәр береһе иҫемдә: "Умырзая", "Буланка", "Күк бейә", "Туры бейә", "Волга", "Әртис"...
— Әртис? Ат исемеме?
— Эйе, ә ниңә аптырайһың, ағай? Ул ат ысынлап әртис ине. Садиҡов ағай өйрәткән, бригадир сағында. Ә ул ағайҙың ҡушаматы "Әртис" ине.
— Ҡыҙыҡ ҡушамат.
— Улай түгел шул, уға ҡушаматты халыҡ таҡҡан. Йырға-бейеүгә оҫта ине, гел байрамға барған кеүек матур итеп кейенеп йөрөй торғайны. Тракторҙа эшләне ул бригадир итеп ҡуйғансы. Бына шул ваҡытта йәбешкән дә инде уға "әртис" тигән ҡушамат. Тракторҙа эшләгән кеше майланып, буялып, ҡарайып бөтә бит инде. Ә был ағай гел аҡ күлдәктән, йылтырап торған кирза итектән ине, шул солярка еҫе килһә-килгәндер. Ләкин үҙ-үҙен тотошо, кейенеүе яғыулыҡ еҫен оноттора ине. Ситтән килгән кешеләр, был берәй түрәлер, тип гел уға иҫәнлек ҡуша торғайны.
Бына шул Ғәлинур ағай, бригадир итеп ҡуйғас, үҙенә бер атты эйәләштереп ала. Иң ҡыҙығы – уның атын кем менһә лә тыңлата алмай яфалана, сөнки аттың сере бар. "Тр-р-р!" тиһәң — ҡуҙғала, "на-а-а!" тиһәң — туҡтай. Ул ат ысынлап та "әртис" ине. Еккегә барманы. Тик менгегә генә ала торғайнылар. Ә бына шул аттың үҙенә кеше оҡшамаһа, мендермәй ҙә торғайны. Бигерәк тә йәй ҡыҙыҡ ине. Иртән яландан алып ҡайтҡас, уларҙы кәртәгә ҡуям, аттар өйөрөлөшөп бер урынға барып тора. "Әртис" яйлап ҡына, баһаһын белеп, ат алырға килгән кешеләр алдында уйнаҡлай башлай. Шул тиклем матур итеп баҫып йөрөй, ҡарап тороп һоҡланып туйып булмай. Ҡолаҡтарын сәнсеп, башын күтәреп ҡуя, күкрәген алға сығара, шундай ғорур...
...Айыухан үҙе һөйләй, үҙе шул атты күрһәткәндәй, күкрәген киреп, ҡулдары менән нисек атлап йөрөгәнен һүрәтләп ҡуя. Был ваҡытта бер кемде лә күрмәй, әле яңыраҡ ҡына үҙен айыу тип атаған Айыухан күҙ алдымда шул атҡа әүерелә. Ирекһеҙҙән көлөп ебәрәм, миңә юлдашым да ҡушыла.
"Бына бит ниндәй егеттәр бар беҙҙең халыҡта!" — тим, эстән генә уға һоҡланып. Был егет үҙенең эскерһеҙ саф күңеле менән мине арбағайны инде.
...Шунан, тип һүҙен дауам итте юлдашым, "әртис"те алырға килгән кеше яйлап ҡына барып тота, ә ат тыңлаусан ғына башын эйә, бер көнгә хужа буласаҡ кеше йүгәнде кейҙерә, яйлап ҡына сығыу юлына баралар. Кәртәне сыҡҡас, "әртис" башын ҡапыл ғына һул яҡҡа ҡайыра. Ә хужаһы тыңлаусан ғына шул яҡҡа борола, сөнки үҙенең торған урынына инеп һыйланып алырға, хужа кеше шәкәр ҡаптырып, матур һүҙҙәр әйтеп маҡтарға, ялын тарап, яратып, дәртләндереп алырға тейеш. Шунан һуң ғына "әртис" көнө буйы тыңлаусан йөрөй. Садиҡов ағай шулай өйрәткән.
— Бригадирҙың атын шулай теләһә кем менә торғайнымы? — тип һорап ҡуйҙым. Айыухан кәнфит урлап тотолған бала кеүек миңә ҡараны. Шунан, алтын тапҡандай, күҙҙәре янып китте.
— Ә-ә, үлде ул, — тине Айыухан, шатланып.
— Нисек үлде?
— Шулай, көтмәгәндә... — Шул тиклем битараф итеп әйтте, әле генә шул бригадирҙы теле-теленә йоҡмай маҡтаған тимәҫһең.
— Ағай, мин аттар тураһында һөйләйем, ә һин бүлдерәһең.
— Ярай, һөйлә, һөйлә. — Кеше шулай дәртләнеп китеп һөйләгәндә бүлдергәнемә үкенеп ҡуйҙым. Ләкин беҙҙең әңгәмә яңынан ялғанманы. Дәртләнеп, ялҡынланып китеп хәбәрен һөйләгән юлдашым, төшөнкөлөккә бирелеп, тәҙрәгә ҡарап бара башланы. Ул уйы менән әллә ҡайҙарҙа ине инде. Мине күрмәй ҙә, белмәй ҙә. Әллә үпкәләне инде. Юҡтыр. Ундай кешегә оҡшамаған. "Балаларымды һағындым", — ти бит. Ҡапыл иҫенә төшкәндер.
Шулай бара торғас, минең юлдаш ауыҙ эсенән генә көйләй башланы. Әллә ни ишеттереп йырламаһа ла, моңло кеше икәнлеге беленә, ниндәй көйҙө көйләй тип ныҡлабыраҡ тыңланым. Тик аңлай алманым, сөнки ул үҙенең генә йырын йырлай, уны бер кем дә белмәйҙер, моғайын. Ләкин был үҙен айыу тип атаған Айыухан минең күңелемә яҡын. Уға ҡарап көнләшеп тә ҡуям хатта. Ысынлап шатлана, ысынлап бойоға, хәйләһеҙ асыҡ ҡараш, саф күңелле. Ә мин үҙемде, нисек кенә тырышһам да, саф күңеллемен тип әйтә алмайым. Әллә ни ҙур гонаһ ҡылмаһам да, бындай кешеләр алдында үҙемде ныҡ ғәйепле тоям. Шулай уйланып барып ойоп киткәнмен. Хатта төш күрҙем. Төшөмдә Айыухан атына эйәр һалырға тырыша, тик аты янтая ла ҡуя, янтая ла ҡуя. Айыухан, "әртис" инде, тип һөйләнә. Һәм ҡапыл ғына әйләнеп ҡарап, ағай, тип миңә килә башланы. Уянып киттем. Айыухан миңә өндәшә икән. Автобус туҡтаған. Туҡталыш тиһәң, түгел шикелле.
— Ағай, анауҙарға, минең ағайым, тип әйтегеҙ әле, — ти, үҙе дер-дер ҡалтырана.
Алға ҡараным. Ике егет менән сал сәсле ҡарт туп-тура беҙгә табан килә. Егеттәрҙең береһе беҙгә төртөп күрһәтте. Айыухан бөршәйеп тәҙрәгә һыйынды. Тегеләрҙең береһе:
— Эй, придурок, давай-ка, на выход, — тип Айыуханға екерҙе. Мин көтөлмәгән хәлдән албырғап ҡалһам да, көс табып:
— Нимә кәрәк һеҙгә? — тинем тауышымды күтәреберәк.
— Ә һеҙ ҡыҫылмағыҙ...
— Туҡтағыҙ әле, егеттәр, тауышланмағыҙ, ғәфү итегеҙ, беҙ бында эш буйынса, — тине сал сәсле ҡарт. — Һеҙ кем булаһығыҙ?
— Мин Айыухандың ағаһы.
— Ниндәй Айыухан?
— Бына, был егет — Айыухан.
— Ул бер ниндәй ҙә Айыухан түгел, ул беҙҙең пациент Сабиров Айҙар.
— Ә һеҙ кем?
— Минме? Измайлов Лев Альбертович. Һеҙҙең Айыуханығыҙҙы дауалаусы табип. Йәғни психиатр. Ул беҙҙә дауалана. Хәҙер бер аҙна инде эҙләйбеҙ.
Мин, аптырап, бер Айыуханға, бер егеттәргә, бер ҡартҡа ҡараным. Айыухан, тәҙрәгә ҡапланып, буҫлығып илай.
— Документтарығыҙ бармы? — тип һораным.
Сал сәсле ҡарт документтарын күрһәтте. Айыуханды яҡлап әйтерлек дәлил юҡ.
— Үҙегеҙ Лев Альбертович тиһегеҙ, үҙегеҙ башҡортса һөйләшәһегеҙ. Нисек быға ышанырға? — тип мәғәнәһеҙ һорау бирҙем.
— Ерле халыҡтың туған телен хөрмәт итәм, — булды яуап. Сараһыҙҙан артҡа сигенеп, тегеләргә юл бирҙем. Айыухан ҡаршылашмай ғына урынынан сыҡты ла ишеккә табан йүнәлде. Ҡапыл ниҙер иҫенә төшкәндәй туҡтап, ҡараштарын миңә төбәне. Шул уҡ эскерһеҙ асыҡ ҡараштар, тик күҙҙәре генә йәшле.
— Ағай, һин мине ғәфү ит инде, борсоном шикелле.
— Юҡ, юҡ, әйберҙәреңде ал, ҡалдырма.
Айыухан өндәшмәне, башын эйеп сығып китте.
— Әгәр ҡыйын булмаһа, был егет ниҙәр һөйләне? Ике һүҙ менән әйтеп бирә алмаҫһыңмы? — тип сал сәсле ҡарт миңә өндәште.
— Әллә, хәҙер ҡуҙғалырға ваҡыттыр...
Күңелде ауыр тойғо баҫып алды. Үҙемде төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләгән кеүек тойҙом.
— Зарар юҡ. Водитель менән үҙем һөйләшәм, — тип сал сәсле ҡарт алға китте. Ни эшләргә белмәйенсә артынан эйәрҙем, сығып баҫтыҡ.
— Йә, нимәләр һөйләне инде, кем тиһегеҙ, Айыуханмы?
— Эйе, Айыухан.
Мин теләр-теләмәҫ кенә һөйләп бирҙем.
— Былай бөтәһен дә тиерлек дөрөҫөн һөйләгән, тик ҡатыны менән балалары хаҡында ғына бер аҙ шыттырған. Ҡатыны, ике балаһын алып, шул бригадир менән ҡасҡан. Етмәһә, шул уҡ йылда колхоз аттарын иткә оҙатҡандар. Бына шул ваҡытта егетебеҙҙең аҡылы бер яҡҡа әйләнеп китә лә инде. Башта айнымай эсә, "белая горячка" менән сирләп китә. Урамда балта менән кешеләрҙе ҡыуып йөрөй башлай. Шунан ни, 15 йыл инде беҙҙә. Хәҙер хәле арыуланды, килгән ваҡыттарында тыйып алып булмай ине. Йыл һайын шулай ҡасып маташа, ҡарауыллап торабыҙ ҙа бит, нисектер юлын таба инде.
Мин матур ғына, күңелле итеп ҡайтып барған еремдән, ошондай йәмһеҙ хәлгә тарығандан һуң, үҙемде ниндәйҙер енәйәт ҡылған кеше кеүек тойҙом. Ярҙам эҙләгәндәй тирә-яғыма ҡарандым. Был ваҡытта теге өс кеше "Айыухан"ды машинаһына мендереп ултыртҡайны. Егеттең ҡайҙандыр алған ун ҡурайын, “Әлифба”, “Туған тел” китаптарын сал сәсле ҡарт тотоп алған. "Айыухан" миңә әйләнеп ҡараманы. Мин дә автобусҡа инеп үҙ урыныма ултырҙым. Ни уйларға белмәйенсә тәҙрәгә ҡарап бара башланым. Юл ситендә аттар өйөрө үлән утлап йөрөй. Күҙҙән йәш эркелде...


Автор: Мағаш ЙОМА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779