Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ фатихаһын алған Факиһа
Шиғыр һөйөүсенән бер ауыҙ һүҙ

“Сәсән барҙа телең тый” тигән хәҡиҡәт һис онотолмай ҙа ул, әммә йәне бар кешегә йөрәген ярып барған хистәрҙе ғәмгә еткереү форсаты ла бирелгән бит әле. Күренекле шағирәбеҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ҡоласлы ижады, рухи асылы тураһында башҡорттоң мәшһүр зыялылары Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Хәким Ғиләжев, Хәсән Назарҙар тос, үтемле һәм ихлас һүҙен әйткән. Матбуғатта күренә килгән бүтән мәҡәләләр ҙә ололар күңеленән сыҡҡан төп фекерҙе башҡортта бүтән ҡәүемдәрҙе күтәргән Марина Цветаева, Зөлфиә, Гөлшат Зәйнәшева, Фазу Алиевалар кимәлендәге оҫта Факиһа шиғриәтенең милли мәҙәниәтебеҙ хазинаһына әүерелеүен ҡеүәтләне.

Кемдең кем булыуын белгең килһә, ул эсеп үҫкән һыуҙы барып тәмләргә, ата-бабаларының эҙен юллап йөрөргә, халҡының тын алышына ҡолаҡ һалырға кәрәктер. Рәхмәтле яҙмыш мине, Бүздәк яҡтарына юл төшһә, бер генә урында ла мыштырҙатмай, гел генә Ҡаңны ырыуы башҡорто Төркәй Балғазин нигеҙләгән боронғо Ҡаңны-Төркәйгә тартыр ҙа торор булды. Егерменсе быуат баштарында мең ярым кеше ғүмер иткән, ике мәсетле, биш һыу тирмәнле ауылды әллә ҡыуан елдәр, әллә уҫал һыуыҡтар, йә иһә бүтән сәбәптәр шоҡорайтамы, ул шиңә, ергә һеңә барған һымаҡ. Эргәләге Асылыкүлдә ҡасандыр аҫыл ҡоштар төйәкләгәнен һағынып һөйләргә генә ҡалған һымаҡ. Ҡаңны-Төркәйҙә профессор-табибә Ғәлиә Богданова, нефтсе, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Вил Миңнеғолов, шағир һәм режиссер, ағалы-ҡустылы Хәким менән Ғабдулла Ғиләжевтәр, икеһе лә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, һәм Факиһа Туғыҙбаева тыуып үҫкән. Ниндәй генә ҙур булмаһын, бер ауылға төрлө осорҙағы дүрт лауреат – әллә халыҡ рәхмәтенең билдәһе, әллә унда ни тиклем ҡеүәт ятыуын күрһәткән дәлил. Хәлемдән килһә, Ҡаңны-Төркәй атамаһын тарихҡа ҡалдырып, ауылды замандаштар өсөн Данлы Төркәй тип тәҡдим итер инем.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы Факиһа һылыуҙы ижадының иң сағыу мәлендә, хистәрҙең әле ысыҡ тамсыһылай саф, ә хәстәрҙәрҙең өйөлөп киткән осоронда ҡыуып етте, шикелле. Башҡорт дәүләт университеты аудиторияларынан сығыр-сыҡмаҫтан ул матбуғаттың ялҡынлы үә һалҡынлы донъяһына атланы. Тиҫтәләрсә йылдарым ошо мөхиттә үткәнлектән, Факиһа Туғыҙбаеваның гәзит-журналдарҙағы эшмәкәрлеген әҙәби ижад менән берәшкәләй алыуы ғәжәпләндерә торғайны. Туҡһанынсы йылдар башында Факиһа Һаҙый ҡыҙына – сабыйҙарға тәғәйенләнгән “Аҡбуҙат”, ошо юлдар авторына “Известия Башкортостана” тигән журнал һәм гәзитте нәшерләүҙе ойоштороу мәшәҡәттәре төштө. Бындай эш ҡайҙалыр, бәлки, көсөргәнешһеҙ генә атҡарылалыр, иллә беҙҙең илдә һәйбәт ниәт тә хәтһеҙ михнәттәргә дусар итә. Үҙем тураһында һүҙ сурытмайым, ә Факиһаның, “Аҡбуҙат”ты эйәрләп, ике тиҫтә йыл буйы мәғрифәт, игелек, матурлыҡ күстәнәстәрен кескәйҙәргә өләшә йөрөүен әйтмәү яҙыҡ булыр. Туғыҙбаева ханымдың әҙәби хеҙмәтте журналистика һәм ижтимағи эшмәкәрлек менән берҙәй ағымға йүнәлтә алыуы ҙур һүҙ оҫтаһының гражданлыҡ өлгөргәнлеген дәлилләй. Факиһаның Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың мәғариф отличнигы исемдәренә, Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыуы – матбуғаттағы вазифаларға ҡайһы саҡ килеп ҡушыла торған атрибут ҡына түгел, бәлки ижтимағи иркенлектә ҡолас йәйеп эшләүен күрһәтә. Әҙип, остазыбыҙ Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады өлгө булғанса, үҙ кисерештәре эсенә генә бикләнә алмай. Факиһа Туғыҙбаева, хыял донъяһына ла әйҙәй, аҡыл юлынан да яҙҙырмай. Был йәһәттән уның шиғриәте ир-егеттәр йөрәгенән сыҡҡан әҫәрҙәр менән ауаздаштыр.
Мин – әҙәбиәт донъяһынан бик алыҫ кеше. Яҡынлығым шиғырға мөкиббән китеүем менән генә үлсәнәлер. Шәхси китапханамдағы әҫәрҙәр иң ғиззәтле мөлкәтем булһа, Факиһа Туғыҙбаева шиғырҙарынан тоноҡ заманды яҡтыртырҙай нур, йәшәрлек әмәл табам. Уны, үҙе әйтмешләй, “йәнде тетрәндергән ғүмерлек мөхәббәт урап үтмәне”. Балҡып торған алсаҡ йөҙлө тормош иптәше Мансур, ҡыҙы, уларҙың балалары бар. Бәхетле кеше ул Факиһа. “Бәхеттең дә үҙ шиғриәте бар, әммә шиғриәтте кәмселек кенә тыуҙыра: юҡһыныу – уның әсәһе, яфа – уның тәбиғи асыуы”. Был – алман яҙыусыһы Генрих Лаубеның фекере. Ләкин уны һәр әҙиптең яҙмышына ҡарата ла әйтергә булыр ине.
Яҙғандарым гәзиттә донъя күрһә һәм ул Факиһаның күҙенә салына ҡалһа, һеңлекәш, тыйнаҡлығына барып: “Ай әттәгенәһе, ағай ни аҙап менән бүтәндәрҙе лә, мине лә бимазаларға булды һуң әле? Бынағайы-ыш!..” – тип аптырап тороуы ихтимал. Мәсьәлә иһә шунда: һүҙ башында телгә алынған һәм алынмаған бик күп әҙәбиәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең Факиһа Туғыҙбаева ижадына ҡарата төрлө йылдарҙа әйтелә килгән фекерҙәренең төпкөл асылы әҙибәгә “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исемен биреүҙең фарыз булыуға ҡайтып ҡала. Миңә иһә, шиғыр һөйөүсе хәлендә, шул хәҡиҡәтте йәнә бер тәҡрарлау өлөшө генә төштө. Ысындан да, фатиха бирәйек!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780