Үлмәҫһең әле!Үлтерә инде был теш мине, үлтерә! Һыҙлауҙан да яман нәмә юҡтыр донъяла! Ниңә генә ҡулымда тылсым таяғы юҡ икән? Һыҙланып, эт кеүек ыҙаланып та тормаҫ инем. Шунда уҡ бөтөрөр инем был сирҙе. Үҙемдән генә түгел, ер йөҙөнән ҡыуып ебәрер инем. Оноторҙар ине кешеләр теш һыҙлауҙың нимә икәнен.
Кисәгенән бирле һыҙлай тешем. Эй ыҙалата, эй илата ул. Көндөҙ тымып ҡалған була ла, кис еттеме — үҙенең яуыз эшенә тотона. Хет түбә таҡтаға һикер, йә бүре булып айға ҡарап оло... Тешеңде көнөнә йөҙ тапҡыр таҙартырҙай булаһың ошо мәлдә. Тик ниңәлер уны хәстәрләү йоҡоһоҙ төндәрҙә генә иҫкә төшә шул.
Төн йоҡлай алмай сыҡҡас, иртә менән үҙебеҙҙең шәфҡәт туташы Сәйҙә апайға барҙым. Балалар йортонда медпункт бар. Еңелсә яраланһаң, һыуыҡ тейҙереп ауырып китһәң, температураң күтәрелһә, тәү сиратта Сәйҙә апайға йүгерәһең. Кәрәкле дарыуҙарын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Бөгөн дә уның эшкә килеүен түҙемһеҙләнеп көттөм. Сәғәт туғыҙ тула тигәндә медпункт алдында баҫып тора инем.
— Һаумы, Ильяс! Нимә булып китте? — тине ул мине күреү менән йылмайып.
— Апай, теш һыҙлай. Йоҡлай алманым бөгөн.
— Әй-й, Аллам! Тешегеҙҙе көнөнә ике тапҡыр таҙартығыҙ тип күпме әйттем? Ярар, ин, әйҙә, кабинетҡа.
Үҙемдең Сәйҙә апай алдында ғәйепле икәнемде тойоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Һыуыҡ карауатҡа ултырҙым да апайҙың өгөт-нәсихәттәрен тыңлауҙы дауам иттем.
Шунан:
— Ҡана, ауыҙыңды ас әле? Ҡайһы тешеңде үсектергәнең икән? "А-а-а" тиген...
Туташ оҙаҡ ҡына ауыҙымды ҡараштырҙы ла башын уңға-һулға сайҡап ҡуйҙы.
— Дә-ә-ә... Аҙау тешең серей башлаған икән. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына уны ямарға кәрәк. Ә бының өсөн ҡалаға барырға бит инде... — Сәйҙә апай ошо саҡ эш өҫтәле артына ултырҙы ла, уйланып китте. Берсә тәҙрәгә ҡараны, берсә журналын аҡтарҙы. — Һеҙҙең өсөн директорҙан әрләнеп бөттөм инде. Үҙемде хәстәрләп йөрөйөммө ни! Берәүҙең ҡолағы һыҙлаһа ла, ашҡаҙаны ауыртһа ла машина таба алмаған булалар. Берҙән-бер "Жигули"йы эшләй, уныһы ла тик Мәүлиҙә Нурғәлиевна өсөн. Ә автобусты һинең өсөн ҡыуалап тормаҫтар. Ильяс, әйҙә былайтайыҡ. Мә һиңә дарыу, ошоноң яртыһын һыҙлаған тешеңә һал. Баҫылыр. Ҡыйын булһа ла, үҙең директорға әйтеп ҡара, ҡалаға алып барһындар тип. Кисә генә унан әрләнеп сыҡтым. Теш — уйын эш түгел. Әгәр рөхсәт итһә, бөгөн үк ҡалаға табипҡа барырбыҙ, — тине лә өс төймә дарыу бирҙе. — Әлегә бүлмәңә барып ятып тор, баҫылһын бер аҙ.
Былтыр беҙҙең балалар йортона яңы ғына автобус бирҙеләр. Әй, ҡыуандыҡ шунда. Концерт-фәлән була ҡалһа йә конкурста ҡатнашырға барырға итһәк, — шатланышабыҙ. Ап-аҡ ҡына автобус, тәгәрмәстәре лә ялтлап тора. Тағы ла гаражыбыҙҙа йәшел төҫтәге "Жигули" ҙа бар. Тик ул машинаға беҙҙе ултыртып бармайҙар. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна йөрөй уның менән. Көн һайын тигәндәй ҡалаға бара. Бөгөн дә эштәре буйынса шунда юл тотасаҡ, бәлки, үтенеп һораһам, бер ыңғай мине лә алыр. Ошо хаҡта уйлап ята бирҙем дә, бар ҡыйыулығымды йыйып, директор кабинетына киттем. Ишек төбөнә килеп еткәс, инергәме-юҡмы тип икеләнеп торҙом. Әммә кире боролоуҙан файҙа юҡ, теште тиҙерәк дауаларға кәрәк.
— Һаумыһығыҙ, Мәүлиҙә Нурғәлиевна! — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Ул һөҙөп алырҙай ҡараш ташланы:
— Нимәңде ҡарап йөрөйһөң бында мәктәпкә бармайынса!
— Апай, теш һыҙлай бит...
— Бәлә һалып тик йөрөйһөгөҙ. Һин генәме ни бында, бәләсник?
— Алдашмайым, бына кисә...
Директор әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:
— Беләм мин һеҙҙең хәйләгеҙҙе. Шул ҡаланы күрәм тип йөрөйһөгөҙ инде. Берәүҙең, имеш, эсе ауырта, икенсеһенең мейеһенә нимәлер булған, өсөнсөһөнөң күҙе насар күрә... Һәр кемегеҙҙе ҡалаға балнисҡа апарып йөрөр тиһеңме?! Шиш! Маңҡаларға алданып йөрөмәҫмен әле. Бына һинең дә, исмаһам, битең дә шешмәгән, ә тешем һыҙлай тип алдашаһың!
— Апа-а-й, төнө буйы йоҡламай сыҡтым. Сәйҙә апайға күрһәттем, ул тешең серей башлаған, тине.
— Минең бөгөн ронола мөһим эштәрем бар. Һеҙҙең менән эйәртенешеп йөрөмәйем. Ана, дарыу ашаһаң бөтә ул... Әйт Сәйҙәгә, директор күберәк анальгин бирергә ҡушты, тиң...
— Һуң ул дарыу оҙаҡҡа баҫмай бит...
— Кит, эргәмдә мыжып торма. — Ҡулындағы ручкаһын шап иттереп өҫтәленә бәреп ебәрҙе. — Әле бер кем дә тештән үлмәгән! Марш мәктәпкә!
Башымды түбән эйеп, сығыу яғына боролдом. Ниңә хәлемә инмәй икән ул? Бәләкәй саҡта әллә үҙенең теше һыҙлағаны булманымы икән? Их, ирекле ҡош булһам, бында инәлеп тә тормаҫ, ҡалаға осоп сығыр ҙа китер инем. Директорҙан ауыр һүҙ ишеткәндән һуң һыҙланыуым көсәйгәндәй тойолдо. Артымса директор эйәреп сыҡты.
— Ҡара һин уны! Еңмешләнеп маташа, мәхлүк! Аҡылға ултыртырмын әле, — тип тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ҡалды.
Эй, ҡыйын булды шул саҡ. Исмаһам, һыҙланғанда йылы һүҙ ишетермен тиһәм, киреһенсә, күңелемде төшөрөп, әрләп сығарып ебәрҙе.
Беҙҙең балалар йортонда биш төркөм бар. Мин — дүртенсеһендә. Һәр төркөмдә яҡынса егерме бала иҫәпләнә. Ике көндөҙгө тәрбиәсе һәм ике төнгө "няня" беҙҙе хәстәрләй. Бөгөн иртәнсәктән Хәкимә апай эшләй. Ярай әле Рәйфә апай түгел, юғиһә эт ялҡауы, дәрес ҡалдырыр өсөн шулай ҡыланып йөрөйһөң, тип тетмәмде тетер ине. Шулай ҙа яңғыҙым бүлмәлә ни эшләп ятайым, тинем дә, китап-дәфтәрҙәремде алып, мәктәпкә киттем.
Көскә түҙеп ултырҙым. Тәнәфес етеү менән тышҡа йүгереп сығам да ҡар ашарға тотонам. Тештең ауыртыуы тынғандай була. Үҙем менән дә класҡа ҡар йомарлап алып индем. Шуны тешләйем дә, "ауыртыу бына бөтәсәк" тип, үҙемде йыуатҡан булам. Ахырҙа уҡытыусым, быны күреп, түҙмәне:
— Мөхәмәтов! Ыҙаланып ултырма. Тешеңде тиҙерәк дауалау хәйерлерәк, — тип ҡайтарып ебәрҙе.
Ап-аҡ ҡарҙы услам-услам ашай-ашай балалар йортона табан атланым. Төшкө аш ваҡыты яҡынлаша.
Йортҡа инеү менән Сәйҙә апай тап булды.
— Һыҙлаймы һаман?
— Баҫылырға уйламай ҙа...
— Ильяс, иртәгәгә тиклем түҙәһең инде. Әле Мәүлиҙә Нурғәлиевна менән һөйләштем, һине стоматологҡа алып барырға күндерҙем. Әйҙә, тағы ла дарыу бирәйем, түҙгәнгә — түш, тиҙәр бит.
Артыҡ һорау биреп торманым, шым ғына Сәйҙә апай артынан эйәрҙем. Әйтеүе генә еңел — түҙ. Ә һыҙланған теш менән төн үткәреү — йыл ваҡыт үткәндәй һуҙыла бит.
Кисен тешем тағы ла нығыраҡ үлтереп һыҙлай башланы. Хәҙер инде анальгиндың яртыһын ғына түгел, тотош берәүһен ашаһаң да ярҙам итмәй. Быны күреп, "няня" Флүрә апай ҙа нишләргә белмәй йүгереп йөрөй.
— Мәле, ошолайтып һул ҡулыңа һалһаң, һыҙлауын һурып аласаҡ, — тип аңлата-аңлата һул яҡ тешем ауыртҡанға күрә, шул яҡ ҡулыма туралған һарымһаҡты һалды. — Дауаһы тейә ул. Тик артыҡ тегендә-бында йөрөмә, тик кенә ят. Шунда бөтөр ул. Ул теш һыҙлауҙан да этлерәк нәмә юҡ бит...
— Шулай, апай...
— Ҡытайҙар кемгәлер ныҡ асыуланһа, теше һыҙлауын теләйҙәр икән. Ярай, бар, ятып ал, — тине лә бүтән бүлмәләр буйлап китте.
Бына һиңә һарымһаҡ! Йүткереүҙән дә ярҙам итә, хәҙер иһә теш ауыртыуын да баҫа икәнлеген белдем. Тик таңғы алты тирәһендә теге теш йәнә аптырата башланы. Күп шашырға ҡалманы уға. Бөгөн ҡалаға барһам, таҙарттырып, дауалатып ҡайтырмын әле. Бөтәһе лә мәктәпкә киткәндә, фойела директорҙың бүлмәһенән сығыуын көтә инем. Машина ла ишек төбөндә генә тора. Хәҙер елдерәсәкбеҙ ҡалаға...
Ниһайәт, ауып барған кәбән кеүек үргән һап-һары сәсле Мәүлиҙә Нурғәлиевна сыҡты. Уны күреү менән, ултырған урынымдан һикереп килеп торҙом.
— Һаумыһығыҙ! — тинем, йылмайырға тырышып.
— Һаубыҙ, мунса япрағы! Тәким теш һыҙлай тиһең инде. Сәйҙәне лә күптән ялҡытып бөткәнһең, күҙеңде һытып йүгерәһең дә уға бараһың...
— Ауыртҡас, ҡалайтайым һуң...
— Бөгөн конференцияла ҡатнашасаҡмын, кисһеҙ бушамайым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдирен дә күрәһе бар. Сәйҙә менән икегеҙҙе алып барһам, шунан көт сәғәт буйы. Йо-оҡ, улайтып ваҡытымды бушҡа уҙғараһы түгел. Һәр минутым ҡәҙерле.
— Түҙеп булмай бит, апай!
— Ике көн көткәндә, тағы бер көн түҙерһең әле! Әйтәм бит, тештән әле берәү ҙә үлмәгән, — тине лә бейек үксәле туфлиҙары менән тыҡ-тыҡ атлап сығып китте. Ике яҡ сикәмде ҡыҫып, ни эшләргә лә белмәй диванда ултырып ҡалдым. Сараһыҙлыҡтан, күңелемде ниндәй уй-хис сорнап алғанын аңлағанһығыҙҙыр. Их, ҡанаттарым юҡ шул... Өмөтһөҙләнеп, кире бүлмәгә киттем.
* * *
Класташым Әмилә мәктәптән ҡайтты ла минең бүлмәгә инде. Унда яңғыҙым ултырам.
— Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?
— Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал ошо һорауҙы биргән кеүек. Күрмәйҙәрме ни!
— Әгәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..
— Әллә...
— Һинең башың бармы шул, юҡмы?! Хәҙер һин бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булып йөрөйһөң, етмәһә! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул уҡ көтә.
Эйе, был хәлде яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йоморо ғына малайҙың да теше бер мәл һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.
— Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!
— Ә нимә һуң? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...
— Әйҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.
— Юҡ... Директор, иртәгә алып барам, тине бит. Бөгөн дә алыр ине, тик ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына алманы.
— Һәр һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн "эйе", иртәгәһенә "юҡ" ти.
— Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.
— Кит, ҡурҡаҡ. Барғың килһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам ул. Үҙең ҡара. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә...
Бер аҙ уйлана торғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған бушлай йөрөү өсөн билетыбыҙҙы ла һорамай алдыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.
Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә. "Проездной билет" та күптән кеҫәлә ята.
Әй, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашығып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.
Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер дауаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты күптән, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым, тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.
Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.
— Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине балалар йортоноң һаҡсыһы, шешеп бөткән яңағымды күреп.
— Тартҡаным булманы ла ул, ағай.
— Һе-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.
Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.
— Әй, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине "уҡытыусым".
Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә...
Әл дә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк "Жигули"ҙың ватылыуы тураһында хәбәр итте тәрбиәсем. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.
* * *
Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Килеп ингәс тә йүләр кеүек, эстән ҡыуанып ҡуйҙым. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.
Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.
— Әлеү-ү...
Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка әйләнеп тора бит...
Әй, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, кинәт ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә, түҙ, тигән була. Теште шул өрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.
Уф, теге энә өрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.
— А-а-а...
— Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.
— Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.
— Ҡарале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңдың ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!
— Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?
— Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.
Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәй ҡалдым. Нисек инде дүрт көндән һуң! Әле ҡасҡан өсөн нимә эшләтерҙәр икән? Тышҡа ла сығармаясаҡтары билдәле. Ә инде ҡалаға йәнә теш табибы тип ауыҙымды ла астырмаҫтар. Йөрө шунан һыҙланып.
— Мин ҡабаттан килә алмайым, хәҙер үк эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ...
— Ярамай, малай. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән, бит. Тәртибе шулай. — Аҡ халатлы табип, инде бөгөнгә хуш тигәндәй, миңә ымланы. Эште осона сығармайынса, ҡайтыу юҡ. Бында ҡабаттан килтермәүҙәренә шикләнмәйем. Кабинеттан сығырға ашыҡманым.
— Улайһа, һурып ташлағыҙ... — тип ҡырт киҫтем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, табип аптырап китте.
— Бәй, ашыҡма. Бына дүрт көндән килһәң, уны яңыртабыҙ. Эшкингән теште нишләп улайтайым әле...
— Һурып ташлағыҙ, зинһар. Бүтән килә алмайым мин...
— Ҡафтау аръяғында йәшәмәйһеңдер? — тине, көлөңкөрәп.
Әллә нисә көн буйына бында килә алмай этләнгәс, ысынлап та, шул яҡта йәшәйемдер, тип уйлап ҡуйҙым.
— Һурығыҙ, ағай, һурығыҙ, зинһар! — Ирекһеҙҙән күҙҙән йәш тәгәрәне.
Табипты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым шикелле, тик ҡалайтаһың, бүтәнсә әмәл юҡ. Оҙаҡ уйланып торҙо ла асыуланыбыраҡ ҡараш ташланы.
— Зинһар, ағай...
Табип тәҙрә янына барып баҫты ла тышҡа баҡты. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул минең эргәмә килде. Шунан өҫтәлдә ятҡан йыһаздарын ҡараштырҙы. Тартманы асып, шприц сығарҙы.
— Һурырға, тәк, һурырға! Ас ауыҙыңды, укол һалам! — тине. Тештең итенә шап иттереп энә ҡаҙалды.
Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ауыҙым туңдырылғандай булды. Тел дә һиҙелмәй. Әйтерһең, ауыҙ минеке түгел. Күрәһең, ауыртыуҙы баҫыр өсөндөр.
Табип ҡасауға оҡшаған әйберҙе ҡулына алды. Быны күргәс, йөрәк йәнә дөп-дөп тибә башланы.
— Түҙәһең инде. Былай ауыртмаҫҡа тейеш.
Аҙау теш ҙур бит ул. Былай ғына сығарырмын тимә!
— Һиңә әле нисә йәш? — тип ҡыҙыҡһынды табип. Был хаҡта уйланып та өлгөрмәнем, ул ҡасауы менән теште тартып ебәрҙе!
— Әлеү-ү...
Суҡынсыҡ теш! Ҡайһылай ныҡ тора бит. Һурылырға ла уйламай. Аҡ халатлы ағай уфтанып ҡуйҙы. Йәнә тартып ебәрҙе. Теге теш шытырҙап китте.
— А-а-а... — Йәнә яңғыратвп ҡысҡырып ебәрҙем. Тештең яртыһы сыҡҡан икән, ә икенсе өлөшө ярылып, үҙ урынында ҡалған. Ауыҙҙан ҡан аға башланы. Ҡасау йәнә теге тешкә ынтылды...
— Төкөр ошонда, — тине табип.
Ауыҙ ҡан менән тулған. Исмаһам, төкөрөп тә булмай, ҡан шул хәтлем ҡуйы. Ауыҙҙан оҙон бау шикелле өҙөлмәй аға.
— Ҡулъяулығың да юҡмы әллә? Мә! — Хәстәрлекле табип ап-аҡ марляны һуҙҙы.
Рәхмәт тигәндәй бары башымды ғына һелктем. Һөйләшеп булмай. Шулай итеп һыҙлаған теш менән хушлаштым.
Мине ишек төбөндә Әмилә түҙемһеҙләнеп көткән икән. Тик ул стоматологҡа инергә ашыҡманы. Поликлиниканан сығыу яғына ымланы.
Ауыҙымдан туҡтауһыҙ сыҡҡан ҡуйы ҡанды һөртә-һөртә автовокзалға табан юл тоттоҡ. Әле ауыҙымды асып Әмилә менән һөйләшә алмайым. Шуға юлдашымдың һәр әйткәненә бары баш һелкеп кенә барам.
— Ильяс, һыҙланыуың бөттөмө?
Эйе, тигәндәй ишара яһаным.
— Ә беләһеңме нимә, — тип дауам итте ул. Ҡарашымды уға төбәнем.
— Минең бит тешем һыҙламаны. Алданым, — тине лә көлөп ебәрҙе. — Һине йәл, Ильяс. Апайың барыбер ҡаланы белмәй. Ә Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны үҙең беләһең. Яҡшы кешеһең бит, өйгә эшемде лә эшләшәһең.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә еңел булып китте. Ҡайһылай һәйбәт класташым бар икән! Рәхмәтемдең сиге юҡ Әмиләгә. Күп уйлап тормай, тоттом да ҡосаҡланым уны! Урамда китеп барыусылар был ҡылығыма сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
"Проездной" буйынса сәғәт дүрткә билет алдыҡ. Әле сәғәт өс. Мәктәптән ниңә һуң килдегеҙ, тип һорарҙар балалар йортонда. Йыр түңәрәгенә ҡалдыҡ, тиербеҙ. Икебеҙҙең дә йырларға яратҡанды беләләр бит. Бының өсөн яу ҡуптарып тормаҫтар әле.
Ҡорһаҡта "бүреләр олой" башланы. Иртәнсәк теш һыҙлағанға күрә, икмәк валсығын да ҡапмай сыҡҡайным. Ярай, ҡайтып еткәнсе түҙермен. Үлмәҫмен әле. Иң мөһиме — теге тештән ҡотолдом. Әмилә ошо хәйләне уйлап тапмаһа, аҙағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Әй, был йоҡо тигән нәмәләре! Ниндәй ғәжәп, илаһи күренеш! Бер нисә көнгә һинән мәхрүм булып йөрөгәс, ҡәҙереңде нығыраҡ белдем. Шул тиклем татлыһың бит. Автовокзалдағы шау-шыуға, ҡаҡ эскәмйәлә ултырыуыма ҡарамаҫтан, йәнә үҙеңә солғап алдың бит. Рәхмәт һиңә...
— Автобус килде, — тип мөғжизәүи донъянан һурып алды Әмилә. — Әйҙә, сығайыҡ. Иғлан иттеләр.
Ысынлап та, платформала беҙҙең Сәлмән ауылына барған йәшел автобус тора. Халыҡ әллә ни күп түгел. Билетыбыҙҙы тикшереп тороусыға күрһәттек тә, артҡы рәттән урын алдыҡ. Шул тиклем йылы ла инде автобуста. Ә тышта көн хөртәйергә итә. Һепертмә буран булмаҡсы.
Бындағы йылылыҡтан Әмилә менән икебеҙ иҙерәп йоҡлап киткәнбеҙ...
Серек булмағыҙ!— Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?
Ҡурҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.
— Ҡайһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.
— Сәлмәндән, — йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.
— Ҡайҙа китеп барыш? — ағай төпсөнөүен дауам итте.
— Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.
— Нис-се-ек?! — ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.
— Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә, әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?
Шофер ауыр тын алды.
— Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!
Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!
— Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай булғас баш, бөттө!
Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән, былай булғас!
— Етәр һыҡташырға. Әле машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.
Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:
— Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.
— Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!
Һеҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.
— Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.
— Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.
— Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.
— Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.
— Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.
Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар. Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.
Әмилә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.
— Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.
— Әйҙә һуң...
— Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.
— Әмилә, һинең яратҡан һаның нисә?
— Дүрт.
— Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.
— Була күрһен...
Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта. Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.
— Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.
Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...
— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.
— Бү-р-р-е — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.
— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә бирҙе.
— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.
— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...
Үлге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...
Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...
Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.
— Әс-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...
Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!
— Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.
Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:
— Йәһәтерәк ултырығыҙ!
Әмиләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!
Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:
— Оло юл уртаһында был ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?
— Сәлмәндән.
— Һо-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.
— Ҡаланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.
— Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?
Ата-әсә һүҙен ишеткәс, тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.
— Беҙ — детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...
— Әә-ә. Улай икән... Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?
— Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.
— Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!
— Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.
— Ҙурайғас, аңларһың әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын. Әлегә йоҡлап алығыҙ...
Ҡайҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...
Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:
— Килдегеҙме ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләп бирҙе.
— Һау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.
— Рәхмәт, апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.
— Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.
— Ҡасҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...
Тамаҡ ялғап алғас, шым ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.