Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҙ тауышыӘҙәбиәт тигән серле лә, моңло ла, шаулы ла, шанлы ла донъяға килеү өсөн ҡатмарлы, тынғыһыҙ юл үтергә кәрәк. Уға бер кем дә асфальт түшәп ҡуймаған. Әҙиптең үҙенә хас, шәхсән үҙенеке генә булған юлы һалынырға тейеш. Уға килеү ваҡыты ла, балаларҙы мәктәпкә төшөргән кеүек, билдәле бер осорға тура килмәй, әҙәбиәт сәғәте ғүмерҙең төрлө мәлендә һуғыуы мөмкин. Уңаһыңмы, туңаһыңмы – уныһы инде үҙеңдең әҙерлекле булыуыңа, уңғанлығыңа, туҡтауһыҙ хеҙмәт һалыуыңа бәйле. Уңыштарға өлгәшкәндәр дан ҡаҙана, халыҡ һөйөүенә лайыҡ була, мәртәбәле премиялар менән бүләкләнә.

Бына быйыл да йәш таланттарҙың бер нисәүһе Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Улар араһында йәш шағир Алмас Шаммасов та бар. Уның тәүге шиғырҙарынан алып, ижадына күҙ ташлай киләм. Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында уҡыған баланың тауышы «Аманат» журналы, «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәре аша ишетелде. Алмас мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнаны, сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнашты, уҡыуында ла иң алдынғылар рәтендә барҙы. Ә «Аманат» журналының даими авторы булараҡ, балалар редколлегияһы составына индерелде. Ул мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.
Бындай тотороҡло, тәрән белеме илебеҙҙең, хатта донъяның ҙур-ҙур ҡалаларында уҡый алырлыҡ юлдар асһа ла, егет үҙебеҙҙең Башҡорт дәүләт университетын һайланы. Республикабыҙҙың үҙ кадры булыу теләге менән янды. Юғары уҡыу йортонда ла тырышлығы, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Мостай Кәрим исемендәге, Президент стипендияларына лайыҡ булған студент ине ул. Университетты ла Алмас ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул уҡ уҡыу йортонда уны эшкә ҡалдыралар. Филология һәм журналистика факультеты деканы урынбаҫары вазифаһын башҡара, курстарҙа эстәлекле, фәһемле лекциялар уҡый, дәрестәр алып бара. Йәш талант аспирантураға ла уҡырға инә. Хәҙер бына-бына ғалим дәрәжәһенә күтәрелергә тора.
Әлбиттә, бер аҙ ситләшә бирһәк тә, төп һүҙебеҙ уның шиғриәте хаҡында. Алмас Шаммасов «Әсәй миңә ғүмер асҡан» тип аталған тәүге китабы («Китап», Өфө — 2006) менән үк шиғриәт һөйөүселәрҙең, әҙәбиәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Гәзит-журналдарҙа бер-бер артлы йыйынтыҡты баһалаған мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Ҡайһы саҡ ул бәхәстәргә лә алып килде. Тауыш шаңдауһыҙ булмай, тигәндәй, тимәк, уның шиғриәте көслөрәк ишетелде. Ә бына «Яңынан тыуыу» исемле йыйынтығы («Китап», Өфө — 2013), һуңлабыраҡ сыҡһа ла, тослоғо менән айырылып тора. Быныһында инде уның өлгөрөп еткән шағир тауышы ишетелә, талантының асылы сағыла. Ул бөртөкләп алтын йыйған, улай ғына ла түгел, диңгеҙ тәрәнлегенә тиң күңел күлендә йәшеренеп ятҡан ҡабырсаҡтарҙан ынйы эҙләгәндәй, шиғриәтенең һәр строфаһын табыштар менән байыта. Ул табыштарҙы үҙенең күңеленән алып башҡалар күңеленә һала. Ынйылы күңел намыҫты ла байыта. Ә намыҫлылар – иле, ере өсөн янып көйөүселәр. Быны шағир олатайҙар нәҙеренә тиңләй:
“Ошо ерҙе һаҡла һәм ҡәҙерлә!
Беҙҙең үтенес был, ейәнем.
Биҙә уны бөтә ғүмерең буйы,
Арттыра күр тыуған ер йәмен!»

Шул ауазды ишетеп атлап барам,
Табандарым йылы тупраҡта.
Йөрәккәйем тулы оло ялҡын,
Хыялдарым – йыраҡ-йыраҡта.
(«Тыуған тупрағыма таянып»).

Бына тағы ла дүрт юллыҡ ҡына шиғырға иғтибар йүнәлтәйек:
Күҙ йәштәре – мәрйенең ул
Күңелең диңгеҙеңдә.
Тик бәхетле сағыңда ул
Ялтыраһын күҙеңдә.
Шиғырҙа ошондай ҡыҫҡа ғына юлдарға ла оло мәғәнә һалына. Ҡабалан уҡығанда ябай ғына һүҙҙәр һымаҡ, ә уның һиммәте, ошо һүҙҙәр аҫтында, бөтөнләй икенсе фекергә килтерә. Шиғырҙы уҡый белергә лә кәрәк шул.
Шағир Алмас Шаммасовтың тематикаһы киң. Әлбиттә, иң тәүге сиратта Тыуған илде һөйөү, уны тағы ла йәмлерәк итеп күреү, Ватаным, халҡым тип яныу, өлкән быуынға ихтирам һәм иғтибар, быуындар бәйләнешенең үҫеш юлдары, атай-әсәйгә һөйөү, мөхәббәт, балалыҡ иҫтәлектәре. Былар – боронғо һәм мәңгелек темалар. Ләкин шуны яңыртып, байытып, бөгөнгө көн күҙлегенә килтерә белеү – шағирҙың оҫталығы ул.
Йәнә лә күңелгә үтеп ингән, уйландырған бер шиғыр юлдарын уҡып ҡарайыҡ.
Туҙған көрән балаҫ ҡаға бер ҡарт,
Балаҫ һымаҡ туҙған үҙе лә.
Кескәй хеҙмәтенән бер йәм таба,
Йәшләнеп тә ҡуя күҙе лә.
…………………………………
Беҙ бөтәбеҙ кисә шатлыҡ һипкән,
Бөгөн туҙған балаҫ ишеләр.
Һуңғы йәмен ергә бүләк итеп,
Туҙан булып оса кешеләр.
(«Балаҫ ҡаға бер ҡарт»).

Тормошто үҙенсәлекле күрә белә шағир. Һәр күренеште үҙенсә һәм беҙҙеңсә, шиғыр һөйөүселәр күҙлегенән сығып баһалай ала, яңы мәғәнә тыуҙыра, типик күренешкә әйләндерә. «Ватыҡ көҙгө» шиғырынан бер нисә юл:
Һынған көҙгө – күңеле лә һынған,
Ҡояштың яҡты нурҙары ла тынған.
Инде унда тик ватыҡ тормош сағыла,
Йәне һыныҡ хәҙер ватыҡ сағынан.
Китек көҙгө. Кемдер абынған.
………………………………………
Һынған көҙгө – ватыҡ көҙгө – китек
көҙгө.
Һынған йән – ватыҡ йән – китек йән.
Һынған кешеләр – ватыҡ кешеләр –
кителгән кешеләр,
Килһә ине бер ваҡыт һеҙгә лә йәм…

Алмастың шиғри стиле бик тә үҙенсәлекле. Ул киңлекте, иркенлекте ярата. Ошондай юлдар менән ижад итеүе әҫәрҙәренә публицистик төҫ бирә. Лирика һәм публицистиканың бергә ҡушылыуы әҫәрҙе тик көсәйтә генә. Элек тә күренекле шағирҙарыбыҙ Ғәлимов Сәләм, Мөслим Марат шундай шиғырҙар яҙған. Бына килеп, Алмас улар тауышына ҡушылды. Ошо быуындар бәйләнешенең дауамы түгелме ни?
Был китапта атай-әсәйгә, ғаиләгә, бала менән атай-әсәй мөнәсәбәтенә ҡағылған күп шиғыр таба алаһың. Уларҙы уҡығанда уйландыра ла, һыҙландыра ла, сөнки балаларҙың атай-әсәйенә хөрмәте кәмегәндән-кәмей бара. Ни ғәләмәт был? Нисек итеп был изге тойғоларҙы кире ҡайтарырға? Хөкүмәт үҙе лә, уҡыу йорттары ла, ата-әсәләр ҙә тейешле хәстәрлек күргән төҫлө лә бит, ә аралар һаман да алыҫлашҡандай. Ошо хаҡта уйлана шағир, бик мөһим заман темаһын күтәрә.
Яңы заман балалары –
Йәнебеҙгә туҙан ҡунған.
Шул туҙанды бер һөртөргә
Табылмай бит берәй уңған.
Төрлө темаға мөрәжәғәт итә Алмас. Һәр береһендә биҙәк таба, яңыса яңғырата. Бөгөн ялағайҙар, уғрылар, намыҫһыҙҙар ишәйә бара. Әҙәбиәтте алғанда ла, ялағайлыҡ ялҡыны баҙлай торған, булыр-булмаҫ яҙмалары менән премия талап итеүселәр, хатта илай-инәлә теләнеүселәр ҙә бар бит арала. Шундайҙар ала, берҙе түгел, бер нисә премияны. «Ала» һүҙен юҡҡа ғына ҡулланманым, һөйләшкәндә, «мин шул-шул премияны алдым», тип кенә ебәрәләр. Премияны һорап алмайҙар, уны лайыҡлыларға бирәләр. Ватыҡ көҙгөләге сағылышты хәтерләтә был.
Балҡышлы ижад кәрәк. Әҙәбиәткә тоғро, ошо ауыр хеҙмәттең әсеһен-сөсөһөн татып, ҡәләмен ташламаҫ, килгәс китмәҫкә хеҙмәтен нарыҡланғандар кәрәк. Көнө-төнө ныҡышмал эшләгәнде баһаларға кәрәк. Шағир Алмас Шаммасовтың — шундай кешенең — Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы икәне көн кеүек асыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 420

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 411

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576