Гөлнара Хәлфетдинованың һәр шиғыры тотош китапҡа торошло кеүек, һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ. Кескәй генә әҫәрендә лә ул тотош дәүерҙең, быуындың рухын, кәйефен, кисерешен, хис-тойғоһон, ҡыйралған һәм яңырған өмөтөн бирә ала.
Бына “Шәм янында” шиғыры.
Ҡорғандар ҡороп ҡуйҙым мин
Күңелем тәҙрәһенә.
Тартмайым иртән, көндөҙ ҙә,
Асмайым әҙгә генә.
Индермәйем ят уттарҙы,
Сит фекерҙе, уйҙарҙы.
Һәр береһе, мин дөрөҫ, тип,
Йонсоттолар, туйҙырҙы.
Бөгөнгө ауырыу йәмғиәт күптәрҙең яҡты киләсәккә ышанысын юҡҡа сығарҙы. Был ауыр халәтте һәр кем үҙенсә күтәрә – күтәрә алһа инде. Һынып, юҡҡа сыҡҡандар күпме?! Иҙеп-һытып китерҙәй булып ябырылған ажар мәғлүмәттән арып, кемдәрҙер “күңел тәҙрәләренең ҡорғанын ҡороп ҡуя”. Шиғырҙың һәр һүҙендә һәлмәк, тос мәғәнә ята, һәр юлында – көтөлмәгән боролоштар, образдар.
Асмайым да ҡорғандарҙы,
Үҙемдең шәмем дә шәп.
Кеше утына ҡыҙыҡтым,
Әлегә йәшәп-йәшәп.
Осорҙоң хәүефле аңлайышһыҙлығынан ни эшләргә белмәй баҙап ҡалған һәм, ниһайәт, ят лөғәттән ялҡып-биҙеп, үҙ асылына ҡайтырға тырышҡан кеше күҙ алдына баҫа. Ул әлегә баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ булһа ла, булмышында ниндәй ҡөҙрәт, дәрт һәм дарман ятҡанын самалай, ләкин шуны баһаларлыҡ, аңларлыҡ, күтәреп алырлыҡ мөхит кәрәк:
Миндә лә ҡуҙҙар тере ул,
Булмаһа ла усағы.
Бар ғаләмде йылытырлыҡ
Бер ҡосаҡлы ҡосағым.
Бына шуны күрмәнегеҙ,
Аңғарманығыҙ элек.
Үпкәләп, шуға тәҙрәмә
Ҡорғандар ҡуйҙым элеп.
Күңелем ҡоршаулы тора,
Ҡыяға ҡайырмайым.
Кисме, таңмы әле тышта –
Буталған. Айырмайым.
Заманында Виктор Цойҙың “Мы ждем перемен” тигән йырын ХХ быуаттың 80-се йылдарында йәшәгән йәш быуындың өмөт-хыялдарын сағылдырған гимн дәрәжәһенә күтәргәйнеләр. Гөлнараның әлеге тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән шиғри юлдарында ла шундай әһәмиәт төҫмөрләнә.
Ҡурсаулыҡҡа әйләндерҙем
Хыялым биләмәһен.
Өҫтәлдә – сите өтөлгән
Сәскәләр гөлләмәһе.
Шуның шыҡһыҙ күләгәһе
Дейеүҙәй тора ҡырҙа.
Йән көйгәндә, шәмде тотоп
Баҫтырам ҡороғорҙо.
Гөлнараның һәр шиғырында, хатта тотош ғаләм, донъя, бар кешелек күҙҙә тотоп ижад ителгәндәрендә лә, башҡорттан башҡа бер әҙип тә таба һәм ҡуллана алмаҫтай образдар, эпитеттар, метафоралар, идиомалар, әйтем-мәҡәлдәр, өләсәйҙәр һүҙе һәм башҡа биҙәктәр бар. Әлегеһенең һуңғы строфаһы ла хайран иткес халыҡсан образдарҙы ҡулланып яһалған һығымтанан ғибәрәт.
“Ай тулған төн” шиғыры ла ошо тормоштан арманһыҙ булған йән эйәһен күҙ алдына баҫтыра, әҫәрҙе уҡығанда уның эске донъяһында ятҡан кисерештәрҙең ҡурғаштай ауырлығын үҙ иңеңдә тойғандай булаһың:
Белһәң ниндәй даръя кискәнемде,
Ниндәй диңгеҙҙәрҙә тонсоҡҡанды,
Уйҙарымдан уй(ы)лып төн сыҡҡанды,
Көсһөҙлөгө өсөн дарға аҫып,
Үҙ йәнемде нисек быуғанымды,
Таң алдынан тәүбәләргә килеп,
Нисәнсе ҡат ҡабат тыуғанымды.
Кем ғәйепле? Был хәйерсе тормош
Елек майын һурып уйнап ята.
Әҙәм бәғерҙәре ҡанға бата,
Кеше йөрәктәре ҡайнап ҡата.
Ай тулған төн.
Алйып бөттөм.
Хәстәремдән күкрәгемдә
Кипте һөтөм.
Әйләнәһе тулы халыҡ араһында шырлыҡтағы шикелле яңғыҙ ҡалған әсәнең күкрәк һөтөн киптерерлек хәсрәттәрен күрер-күтәрешер кеше лә юҡ:
Ай илаймы, иламаймы,
Ер ҙә белмәй.
Шуға улар бер ҡасан да
Бәрелмәйҙәр.
Күҙ йомоп йәшәргә өйрәт,
Йом(о)ро Ер.
Өлгөрмәһәң, донъям тағы
Емерелер.
Ай хәленә инә белмәгән Ерҙән нисек битараф булып көн итергә кәңәш һорай лирик героиня. Иҫбатларға мәжбүр итмә /Йән ҡәҙерен... – тип тамамлана шиғыр. Сараһыҙлыҡ сигендәге кеше генә йән ҡәҙерен бизмәнгә һала алалыр, шиғри һүҙҙең ҙур оҫтаһы ғына шул кешенең йәнде өҙгөс эске халәтен уҡыусыһын да шаңҡытырлыҡ итеп һүрәтләй алалыр.
“Кисереш” тигән шиғыр ҙа ошо рәттә тора. Алдаҡсыларҙан рәнйегән йәндең ауазы яңғырай унда:
Күҙ йәшем әрәм, /Ҡойғом да килмәй. /Донъяларына /Һыйғым да килмәй. /Һис йыйғым килмәй /Был ерҙәренә, /Юҡ йыйғым килмәй /Хәбәрҙәренән... /Туҙғым килә, /Туҙан булғым килә. /Тыумаған йә тынған /Аҙан булғым килә. /Аң-тоң айырмаған /Наҙан булғым килә...
Сикһеҙ моңдоң сикһеҙлеген һүрәтләгән әҙибәгә сикһеҙ бәхеттең сикһеҙлеген тасуирлау ни тора инде?! Бына “Бәхет һурпаһы” тигән шиғыр. Бәхет һөҙлөклө, тәмле һурпа менән сағыштырыла.
Ҡайнай бәхет һурпаһы,
Алып ташла туртаһын.
Үҙ өлөшө – өмөтһөҙгә,
Өмөтлөгә – уртаһы.
Лирик герой, әйтерһең дә, оло табында бәхет өләшә, ҡунаҡтарын бәхет менән һыйлай, татлыраҡ, тәмлерәк булһын өсөн ҡоротларға тәҡдим итә:
Көслө була күрмәһен,
Күңелдәргә теймәһен.
Тамшанышып тәмләгәндәр
Ҡоро май бит, тимәһен.
Ҡоро майҙы яратмайҙар
Май ҡоро булмаһа ла.
Ҡоро май тиҙ бүктерә бит,
Сеүәтә тулмаһа ла.
Ысын башҡортса мул табын, түп-түңәрәк донъя, хәүеф-хәтәр янамаҫ һиллек һәм именлек күҙ алдына баҫа. Халҡыбыҙҙың генетик хазинаһын тәшкил иткән, төплө, ишле, болло, татыу ырыуҙар, нәҫелдәр бар ул. Нәҡ шундай нәҫелде йыйған ҡотло табын, бәхетле туған-тыумаса күҙаллана. Йор һүҙле хужабикә – оло ғаиләлә әсәй, ҡәйнә, өләсәй – әселәнмәй-сөсөләнмәй, ҡунаҡтарын нәҡ башҡортса һыйлай, кәрәк ерҙә яратып ҡына орошоп та ебәрә, боронғолар һүҙен урынлы ҡыҫтырып, йәш-елкенсәккә тәрбиәһен дә бирә бара:
Әсинәкәй, әсекәй,
Ипләп һемер, мәсекәй!
Сабырһыҙға бер ҙә йоҡмай,
Сабырҙыҡы – һайыҡмай.
.........
Ҡоротлағыҙ, ҡоротлағыҙ,
Ҡоротларға онотмағыҙ,
Татлы булһын, ҡотло булһын,
Ҡотортҡансы ҡотлағыҙ.
Йоҡа ғына һалма һал,
Услап-услап ал да һал,
“Һал”ды һалма, һалма һал.
Юҡты бар итә белеү –
Барҙы юҡ итеү түгел.
Тандыр янһын усаҡҡайың,
Таштырып ҡуйма, түгеп –
Усағыңда ут һүнер,
Шаштырып яҡһаң утыңды –
Ялҡынһыр һурпа, күмһер.
Әҙ яҡһаң – ҡалмаҫ күмер,
Көлдөксәлә ҡуҙ һүнер.
Ҡайнай бәхет һурпаһы,
Кәмемәһен, алығыҙ.
Һыуып тәме китмәҫ элек
Ауыҙ итеп ҡалығыҙ!
Бына шулай итеп, олпат инәй нәҫел-нәсәбенә бәхет серен өйрәтә, туҫтаҡтарға һурпа менән бергә бәхет ҡойоп өләшә. Бындай ҡунаҡсыл, мул ҡуллы, изгелекле ағинәйҙәребеҙ тирә-яҡҡа яҡты нур сәсеп, күңел йылыһын башҡаларға ла өләшеп йәшәй.
Ғәжәп ул шағир теле – һүҙ менән әйтеп булмаҫтайҙы һүҙгә һала. Гөлнараның ижады фекер байлығы менән дә, һүҙ байлығы менән дә әсир итә. Уның шиғырҙарының үлсәме лә ҡалыптарға һыймай торған йүгәнһеҙ бер зат кеүек. Үҙгәреп торған эске халәтте һүрәтләгәндә үлсәм дә тотороҡлолоғон юғалта, күрәһең. Әйтерһең, шиғриәттең ҡағиҙә-ҡанундары юҡҡа сыға.
Гөлнараның мөхәббәт лирикаһына индерелә торған шиғырҙары бик күп. Дөрөҫөрәге – мөхәббәт фәлсәфәһе лирикаһы, сөнки уларҙы уҡыған һайын лирика япмаһын бөркәнгән ҡатлы-ҡатлы фәлсәфә асыла бара.
Миңә иң оҡшаған шиғырҙарҙың береһе “Ҡорама”ла, мәҫәлән, лирик героиня үҙен дә, хистәрен дә ҡатмарлы ҡорама менән сағыштыра. Гөлнара ҡораманың һәр йөйөнә мәғәнә ҡушып "теккән". Хис-тойғоноң ниндәйе генә юҡ был шиғырҙа — иң нескәләре лә, ел-дауылдай көслөләре лә, бәллүрҙәй төрлө төҫтәр менән күҙҙе сағылдырғаны ла. Бындай хистәр өйөрмәһен ҡорамалай ҡатмарлы күңел генә тыуҙыра алалыр ҙа ҡорамалай ҡатмарлы йөрәк кенә күтәрә алалыр.
Гөлнараның шиғырҙарында матурлыҡ өсөн йә шиғыр юлын тултырырға тип кенә яҙылған бер осраҡлы һүҙ юҡ. Һәр һүҙе мәғәнәүи тослоҡҡа, тәрәнлеккә эйә. Лирик героиняның кисерештәре менән бәйле хисле йөкмәтке – шиғырҙы шиғыр иткән арҡа һөйәге.
Көндәлек тормоштоң бысрағын һанап әҫәр яҙырға ла, йәмғиәттең шул хәлгә төшөү фажиғәһен, уның ҡәҙимге күҙгә күренмәгән сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен йөрәк ярғыс, үҙәк өҙгөс итеп әҙип һүҙе менән һүрәтләргә лә була. Бысраҡты һүрәткә төшөрөп күрһәтеү өсөн әллә ни ҙур һәләт кәрәкмәй, ундай шөғөл эйәләре быуа быуырлыҡ. Ә бына уның глобаль кимәлдәге фажиғә булыуын шиғри һүҙ менән йөрәктәргә лә, зиһендәргә лә барып һуғырлыҡ, хатта шаңҡытырлыҡ итеп һүрәтләй алыусылар бик һирәк. Хәлфетдинова үҙенең һоҡланғыс тәрәнлектәргә һәм киңлектәргә эйә ижады менән ошо икенселәр араһына инә, әлбиттә.
Үҙемде шиғыр белгесе тип һанамаһам да, “Башҡортостан” гәзитендә эшләгәндә бик күп шиғыр шәлкемдәре ҡулдан үтте. Улар араһында миңә образлы табыштары, фекеренең виртуоз өйөрмәләре, ҡараштар киңлеге менән бөйөк әҙип Рәйес Түләк шаҡ ҡатырырлыҡ йоғонто яһаны. Эйе, ул биләгән тәхет бәхәсһеҙ. Уның ҡорҙаштары араһында ла ҡайһы берәүҙәрҙең "ваҡиға" тип баһаланырлыҡ әҫәрҙәре булды.
Ҡыҙғаныс, бындай әҫәрҙәрҙе хәҙерге заманда тейешенсә баһаларлыҡ кешеләр ҙә аҙая бара – ни эшләтәһең, донъяһы шулай: рухи ҡиммәттәр юҡҡа сыға, йәмғиәт көнкүреш кимәлендә генә фекер йөрөтә белгән кешеләрҙе тәрбиәләй, шул уҡ кимәлдә яҙа торған яҙыусы-шағирҙар хасил була. Ихтыяж ниндәй – тәҡдим шундай. Урыҫ әйтмешләй, чернуха-бытовуха. Һүҙгә үтә фәҡир, һөйләмдәре камиллыҡтан алыҫ, таҡыр фекерле әҫәрҙәр уҡыусыны үҫтермәй, аҡыл өҫтәмәй, зауыҡ тәрбиәләмәй, тел үҫешенә лә бер ниндәй өлөш индермәй. Киреһенсә, улар уҡыусының талаптарын түбәнәйтә бара.
Әҙип һүҙе уҡыусыны ла, милләтен дә ниндәйҙер бейеклеккә әйҙәргә тейеш, минеңсә, ә упҡынға һөйрәргә түгел.
Гөлнара Хәлфетдинованың шиғриәте, барлыҡ мәшһүр күренештәр кеүек үк, һәр яҡлап анализлауға, өйрәнелеүгә лайыҡ. Унда әҙәбиәтсе лә, телсе лә, фольклорсы ла, философ та, этнограф та һәм тағы әллә күпме белгестәр тикшеренеү объектын таба аласаҡ. Ошо милли хазинабыҙ булырлыҡ шиғырҙар башҡорттоң бөйөк шағиры Шәйехзада Бабич исемендәге премияға иң лайыҡлыһы булырына ышанам.