Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәләме үткер, фекере тос
“Табын” гәзите хәбәрсеһе Самат Ғәлиуллиндың Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына тәҡдим ителеүен ишетеп бик ҡыуандыҡ. Ул быға лайыҡ, тип иҫәпләйбеҙ. Бына нисәмә йыл инде Самат “Башҡортостан”, “Табын” гәзите аша донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән беҙҙе таныштырып бара. Шул тиклем мәғлүмәтте ҡайҙан ала икән, тип аптырашҡан саҡтар ҙа була, сөнки уның яҙғандары бер матбуғат сараһында ла осрамай, радио, телевидение, Интернет аша ла ул биргән мәғлүмәтте табыу еңел түгел. Интернет селтәре булмаған ваҡытта уҡ ул “Сәйәси күҙәтеү” рубрикаһын алып бара ине.

Халыҡсан, аңлайышлы тел менән яҙыуы ла күңелгә ятышлы. Уның һөйләмдәре ябай, оҙон түгел. Бәлки, һөнәре буйынса уҡытыусы булыуы ла быға сәбәпселер, сөнки күп педагог балаларға ябай тел менән һөйләргә тырыша. Шуның менән ул ота ла тип әйтергә мөмкин.
Район гәзитен күпселек ябай халыҡ, башлыса ауылда көн күреүселәр уҡый. Уларҙы донъялағы хәлдәр менән үҙ ваҡытында таныштыра барыу ҙур мәртәбә тип иҫәпләйем. Самат Ғәлиуллин райондың ер-һыу атамаларын, тарихын да төплө белә. Яҙған мәҡәләләренә ҡарап, шәхсән үҙем уны тарихсы тип уйлай торғайным. Уның менән яҡынданыраҡ танышҡас ҡына тел уҡытыусыһы икәнлеген аңланым. Тарихты белмәй тороп, киләсәкте күҙаллап булмай, тигән бер аҡыл эйәһе. С. Ғәлиуллиндың тарихты төптән белеүе лә мәҡәләләрендә сағылыш тапмай ҡалмай.
Уның районы яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөүен дә беләбеҙ. Мәҫәлән, бынан 20 йыл самаһы элек үк ул Ерек ауылында автозаправка төҙөү кәрәклеге хаҡында район гәзитендә яҙып сыҡҡайны. Егеттең фекере һуңғараҡ башҡалар тарафынан хупланып, һөҙөмтәлә 2009 йылда унда автозаправка хасил булды. Хәҙер райондың төньяҡ төбәгендә йәшәүселәр был автозаправканан ифрат ҡәнәғәт, сөнки элек бензин, солярка юллап, район үҙәгенә үк барып ҡайта инеләр. Журналист күтәргән мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүе һөҙөмтәһендә халыҡ бер бәләнән ҡотолдо.
“Красноусол” шифаханаһы эргәһендәге Изге шишмәләр янында Күрпәс бейгә һәйкәл ҡуйҙыртыу идеяһы ла – Самат Ғәлиуллин менән һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтовтыҡы. Эйе, һанай китһәң, район гәзите хәбәрсеһе күтәргән мәсьәләләр байтаҡ ҡына. Шуға ла Самат Ғәлиуллинды республика журналистарының иң ҙур баһаһына лайыҡ тип иҫәпләйем. Тап уның кеүектәр Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты булырға тейештер.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” акцияһында ла Самат Менәүәр улы иң беренселәрҙән булып район гәзитендә күренекле шәхестәребеҙҙе барлап, тәҡдимдәрен белдереп сығыш яһаны. Талантлы, әүҙем журналист тормошобоҙҙағы төрлө проблемалар, хәл-ваҡиғалар хаҡында үҙ фекерен белдереп, халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләрҙе принципиаль, гражданлыҡ позицияһынан тороп яҡтырта белә.
Әхлаҡ, әҙәп, илһөйәрлек, телһөйәрлек, иман, ғәм, сәм төшөнсәләрен дә һәр яҙмаһында сағылдыра килә. Бының менән ул бигерәк тә йәштәребеҙҙә ошондай рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә йоғонто яһай тип уйлайым.
Яҙмаларын уҡығандан һуң, йәшәйешебеҙҙә, тормошобоҙҙа булып торған хәл-ваҡиғаларҙы тетрәндергес итеп һүрәтләп, асылына төшөндөрә алыуына инанаһың, ғибрәт итәһең, фәһем алаһың, уйланаһың.
Яңы ғына “Табын” гәзитендә сыҡҡан “Яңылышлыҡтан туҡылған яңғыҙлыҡ” тигән мәҡәләһен бер тынала уҡып сығып, йән тетрәндергес хәл-ваҡиғаларҙың бөгөн дә булып тороуына күңелем болоҡһоно.
Самат Менәүәр улы — районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыусы йәмәғәт эшмәкәре — һәйбәт ғаилә ҡороп, тормош иптәше Әлфирә Нәжметдин ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләй. Артабан да уҡымлы яҙмалары менән халҡыбыҙҙы, зыялы заттарыбыҙҙы ҡыуандырып йәшәүенә өмөт бағлайбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780