Өс әҙипте үҫтергән ауыл ул ӘлмөхәмәтОло Ҡыҙыл йылғаһы, Ғимран ҡаяһы, Ҡараташ тауҙар теҙмәһе, Яҡтыкүл менән дан тотҡан Әбйәлил еренә аяҡ баҫтыҡ. Гүзәл һәм бай тәбиғәте генә түгел, башҡорт донъяһына киң билдәле шәхестәре менән дә ғорурлана был төбәк. Әле Әбйәлилгә ана шул ил үҙәге булған шәхестәребеҙ — ғалим Ким Әхмәтйәнов, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Рамаҙан Өмөтбаев, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт — рухына бағышланған музейҙы асыу тантанаһына йыйылдыҡ.
Әлмөхәмәт ауылынан сыҡҡан был арҙаҡлы өс уҙамандың ауылдаштары икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы ҡунаҡтарҙы. Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, әҙиптәр Әсхәл Әхмәт-Хужа, Ринат Камал, Әхмәр Үтәбаев, Гөлназ Ҡотоева Ким Әхмәтйәновтың, Рәмил Ҡол-Дәүләттең (Рамаҙан Өмөтбаев Өфөлә ерләнгән) ҡәберҙәрен зыярат ҡылып, сәскә һалғандан һуң, Рамаҙан Өмөтбаев исемен йөрөткән Әлмөхәмәт урта мәктәбендә музей асыу тантанаһы башланды.
"Бөгөн Әбйәлил ерендә оло тантана! Районыбыҙҙың танылған шәхестәренең ғүмер юлын, ижади хеҙмәттәрен мәңгеләштереү маҡсатында уларҙың был
тормошҡа тәүге аҙымдарын яһаған Әлмөхәмәт мәктәбендә әҙәби музей асыла. Был шәхестәребеҙҙең һәр эше, уңышы республикабыҙ халҡы өсөн хеҙмәт итеүгә арналған", — тине, тантананы асып, мәктәп директоры Шафиҡ Хәмитов.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙовҡа бирелде. "Районыбыҙҙа булдыҡлы, эшсән халыҡ йәшәй, спорт ярыштарында ла һынатмайбыҙ. Мәҫәлән, әлмөхәмәттәр республика кимәлендә хоккей буйынса ярышта бронза миҙал яуланы, — тине ул. — Халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Тиҙҙән һәр йортҡа һыу инә башлаясаҡ. Сибай — Әлмөхәмәт юлына киләһе йыл асфальт түшәү ҡаралған.
Бына ошондай тырыш халыҡ ҡына Ким Әхмәтйәнов, Рамаҙан Өмөтбаев, Рәмил Ҡол-Дәүләт кеүек ил улдарын үҫтерә ала".
Тулҡынландырғыс мәл. Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, Ким ағайҙың тормош иптәше Рәйфә Әхмәтйәнова, Рамаҙан ағайҙың улы Рауил Өмөтбаев, Рәмил ағайҙың апаһы Әнисә Хафизова музей ишеген асты. Рухиәт тупһаһы аша үтәбеҙ. Бында өс шәхестең тормош юлына арналған йөкмәткеле стендтар эшләнгән, шәхси әйберҙәре, фотоальбомдар ҡуйылған. Мин үҙем, мәҫәлән, элек Рәмил Ҡол-Дәүләт менән аралашып йәшәһәм дә, бөгөн уны өр-яңынан асҡандай булдым. Әлбиттә, киләсәктә музейҙың тағы ла яңы экспонаттар, материалдар менән тулыланырына шик юҡ. Был музей әлмөхәмәттәр өсөн генә түгел, ошо тарафтарға юлыҡҡан кешеләргә лә үҙенсәлекле рухиәт шишмәһе булып хеҙмәт итәсәк.
Тантаналы сара кисен ауыл клубында дауам итте. Унда Өфө ҡунаҡтарына һүҙ бирелде.
"Милләттең даны һан менән түгел, унан сыҡҡан шәхестәре менән билдәләнә, — тине Рамаҙан ағайҙың улы Рауил Өмөтбаев. — Башҡортостанда өс олуғ шәхес сыҡҡан ауылдар һирәк. Бөгөн беҙ хөрмәтләгән Әлмөхәмәт улдары илем, телем, халҡым тип йәшәне һәм үҙҙәре лә халыҡ хөрмәтенә лайыҡ". Рауил Өмөтбаев мәктәпкә китаптар бүләк итте.
Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Башҡортостандың 200-ҙән ашыу әҙибенең сәләмен еткерҙе: "Былтыр Яҙыусылар союзында, Әлмөхәмәттә музей асалар, хакимиәт башлығы вәғәҙә итә, тигәйнем, ышанманылар. Ҡасан хакимиәт башлыҡтарының үҙ һүҙендә торғаны бар, тинеләр. Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовҡа рәхмәт! Уның кеүек рухлы етәкселәр күберәк булһын ине..."
"Был шәхестәрҙең өсөһө лә миңә яҡын, — тип башланы һүҙен Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев. — Ким ағай менән БДУ-ла осраштым. Ул минең курс эшемдең етәксеһе булды. Рамаҙан ағай телде яҡшы белгән яҙыусы ине. Уның менән аралашып йәшәргә насип булды, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөштөк. Рәмил ҡусты иһә 40 йәшен дә тултыра алмай яҡты донъянан китте. Өйрәнсек осоро тойолманы беҙгә, сөнки ул шағир булып тыуған. Беҙҙең баҡсалар күрше генә ине, шуға ла мин уны, уйынлы-ысынлы, арҡаҙаш тип йөрөттөм.
Был шәхестәрҙең барыһы ла — башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы".
Артабан әҙиптәр Әсхәл Әхмәт-Хужа, Ринат Камал, Әхмәр Үтәбай, Гөлназ Ҡотоева сығыш яһаны, шиғырҙарын уҡыны. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмир Иҫәнбаев та өс әҙип хаҡында йылы тойғолары менән уртаҡлашты. Байрамды Резеда Юлдашева, Фәриҙә Уйылданова, Таңсулпан Мусина, Садиҡ Шаһыбалов, Хәлил Фәтихов башҡарыуындағы моңло йырҙар, Радик Хәлиловтың йөрәк елкендергес бейеүе, Дәүләт Ҡадировтың ҡурай моңо биҙәне. Кисә һуңында район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов һөйөнөслө хәбәр еткерҙе: районда шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге премия булдырыласаҡ. Афарин!
Икенсе көнө әҙиптәр Әбйәлил ҡыҙы шағирә Гөлназ Ҡотоеваның тыуған ауылы Ишҡолға юлланды, ә беҙ, йәғни "Башҡортостан" гәзите вәкилдәре, Ишбулды, Таштимер, Байым мәктәбе уҡыусылары менән осраштыҡ. Әбйәлилдәге ташҡында ҡазаға тарығандарға "Башҡортостан" гәзите гуманитар ярҙам күрһәтеү акцияһы ойошторғайны, юл ыңғайы ошо көнкүреш кәрәк-яраҡтары тәғәйен урынға тапшырылды. Изге акцияла ҡатнашҡан Ә. Сөләймәнов, Ю. Псәнчин, Р. Вахитова, Р. Шәкүр, Т. Тимофеева, Г. Ҡотломөхәмәтоваларға әбйәлилдәр һәм үҙебеҙҙең исемдән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Өс мәктәптәге осрашыу ҙа уҡыусыларҙың хәтерендә ҡалырлыҡ йөкмәткеле булды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Мәүлиҙә Ниғмәнова: "Башҡортостан" гәзитен уҡымаған кешегә аптырайым. Нисек инде халҡыбыҙҙың төп гәзитен алдырмаҫҡа мөмкин?!" — тине, йәне әсеп. Уның был һүҙҙәрен башҡа уҡытыусылар ҙа хупланы. Хеҙмәт ветераны Миҙхәт Мәғәсүмов "Башҡортостан" гәзитенән инде 40 йыл айырылмай, ә китапханасы Мәҙинә Ғәскәрова үҙ иҫәбенә гәзит-журналдар яҙҙырып, китапханаға ҡуя икән.
Ғөмүмән, Ишбулды, Таштимер, Байым мәктәптәре уҡытыусылары "Башҡортостан" гәзите үткәргән "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо матур осрашыуҙарҙы ойошторғаны өсөн Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Линиза Камил ҡыҙы Сәғәҙиеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был мөләйем ханым, ваҡыт тығыҙлығына һылтанып тормай, һәр осрашыуҙа үҙе ҡатнашып йөрөнө.
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда хакимиәт башлығы Рим Сыңғыҙовтың шаяртып һөйләгәне иҫкә төштө: "Хоҙай, тоғон йөкмәп, донъя буйлап хазина таратып йөрөй, ти. Әбйәлил еренә еткәс, уның тоғо бүҫелеп китә лә бөтә хазиналары ҡойолоп ҡала..."
Әбйәлил тарафтарында Хоҙай тоғоноң бүҫелгәненә тамсы ла шигебеҙ юҡ. Беҙ ҙә ошо бәрәкәтле ерҙә булып, күңел тоғобоҙҙо рухи хазиналар менән тултырып ҡайттыҡ.