Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ркаил Зәйҙуллала яһалмалыҡтар юҡ
Ркаил Зәйҙуллала яһалмалыҡтар юҡРкаил Зәйҙулла — татар әҙәбиәтенең күренекле вәкиле. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ул, шиғырҙар ҙа, проза әҫәрҙәре лә яҙа.

Тәүге шиғри әҫәрҙәре үк өлкән ҡәләмдәштәренең иғтибарын йәлеп итте: 1980 йылда "Күрәҙә" йыйынтығы өсөн автор Татарстан комсомолының Муса Йәлил исемендәге премияһына лайыҡ булды. Ә үҙенсәлекле прозаһы Татарстанда ғына түгел, Рәсәй һәм Төркиә матбуғатында ла баҫылды. Ркаил Зәйҙулланың прозаһы йор, кинәйәгә бай, ниндәйҙер хикмәткә эйә, хикәйәләрендә икенсе, уҡыусы күҙенән йәшеренгән эске план бар. Шул уҡ ваҡытта ул урыҫ хикәйәһен дә хәтерләтә: авторҙың ваҡиғаларға, предметтарға, ғөмүмән, донъяға ҡарата ниндәйҙер алабарманлығы һиҙелә. Лирик герой ҡәҙимге ҡанундар менән иҫәпләшмәй, үҙаллы еңмеш кеше, уның тормошҡа үҙ мөнәсәбәте бар, һәм уны ул иң дөрөҫө тип һанай. Автор шуның менән бергә лирик герой ҙа, донъяға көлөмһөрәп ҡарай, ваҡиғаларҙы, тормош боролоштарын фәйләсүфтәрсә баһалай. Был — Ркаил Зәйҙулла прозаһының төп асылы, минеңсә. Уның сәсмә әҫәрҙәре беҙ күнеккән татар, башҡорт хикәйәләренә хас түгел һымаҡ, шул уҡ ваҡытта улар художестволылыҡ ҡанундарына буйһона, әҙәбиәттең төп йүнәлештәренән айырылмай. Ркаил Зәйҙулла прозаһы — аяуһыҙ проза, тормоштоң бөтә ҡатмарлылығын һүрәтләй, ҡәтғи фекерҙәр әйтә, бер ниндәй яһалма, алдаҡ һығымталарға урын ҡалдырмай. Мәҫәлән, "Шаман", "Ыстапан" хикәйәләрендәге геройҙар — әсе яҙмышлы заттар: заман да, тормош та аяуһыҙ, мәҫәлән, "Йәшел сирәмдә һары керәндил" геройы Сәмиғуллаға бер нисек тә борғоланырға, шалтай-балтай ҡыланырға форсат бирелмәй.
Ғөмүмән, Ркаил Зәйҙулла хикәйәләрендә төп иғтибар кешенең йәшәйешенә, яҙмыштың ҡырҡыу мәлдәрендә үҙен нисегерәк тотоуына күберәк диҡҡәт ителә. Кеше бары шундай саҡта ғына үҙен "аса" йәки шунда ғына уның бөтә "ыңғай-кире" сифаттары донъяға фаш була бит. Хикәйә геройҙары төрлө заттар: профессорҙар, ябай студенттар, оло ҡалала эш, һыйыныр мөйөш эҙләп йөрөүселәр ниндәй генә һынауға дусар булһа ла, тормошта матурлыҡ барлығына, ғәҙеллектең барыбер тантана итәсәгенә ышаныусылар.
Ркаил Зәйҙулла, ғөмүмән, киң һулышлы, киң ҡоласлы ижадсы, әле ижад ҡомары саҡ тоҡанған мәлендә, илле йәше өҫтөндә генә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙен әҙәбиәттең төп өс төрөндә лә һынай: үҙенсәлекле шағир, йор телле прозаик, егәрле драматург булып та дан алды. 2002 йылда уның "Һаташҡан һандуғас" пьесаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Камалсыларҙың Өфөләге гастролендә лә Ркаил Зәйҙулланың бер әҫәре — "Үлеп яратты" — репертуарҙы биҙәй.
Һөйөнсө өҫтөнә һөйөнсө тигәндәй, Ркаил Зәйҙулла өсөн бәхетле булып сыҡты 2013 йыл: Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең "Ҡәрҙәшлек кәштәһе" серияһында һәләтле әҙиптең проза китабы — "Йәшел сирәмдә һары керәндил" хикәйәләр йыйынтығы — башҡортса баҫылып сыҡты. Ҡотлайбыҙ ижадсыны! Был хәлдең әлеге мәлдә, уҡыусыларҙың гәзит-китап тип бигүк йығылып бармаған сағында, булыуы бик тә һиммәтле.
Ижадташ дуҫыбыҙҙың башҡорт телендә китабы сығыуы уңайынан кисә “Китап” нәшриәтендә автограф көнө үтте. Унда танылған ижадсы үҙе лә ҡатнашты. Тимәк, беҙҙең рухи күперҙәр нығынғандан-нығына.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780