Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дини тәрбиә орлоҡтары күңел аша ғына һалына
Дини тәрбиә орлоҡтары күңел аша ғына һалынаХөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса былтыр мәктәп программаһына ингән "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре" тигән предметты башҡортса өйрәтеү йәһәтенән дәрес өлгөләрен бирә башлайбыҙ. Яңы рубрикабыҙ эшегеҙҙә ҙур ярҙам булыр тигән өмөттәбеҙ.
Дәрестәрҙе халҡыбыҙҙың ағинәһе, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева алып бара. Дәрестәр гәзитебеҙҙең һәр йома һанында донъя күрәсәк.

Инеш һүҙ

Былтырғы уҡыу йылынан башлап илебеҙ мәктәптәрендә “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән дөйөм атама аҫтында алты төрлө йүнәлештә (“Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Йәһүд мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Буддизм мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”, “Донъяуи этика нигеҙҙәре”) яңы предмет уҡытыла башланы. Улар мәктәптәрҙә атай-әсәй ҡатнашлығында һайлап алынды.
Башҡорт мәктәптәре өс йүнәлешкә туҡталды: “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”, “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре” һәм “Донъяуи этика нигеҙҙәре”. Урыҫ телендә нәшер ителгән дәреслектәр Рәсәй Мәғариф академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы тарафынан ыңғай баһа алған. Башҡорт мәктәптәре һайлаған әсбаптар уларҙан тәржемә ителде.
Предметты алып барған уҡытыусыларға “Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары” дәреслектәрен файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ. 2012 йылдан башлап I — VII, 1993 — 2011 йылдарҙағы I — X кластар өсөн дәреслектәр уҡытыусыға ныҡ ярҙам итер. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары тупланмаһы булған “Урал батыр” эпосы, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында эпостар һәм башҡа жанрҙар буйынса даими бирелә барған дәрес өлгөләре, милләтебеҙҙең этнопедагогикаһы менән шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре һәр саҡ ҡул осонда торһа, бик яҡшы булыр. Әлеге дәреслек менән улар бер-береһен тулыландырасаҡ.
Балаға диндәрҙең милләттәр, телдәр кеүек үк төрлө булыуын, һәр кемдең һайлау хоҡуғы барлығын мотлаҡ аңлатырға кәрәк. Ул береһенең икенсеһенән өҫтөн түгеллеген, бер маҡсатҡа — яҡшылыҡҡа, изгелеккә — йүнәлгәнен белергә, ысын рухи тәғлимәтте секталарҙан айырырға өйрәнергә тейеш. Был йәһәттән мин, “Тормош һабаҡтары” предметы авторҙарының береһе һәм әле һүҙ барған яңы дәреслектәрҙе тәржемә итеүсе булараҡ, “Дини мәҙәниәттәр нигеҙҙәре”н һайлаған мәктәптәрҙе хуплайым һәм артабан, мөмкин икән, бөтөн белем усаҡтарына ошо йүнәлеште һайларға тәҡдим итер инем.
Был — минең ҡараш, әммә ул — тупланған тәжрибә, белем, күҙәтеүҙәр, осрашыуҙар, фекер алышыуҙар аша яһалған һығымта. Әле халыҡтар менән аралашыу, төрлө илгә сығыу, Интернет селтәре аша танышыу, мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре шул тиклем киңәйҙе, уҡыусының һәр төрлө яңылыҡты белергә тырышыуы артҡандан-арта. Шулай уҡ дин менән дә ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Ә ул — бик нескә, ҡатмарлы өлкә: зиһен генә түгел, күңел менән тойоп ҡабул итә торған тәғлимәт.
Был предмет уҡыусыла ла, атай-әсәйҙә лә бихисап һорау тыуҙырасаҡ. Мәҫәлән, будда диненә ышаныусылар, башҡа диндарҙар кеүек, доға уҡығанда ниңә Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәй? Ни өсөн мәсеткә мотлаҡ баш кейемендә инергә кәрәк, ә сиркәүҙә, киреһенсә, был тыйыла? Ниңә Ислам дине йән эйәләренең һүрәтен төшөрөүҙе тыя, ә православиела, буддизмда Аллаһ рәсеменә табыналар? Нимә ул мәсет, сиркәү, синагога, кирха, буддизмдағы карма, нирвана? Ни өсөн православие динен тотоусылар изге һыу алып эсә, сиркәүгә бөрөлө тал ботаҡтары тотоп бара, Пасха байрамында йомортҡаны ҡыҙыл төҫкә буяй? Ниңә мосолмандар Мәккәгә йөрөй? Кемдәр ул Авраам-Ибраһим, Моисей-Муса, Иисус-Ғайса пәйғәмбәрҙәр, нимә ул алтарь, икона, фреска, менора, ступа, лама? Ошондай төрлө диндәргә ҡағылышлы мәғлүмәттәргә эйә булһа, уҡыусы байтаҡ һорауға үҙе яуап таба алыр ине.
Предметты уҡытҡан саҡта иң мөһиме — дин менән милләтте бутамау. Кешенең туған телле, милли тамырлы булып тыуыуын, ә рухи тәғлимәтте һайлап алырға мөмкин икәнлеген, хатта бер ғаиләлә төрлө дин тотоусылар йәшәүе ихтималлығын аңлатыу мөһим. Мәҫәлән, илебеҙ тарихы башланған осорҙа Русь иленең баш ҡалаһы Киевта кенәз Владимир идара иткән. Уға төрлө дин әһеле үҙ тәғлимәтен тәҡдим итеп килгән. Кенәз христианлыҡты һайлаған һәм үҙе башлап "һыу"ға сумған. 988 йылдан башлап был дин урыҫ ерендә ныҡлап таралған. Ә Башҡортостанға Ислам Х быуатта ғына индерелә башлаған һәм ХIV быуатта ныҡлап урынлаштырылған. Башҡорт тигән халыҡ уға саҡлы уҡ, әллә күпме быуат элек үк булған. Милләт — кешенең ҡанына һалынған булмышы, ә дин — донъяны Аллаһҡа (буддизмдан башҡалары) бәйләп аңлатҡан тәғлимәт. Тимәк, башҡортлоҡ — булмыш, мосолманлыҡ — Исламды ҡабул итеү.
Уҡыусыларыбыҙ диндең ошо донъяны бар иткән ҡөҙрәтле көскә яҡынайыу юлы, уның асылын аңларға тырышыу ысулы, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәткән, яҡшылыҡҡа өндәгән һабаҡтар тупланмаһы икәнлеген аңларға тейеш. Иман — ул эске намыҫ, уның алдында яуаплылыҡ тойғоһо.
Дәрестәрҙә, әйтеп үтеүемсә, диндәрҙең барлыҡҡа килеү маҡсатын — кешелек донъяһын тәртиптә тотоу, изгелеккә, иманға ынтылыу сараһы булыуын — аңлата барырға һәм балаға яҡшылыҡҡа килеү юлын үҙенә һайларға мөмкинлек ҡалдырырға кәрәк.

Беренсе дәрес
"Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре". "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре". "Донъяуи этика нигеҙҙәре".
"Рәсәй — беҙҙең Ватаныбыҙ"


Был предмет буйынса тәүге дәрес бөтөн йүнәлештәрҙә лә “Рәсәй – беҙҙең Ватаныбыҙ” тип аталған бер үк тема менән башлана. Унда матди һәм рухи байлыҡ тураһында төшөнсә бирелә. “Тормош һабаҡтары” предметының (И. Бураҡаев, М. Бураҡаева, М. Юлмөхәмәтов) 1995, 2001 йылдарҙа — VII класс, ә 2012 йылда VI класс дәреслектәрендә был тема киң яҡтыртылған. Уларҙан уҡытыусылар үҙҙәре өсөн байтаҡ мәғлүмәт туплай ала. Ғөмүмән, “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” предметын алып барған педагогтың өҫтәлендә, әйтеүемсә, IV — X класс өсөн “Тормош һабаҡтары” әсбаптары булһа, дәрескә әҙерлек эше байтаҡҡа еңеләйер.
Билдәле: бөгөнгө заман балалары бик аҙ уҡый, теле, айырыуса туған теле, ярлылана бара. Шуның өсөн яңы предметҡа бүленгән сәғәтте баланың телмәрен байытыу, фекерләү ҡеүәһен тәрәнәйтеү, зиһенен яҡтыртыу өсөн файҙаланырға тырышырға кәрәк. Теге йәки был билдәләнештәрҙе, аңлатмаларҙы күмәкләшеп ҡабатлау, иҫтә ҡалдырыу мөһим. Тел байытыу, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеп өйрәнеү, күңелде сафландырыу, йөрәктәргә дәрт өҫтәү һәм, иң мөһиме, рухи һәм физик сәләмәтлек өсөн бергәләп йыр башҡарыуҙан да яҡшыһы юҡ. Буддизмда, христианлыҡта ла ғибәҙәт ваҡытында музыка файҙаланыла, бының өсөн махсус әҫәрҙәр ижад ителгән. Исламда иһә ундай музыка юҡ. Әммә башҡортта ҡобайырҙарҙы, әкиәттәрҙе көйгә һалып һөйләү киң таралған булған. Халҡыбыҙ әйтер фекерен моңға сорнап биреүҙең күпкә йоғонтоло булыуын яҡшы белгән. Шуның өсөн һәр дәрестә, ике-өс минут ваҡыт бүлеп, күмәкләшеп Ватан, туған тел тураһында йырҙар, ҡобайырҙар башҡарыу маҡсатҡа ярашлы булыр, уҡыусыларҙа дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бермә-бер артыр.

Икенсе дәрес
1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Ислам бишеге"


Дини мәҙәниәт дәрестәре өсөн, дәфтәрҙән тыш, һүҙлек алып барыу мотлаҡ. Исламдың тыуған иле Ғәрәбстан икәнлеген аңлатҡан саҡта ҡулығыҙҙа донъяның географик картаһы бар икән, был илдең ҡайһы тирәлә урынлашҡанын, экваторға яҡын икәнлеген, сүллектең ҙурлығын, һыуһыҙлыҡтан йонсоу күренештәрен аңлатып китеү маҡсатҡа яраҡлы булыр. Ғәрәптәрҙең мәжүси булыуы хаҡында һөйләгәндә башҡорттарҙың да ҡасандыр боттарға табынғанын телгә алып китергә кәрәк. Ислам ингәнгә тиклем башҡорттарҙың ҡыш, йәй, ямғыр, ел, ағас, кеше, ат, һыу, төн, көн, әжәл, ер эйәләре булған, 13-сөһө — күктәге Тәңре.
Динебеҙ тураһында һүҙ барғанда, "Ҡөрьән" китабын (мөмкин булһа, борон нәшер ителгәнен) күрһәтеү, уның уң яҡтан асылыуын, ғөмүмән, ғәрәп яҙмаһының шулай уңдан башлап яҙылыуын аңлатыу, хатта таҡтаға “Аллаһ” тип уң яҡтан башлап яҙып күрһәтеү, уҡыусыларҙың дәфтәргә ғәрәп хәрефтәре менән күсереп яҙыуы дәресте йәнләндереп ебәрер.
"Ҡөрьән" — изге китап. Уны ҡайҙа етте шунда һалырға, бысратырға, өҫтөнә әйбер ҡуйырға, баҫырға, йыртырға ярамай тип өйрәтергә кәрәк.

2. Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре
"Мәҙәниәт һәм дин"


Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән башлап әҙәм балаһы тәбиғәтте аңларға, үҙен уратып алған мөхиттәге, Йыһандағы бар нәмәнең асылына төшөнөргә тырышҡан. Ғөмүмән, бихисап һорауына яуап эҙләгән (был хаҡта VII класс өсөн тәғәйенләнгән "Башҡорт мәҙәниәте"нең (2001 йыл сыҡҡан) 126 — 148-се биттәренән йәки VI класҡа ҡаралған "Башҡорт мәҙәниәте"нең (2012 йыл) 85 — 108-се биттәренән мәғлүмәт алырға мөмкин). Унан кеше бөтөн нәмәнең дә йәне барлығына ышана башлаған. Ошо нигеҙҙә диндәр барлыҡҡа килгән. Башҡорттар ошондай ышаныуҙарҙы әле лә тәрбиә эшендә файҙалана. Мәҫәлән, "ишектән ингәндә тупһаға баҫма — ул ҡарғап ятыр", "урамда ятҡан сыбыҡты ситкә алып һал — рәхмәтле булыр" һәм башҡалар. “Урал батыр” эпосында ҡоштар, хайуандар менән һөйләшеү, Һомайҙың берсә ҡошҡа, берсә ҡыҙға әүерелеүе ышаныуҙарҙан ҡалған. Тәүге диндәр, аҙаҡ традициондары — православие, ислам, йәһүд, буддизм, зороастризм — барлыҡҡа килеүен, шулай уҡ психотерапия һәм гипноз аша ылыҡтырыуға нигеҙләнгән, закон тарафынан тыйылған эштәр менән шөғөлләнгән секталарҙың да булыуын аңлатырға кәрәк.
Кешеләрҙең күбеһе донъя диндәренә ышана. Улар — христианлыҡ, ислам һәм буддизм.
Донъя картаһынан төрлө ил, Рәсәй, Башҡортостан халыҡтарының ниндәй дин тотоуы, үҙегеҙ йәшәгән төбәктәге рухи тәғлимәт тураһында һөйләү һәм һәр саҡ картаға мөрәжәғәт итеү теманы яҡшыраҡ аңлатырға булышыр. Ғөмүмән, урындағы миҫалдарҙы файҙаланыу уҡыусы күңеленә яҡыныраҡ булыр.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Донъяуи этика нимә ул?"


Кешеләр дин барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланған, был сифаттарҙы үҫмерҙәргә, бала-сағаға аңлатыу сараларын уйлап тапҡан. Шулай итеп, тәрбиәүи әһәмиәтле халыҡ ижады барлыҡҡа килә башлаған. Беҙҙең “Урал батыр” эпосында ла милләтебеҙҙең төп ҡанундары сағылдырылған. Унда "кешенән һуң донъяла яҡшы исем, яҡшылыҡ ҡалырға тейеш, ул — мәңгелек, үлемһеҙ" тигән фекер ята. Шуның өсөн яңы предметты уҡытҡан саҡта эпостарыбыҙҙы, әкиәттәребеҙҙе, мәҡәлдәребеҙҙе, йыр-таҡмаҡты даими файҙаланыу яҡшы булыр. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосынан яҡшылыҡ тураһындағы өҙөктө күмәкләп уҡығыҙ һәм ятлағыҙ:
Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән —
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ,
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр.
Уҡыусылар дәфтәргә матди һәм рухи мәҙәниәткә ниҙәр ингәнен бағаналап яҙһын.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 20.09.2013, 13:58
    " Ул математика предметын уҡыта" ,"Химия предметы аҙнаһына өс тапҡыр уҡытыла" тип һөйләйбеҙ. " Тормош һабаҡтары" предметы "... Математика, химия предметмы, әллә фәнме ? "Предмет" ул - "әйбер" ! Математика, химия - фән. Ә "Тормош һабаҡтары" ? Ни өсөн "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре " тип яҙырға? "Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙе" тип, күплек ялғауһыҙ ғына яҙһаҡ, башҡортса була ла баһа.Мәрйәм апай,яҙмаларығыҙҙы уҡып барам, рәхмәт, һәр сығышығыҙҙы бик кәрәкле, файҙалы, тип табам.Дингә ҡағылышлы дәрес өлгөһөн башҡа уҡытыусылар ҙа яҙһа, ҡыҙығыраҡ, файҙалыраҡ булмаҫмы ? Гел генә Мәрйәм апай яҙғанын көтөп ултырмаған ижади ҡарашлы уҡытыусылар ҙа барҙыр бит.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780