"Сит илдәгеләй хис иттем" тигән мәҡәләлә ("Башҡортостан", 29 март, 2013 йыл) Өфөнөң Ленин урамында сит телдәге яҙмалар тороуы хаҡында һүҙ булғайны. Унда күтәрелгән мәсьәләгә баш ҡала хакимиәтенән яуап килде. "Иль де Ботэ", "Макдональдс", "Оstin" һәм башҡа сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының исеме — тауар билдәһе, уларҙы үҙгәртеп булмай, — тиелә хатта. — Өҫтәмә рәүештә шуны хәбәр итәбеҙ: "Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле тураһында"ғы Закондың, визуаль мәғлүмәттәрҙең башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылырға тейешлеген билдәләгән "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закондың талаптары тауар билдәләренә ҡағылмай".