Һуңғы йылдарҙа туған телгә иғтибар артыуы, халҡының киләсәге өсөн янып йәшәгәндәр араһында йәштәрҙең дә күп булыуы һөйөнөслө.
Мәҫәлән, был йәһәттән "Беҙ — Башҡортостандың киләсәге" исемле ойошма уңышлы эшләй. Уның ағзалары менән быйыл "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсында яҡындан таныштым. Хәҙер үҙем дә уларҙың рәтендә. Ойошма ағзаларының барыһы ла насар ғәҙәттәрҙән ары тора, сәләмәт тормошто үҙ итә, башҡортса аралаша. Тиңдәштәрен үҙ артынан эйәртергә тырышҡан йәштәр төрлө кисә, мәҙәни-тәрбиәүи сара, өмә үткәрә, берҙәмлек, дуҫлыҡ, илһөйәрлек, мәрхәмәтлек өлгөһөн күрһәтә. Мәҫәлән, күптән түгел Туймазы ҡалаһындағы балалар йортона барып, бәләкәстәрҙе ҡыуандырып ҡайттылар. Йәнһүрәт геройҙары булып кейенгән ағай һәм апайҙарҙың күңелле тамашаһын, бүләктәрҙе кескәйҙәр ихлас ҡабул итте. Бала күңеленә күп кәрәкме ни?
Ойошма шулай уҡ "Туған телемдә һөйләшәм" тигән акция, башҡорт дискотекалары үткәрә. Уның үҙ лагеры ла бар.
Унда нисек эләгергә тиһеңме? Әгәр һиңә 16 — 20 йәш, үҙ фекерең, әйтер һүҙең бар, милләтең өсөн янып-көйәһең икән, ойошманың Өфөләге үҙәгенә йәки башҡа район-ҡалалағы филиалдарына мөрәжәғәт итә алаһың. Бында телен һаҡларға ынтылған башҡа халыҡ вәкилдәре лә бар.
Бөрйән районы.