700-ҙән ашыу хата таптыҡ12.07.2013
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында "Башҡорт теле хеҙмәте" эшләй. Уға уҡытыусыбыҙ Эльвира Рәхимова етәкселек итә.

Быйыл да эшебеҙҙе юғары кимәлдә башҡарҙыҡ, тип әйтә алам. Өфөнөң 45 урамында булып, дәүләт учреждениеһы, шәхси ойошма, урам исемдәренең дөрөҫ яҙылышын тикшерҙек. Һөҙөмтәлә 700-ҙән ашыу хаталы яҙманың фотоһы район хакимиәттәренә ебәрелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, башҡортса хаталы яҙылған алтаҡталар кәмемәй, урамдарыбыҙҙы йәмһеҙләп арта ғына бара. Уларға һәр кем иғтибарлы булһа, баш ҡалабыҙҙың йөҙө күпкә яҡшырыр ине.


Вернуться назад