Хакимиәт сара күргән12.07.2013
"Телгенәм-бергенәм" махсус битенең быйылғы 3 май сығарылышында "Быстроденьги" үҙәгенең хаталы яҙыуын күрһәткән фото донъя күргәйне. Уға Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәтенән яуап килде.

"Быстроденьги" үҙәгенә хат ебәрелде, — тиелә унда. — Уларға алтаҡталағы текстың башҡортса дөрөҫ яҙылышы буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына мөрәжәғәт итергә, унан яҙманы баш ҡала хакимиәтенең Терминология комиссияһында тикшертеп алырға ҡушылды".

Әйткәндәй...

Гәзиттә баҫылғанға битарафлыҡ күрһәткән кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, "Үҙәк баҙар" туҡталышындағы "Перекресток" магазинында хаталы яҙыу һаман шул килеш тора.
йәштәр тауышы


Вернуться назад