“Фалиждан һуң сит телде бөтөнләй аңламайым...”12.07.2013
Йәшерәк саҡта телдең әһәмиәтен аңлап еткермәйбеҙ, ә ул йылдар үткән һайын яҡыныраҡ, мәғәнәлерәк булып, үҙенең бөтөн матурлығын асып һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошонан мәхрүм милләттәштәребеҙ ҙә бар бит әле.
Ағинәйебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның күрше өлкәлә йәшәгән, фалиж һуғып дауаханаға эләккән башҡорт ҡатыны тураһындағы мәҡәләһен уҡып тетрәнгәйнем. Ул башҡортса нимәлер һөйләгән, ә үҙ телен белмәгән балалары йүгереп йөрөп башҡорт кешеһен эҙләп ҡараһа ла, таба алмаған һәм әсәһенең һуңғы һүҙҙәрен төшөнмәгән. Ниңә ҡатын урыҫса өндәшмәгән һуң? Баҡтиһәң, мейелә туған тел — уң, һуңынан өйрәнелгәндәр һул ярымшарға һалына икән. Ҡатын, фалиж мейеһенең һул ярымшарын зарарлау сәбәпле, сит телдә һөйләшеү һәләтен юғалтҡан.
Ошо мәҡәләне уҡығандан һуң күп тә үтмәне, танышымды осраттым. Ул үҙен фалиж һуғыуы, оҙаҡ ҡына дауаланыуы тураһында һөйләне.
— Эшкә сыҡманыңмы әле? — тим.
— Беләһеңме, фалиждан һуң урыҫса бөтөнләй аңламайым, — тине танышым. — Һөҙөмтәлә эштән китергә мәжбүр булдым. Әле фатирымды шәхси йортҡа алмаштырып йөрөйөм, сөнки күршеләремдән оялам...
Күпмелер ваҡыттан һуң тағы бер танышымды осраттым. Ул табип бүлмәһенән сығып килә ине. Башҡортса иҫәнләшеүемә баш ҡағып ҡына яуап бирҙе лә хәлен ҡабалан-ҡабалан урыҫса һөйләй башланы. Уның был ҡылығын яҡындары ла аңлай алмай яфаланды, һуңынан ғына фалиж мейеһенең уң ярымшарын зарарлауына төшөндөк. Ошоға оҡшаш хәл Надежда менән Алексей Шельповтарҙың ғаиләһендә лә булған. Был хаҡта "Пусть говорят" тапшырыуында Андрей Малахов бәйән иткәйне. Ҡапыл мәрткә киткән Надежда, аңына килгәс, урыҫса һөйләшә алмай. Апаһы Елена әйтеүенсә, тик инглизсә аңлай, шул телдәге фильмдарҙы, тапшырыуҙарҙы ҡарай башлай. Әгәр Надежда урыҫса ғына белһә, ни булыр ине? Ул һөйләшеү һәләтенән мәхрүм ҡалыр ине. Сит тел уға иң ауыр ваҡытта ярҙамға килгән.
Әле республиканың бөтә мәктәптәрендә лә башҡорт теле уҡытыла. Ҡайһы бер ата-әсәнең балаһының туған телен өйрәнеүенә ҡаршы сығыуы бер нисек тә аңлашылмай. Донъя бит ул: киләсәктә нимә көткәнен берәү ҙә белмәй. Төбәгебеҙҙә күпселекте башҡорт, татар, урыҫтар тәшкил итә. Туған телебеҙҙе, шулай уҡ бер-беребеҙҙең телен өйрәнеү файҙаға ғына булыр, ҡамасауламаҫ. Бүтән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, тарихын тәүсығанаҡтан өйрәнеү — үҙе ҙур бәхет бит. Мәҫәлән, беҙ, башҡорттар, бөйөк урыҫ классиктарының әҫәрҙәрен тәржемәһеҙ уҡып кинәнәбеҙ. Бөгөн инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙе белеү ҙә мөһим. Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кеше ни тиклем күберәк сит телде белһә, өлкәнәйгәс, уға хәтер тарҡалыу сире шул ҡәҙәр аҙыраҡ янай икән. Әммә, ошо уҡ медицина юҫығынан ҡарағанда, туған телеңде, урындағы халыҡ телен белеү ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә икәнлеге иҫбатлана.