Тәржемәһе лә шомға һала03.05.2013
Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ҡабул ителгән дәүләт милли сәйәсәт стратегияһының III.21."е" пунктындағы дүртенсе абзацҡа күҙ һалғанда, власть йәмғиәттең мәҙәниәт, тел йәһәтенән төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү өсөн ике һәм бер нисә телдә белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Был иң тәүҙә юғары уҡыу йорттарына ҙур бурыс йөкмәтә. Мәҫәлән, беҙҙең республикала йәштәрҙе төрлө һөнәргә өйрәткәндә башҡорт телен дә ҡулланыу мөһим. Шулай эшләгәндә, мәктәптә туған телебеҙҙе уҡытыу үҙенән-үҙе яйға һалынасаҡ. 2025 йылға тиклем башланғыс белем генә бирерлек кимәлгә төшмәҫкә ине.
Туған телдә белем биреүҙе ғаризаға нигеҙләнеп эшләргә ниәтләнәләр. Былай ҡыланыу — милләт вәкилен түбәнһетеү түгелме? Кешене туған теленән, рухиәттән шулай мыҫҡыл итеп, мәжбүри баш тарттырыу — яфалауҙың бер төрө. Был йәмғиәтебеҙҙең нигеҙен ҡаҡшата.
Наркомания, эскелек, баланан баш тартыу, суицид кеүек күренештәр ҙә туған телгә “йоҙаҡ һалғандан” хасил була. Тамырынан, мәҙәниәтенән айырылған шәхес урам тәьҫирендә ҡала. Унда һине һаҡларға әсә рухы юҡ, ҡанундар башҡаса. Иманым камил: әле бер кем дә башҡортса белгәненә үкенмәй. Күпме тел өйрәнәһең, күңел даирәң, донъяға ҡарашың шунса кимәлдә киңәйә бара. Ә туған телен ҡәҙерләмәгән кеше башҡаларҙыҡын да яратмай ул.
Милли стратегияла дөрөҫлөккә тап килмәгән урындар ҙа бар, был инде документтың ҡиммәтен төшөрә. Әйтәйек, II.10-сы пунктта яҙылғанса, Рәсәй Федерацияһында 277 тел һәм диалект ҡулланыла, 30 телдә белем бирелә, 59 тел өйрәнелә һәм башҡалар. Мин, мәҫәлән, тулыһынса башҡорт телендә уҡытылған бер мәғариф учреждениеһын да белмәйем. Ниндәй 30 телдә һәм ҡайҙа бирәләр икән бындай белемде? Быға ышанған осраҡта ла, бүтән халыҡтарҙың балалары йә бөтөнләй наҙан, йә урыҫ телендә генә уҡып, әсә теле тәрбиәһенән айырылған булып сыға.
"Стратегия" һүҙенең мәғәнәһе С.И. Ожеговтың, шулай уҡ урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар һүҙлектәрендә тура мәғәнәлә — "һуғышты алып барыу оҫталығы", күсмә мәғәнәлә "ижтимағи, сәйәси көрәшкә етәкселек итеү оҫталығы" тип аңлатылыуы тағы ла ҙурыраҡ шомға һала. Тормошобоҙҙо һуғыш терминын ҡулланып ҡайғыртыу уяу булырға саҡырғандай. Бындай юл менән халыҡтар араһында дуҫлыҡ урынлаштырып булмай. ЮНЕСКО тарафынан яҡлау тапҡан башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү — юғары мәҙәнилек билдәһе.


Вернуться назад