Өгөт-нәсихәтһеҙ генә03.05.2013
Өгөт-нәсихәтһеҙ генәҮҫмерҙәрҙә туған телгә ҡарата һөйөүҙе нисек уятырға? Бигерәк тә ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙа? Ҡайһы бер ата-әсә, уны мәктәптә өйрәтерҙәр әле, тип артыҡ борсолмай, йәғни үҙ өҫтөнән бурысты ала. Ә уҡытыусылар милли телдәр өсөн сәғәттәрҙең аҙ бүленеүенә зарлана. Бына шундай шарттарҙа балаларға туған телде белеүҙең мөһимлеген, уның халыҡтың мәңге тере тарихы булыуын нисек аңлатырға?

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында туған телгә арналған сара ошо һорауҙарға тулыһынса яуап бирҙе.
"Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге һәм республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ойошторған кисәлә уҡыусыларға туған телгә һөйөү өгөт-нәсихәт менән түгел, ә сәнғәт өлгөләре аша еткерелде. Үҫмерҙәргә туған моңдо, сәсмә әҫәрҙәрҙе күренекле йырсылар, йыраусылар ишеттерҙе, билдәле шәхестәр иһә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырҙы.
Уҡыусылар ҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен яңғыратып, ҡобайыр башҡарып, телгә ихтирам күрһәтте. Саралар ошолай өлгөлә ойошторолһа, һис шикһеҙ, балаларҙа туған телде һаҡлау һәм ҡәҙерләү теләге тыуасаҡ.


Вернуться назад