"Башҡортостан" гәзитенең быйылғы 21 февраль һанындағы "Фотоғәйепләү" рубрикаһында донъя күргән хаталы яҙмаға ҡарата Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенән аңлатма килде.
"Гәзиттә баҫылған "Өфө урамдарын хата биҙәмәй" тигән мәҡәлә буйынса сара күрелде, — тиелә унда. — Район хакимиәтенең сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын һәм хеҙмәттәр ойоштороуҙы көйләү бүлеге тарафынан "Респект" бизнес үҙәге етәкселегенә мәғлүмәти-аңлатыу эше үткәрелде. Һөҙөмтәлә башҡортса яҙмалағы хата төҙәтелде".