"УЗЭМИК" башҡорт исемдәрен үҙ итә03.05.2013
"УЗЭМИК" йәмғиәтендә етештерелгән тауарҙарға башҡортса исем биреү эше алып барыла. Әйтәйек, 30-ҙан ашыу әйбер һәм уларҙың модификацияһы Ләмәҙ, Айгөл, Йылға, Толпар, Ҡариҙел, Иҙел, Дуҫлыҡ, Тиҙ, Йылым һәм башҡа атамалар менән йөрөтөлә.
Быйыл йәйгә тағы ла һигеҙ яңы эшләнмә әҙерләнә. Уларға башҡортса исемдәр биреү буйынса Башҡортостан лингвистика үҙәге менән берлектә документация төҙөлгән. Заводта сығарылған барлыҡ изделие тураһында ла мәғлүмәт, паспорттар республиканың ике дәүләт телендә рәсмиләштерелә.
Был хаҡта Совет районы хакимиәте ҡарамағындағы терминология комиссияһы ултырышында иҡтисад һәм сәнәғәт бүлеге етәксеһе Н.А. Козлова һөйләне. Мәғлүм булыуынса, Совет районы дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса электән үк ныҡлы эш алып бара. Биләмәлә 42 ҙур һәм урта предприятие бар. Терминология комиссияһы тарафынан быйыл мартта үткәрелгән рейдта "УЗЭМИК", "Гидравлика", "Южураллифт", "Нефтеавтоматика", "Геофизика", "Магнетрон", "Өфө тепловоз ремонтлау заводы", "Геоспейс Технолоджис Евразия", "21-се икмәк заводы" йәмғиәттәре, "Өфөгаз"дың филиалы, "Башҡортостан" дәүләт нәшриәтенең эшмәкәрлеге тикшерелгән. Ҡайһы бер предприятиеларҙың мисәтендәге, рәсми бланктарындағы хаталарҙы төҙәтеү буйынса күрһәтмәләр бирелгән. Тағы ла шуныһы: мәғлүмәттәр тик урыҫ телендә яҙылған осраҡтар байтаҡ. Уларҙың башҡортса тәржемәһен күрһәтеүҙең мотлаҡ булыуы хужаларға еткерелгән.