“Центральный”ҙы үҙгәртеп булмай29.03.2013
“Телгенәм-бергенәм” махсус битенең быйылғы 21 февраль һанындағы “Фотоғәйепләү” рубрикаһында донъя күргән хаталы яҙмаларға “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу буйынса Өфө ҡалаһы комиссияһынан яуап бирҙеләр:
“Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында, ысынлап та, “Центральный” тигән яҙма ғына тора. Әммә уның башҡортсаһын ҡуя алмайбыҙ, сөнки “Центральный” тауар билдәһе алған, уны үҙгәртергә ярамай. Быны эшләргә бик теләгән хәлдә лә, көсөбөҙҙән килмәй.
Гәзиттең ошо уҡ һанында донъя күргән башҡа хаталы яҙмалар ҙа хакимиәт тарафынан иҫәпкә алынды, баш ҡаланың Октябрь һәм Совет райондарына уларҙы төҙәтеү йәһәтенән күрһәтмәләр ебәрелде”.