Үҙебеҙҙең моңдо һеңдерәйек23.02.2013
Элекке ваҡыттарҙа теге йәки был тел халыҡтың төрлө фажиғәләрҙә ҡырылыуы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. Ә бөгөн ул күпселекте тәшкил иткән, ныҡ таралған ҡәүемдең баҫымы аҫтында юғала бара. Йәшәүҙән туҡтағандары ла етерлек. Уларҙы “үле тел” тип йөрөтәләр. Шуларҙың береһе – латин теле. Әле уның айырым һүҙҙәре генә ҡулланыла. Латинса хәҙер бер кем дә һөйләшмәй.
Тел – һәр халыҡтың милли булмышын күрһәтеүсе иң мөһим үҙенсәлек. Тап шуға ла тел һәм мәҙәниәт төрлөлөгөн, күп теллелекте һаҡлау, аҙ һанлы милләттәрҙе яҡлау, уларҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында 2000 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы Халыҡ-ара туған тел көнөн булдырырға ҡарар иткән.
Ни өсөн бөтөн кешелек донъяһы бер телдә генә аралашып, бер иш моңдан ғына күңел ялы алып йәшәмәй? Ни өсөн тәбиғәт шул тиклем күп милләттәрҙе бар иткән дә уларҙы йәшәтеү, һаҡлау хәстәрен күргән? Туған тел, үҙенсә моң, традиция, ғөрөф-ғәҙәт, бейеү, хатта тышҡы ҡиәфәт, эске булмыш, холоҡ-фиғел төрлөлөгө – милләтте ҡурсалау саралары бит.
Унда оло быуын вәкилдәре менән йәштәрҙең, уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Райондарҙан да килгәйнеләр.
Милләтебеҙҙең яҙмышы әүәл-әүәлдән йыр-моң менән үрелеп барған. Халыҡ ижады, йырҙар, ҡобайырҙар изге телебеҙҙе киләсәк быуынға бар матурлығында, байлығында, сафлығында еткереүсе, рухи бәйләнеш булдырыусы бер сара булған.
Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған байрам булды. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғон сәләмләне. Танылған йырсылар менән бер ҡатарҙан уҡыусылар ҙа халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын, күңелле бейеүҙәрен тамашасыға еткерҙе. Заманында Белорет башҡорттарының милли аңын күтәреү, ҡалала башҡорт мәктәбе асыу өсөн күп көс һалған Мөхәррәм Сәлимов та килгәйне. Сибайҙан Асия менән Баязит Ғәйнуллиндар милләтебеҙҙең паспорты булған “Урал батыр” эпосынан өҙөктө бәйән итте, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназияһының “Арман” фольклор ансамбле сығыш яһаны.
Шулай ҙа туған телебеҙ аша халыҡҡа танылған, әсә теле тормош эшмәкәрлегенә әүерелгән әҙиптәребеҙ, ғалимдарыбыҙ аҙ кеүек тойолдо. Сарала Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинованың сығышы күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер.
– Үткәнебеҙ бөйөк, тарихыбыҙ, киләсәгебеҙ бар. Телебеҙҙе һаҡлау иң тәүҙә үҙебеҙҙән тора, бишектән үк балаларыбыҙға үҙебеҙҙең моңдо һеңдерәйек. Берәү ҙә ғаиләлә балағыҙ менән әсә телендә һөйләшмәгеҙ тип тыймай. Сабыйҙарыбыҙға ысын, матур башҡорт исемдәре ҡушайыҡ. Дәүләт тарафынан да телебеҙ яҡланырға тейеш, – тине ул.