"Башҡортостан" гәзите, башҡортса дөрөҫ яҙылмаған алтаҡталарҙы күрһәтеп, хаталарға ҡаршы даими көрәш алып бара.
Һөҙөмтәлә бихисап яҙма төҙәтелде: күп ойошма дәғүәне дөрөҫ ҡабул итте, битарафлыҡ күрһәтмәне. Урындағы властың ярҙамын тойҙоҡ. Был йәһәттән баш ҡаланың Совет районы хакимиәте айырыуса иғтибарға лайыҡ: улар, хаталарҙы төҙәттереүҙән тыш, яңыртылған алтаҡталарҙың фотоһүрәтен дә ебәреп торҙо, өҫтәүенә, редакция хәбәрселәрен терминология комиссияһының һәр ултырышына саҡырҙы.
Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм уның ҡарамағындағы "Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия баш ҡаланың грамоталы һәм зауыҡлы биҙәлешенә етди иғтибар биргәне өсөн "Башҡортостан" гәзите редакцияһына рәхмәт белдерҙе.
* * *
"Фотоғәйепләү" рубрикаһында былтыр 2 ноябрҙә донъя күргән "Наҙанлыҡмы, әллә битарафлыҡмы?" тигән мәҡәләгә яуап менән таныштырабыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: унда Өфөнөң Цюрупа урамындағы "Аҡ чишмә" магазины хаҡында һүҙ бара ине.
"Мәҡәлә менән танышҡас, Өфөнөң Киров районы хакимиәте магазин хужаһына алтаҡталағы хатаны төҙәтергә ҡушты, — тиелә хатта. — Әммә әле был бинаны бүтәндәр ҡуртымға алды һәм унда "Русская мера" исемле яңы магазин асылды".