"Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла..."21.02.2013
"Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла..."Ғәзиз башҡорт теленең яҙмышы хаҡында уйланыуҙар көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде кеүек. Борсолоу, икеләнеү, шатланыу, өмөтләнеү... Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, йыш үҙгәреүсән был тойғо күңелде тотош ялмап алғандай. Милләтебеҙҙе киләсәктә нимә көтә? Республикабыҙҙа башҡорт телен уҡытыу, һаҡлау һәм үҫтереү өсөн тейешле шарттар бармы? Ул, дәүләт статусына эйә булараҡ, үҙенә тәғәйен яҡлауҙы табамы? Ауырлыҡтар аша яуланған ҡаҙанышыбыҙҙы юғалтыу янамаймы беҙгә? Ошо һорауҙарға ҡыҫҡаса ғына асыҡлыҡ индереп ҡарайыҡ.

Баш ҡалаға милли төҫ инә

Күҙәтеүҙе Өфөнән башлайыҡ. Республикабыҙҙың баш ҡалаһы һуңғы ваҡытта айырыуса күркәмләнде: урамдар киңәйтелә, йорттар, биналар төҙөкләндерелә, яңылары аяҡҡа баҫа. Заманса мегаполиста башҡортса яҙмаларҙың да күбәйә барыуы күҙгә салына. Урамдарҙың исемен, алтаҡталарҙы ике дәүләт телендә яҙыу яйға һалына бара. Был йәһәттән һәр райондың терминология комиссияһы булыуын, улар тарафынан төрлө саралар күрелеүен баһаларға кәрәк. Әйтәйек, бер нисә йыл элек үткәрелә башлаған "Грамоталы ҡала" тигән конкурста һәр хакимиәт ихлас ҡатнаша, еңеү маҡсатында ярышҡа алдан уҡ етди әҙерләнә башлай.
Дәүләт телдәренең үҫешендә "Башҡортостан" гәзите редакцияһының да тос өлөшө бар. Уның тәржемә бүлегенән кеше өҙөлгәне юҡ, шылтыратыуҙар ҙа көноҙоно тынмай. Барыһының да тиерлек йомошо — текстарҙы урыҫсанан башҡортсаға тәржемә итеү. Мисәт, кабинет ишегенә ҡуйыласаҡ мәғлүмәт, алтаҡта, аҙыҡ-түлек, тауар исеме һәм башҡаларҙың һәммәһен дә республиканың ике дәүләт телендә яҙыуҙы талап итеүҙең һөҙөмтәһе был. Берәү ҙә зарланмай, эшкә илке-һалҡы ҡарамай.
Өфөнөң бер нисә урынында башҡорт әҙиптәренең фотоһүрәте менән шиғырынан өҙөк ҡуйылыуы һис көтөлмәгән, әммә ифрат һөйөнөслө хәл булды. Мәҫәлән, "Спорт" туҡталышында мәшһүр Рәми Ғарипов юлыбыҙға фатиха биреп тора, уның "Туған тел" тигән шиғырынан өҙөк, алдағы көнгә ышаныс өҫтәп, рухыбыҙҙы нығыта. Әйткәндәй, күрше Татарстандың баш ҡалаһы урамдарында ошондай яҙмалар аҙым һайын осрай. Беҙгә лә шәхестәребеҙгә ихтирамлыраҡ булыу ҡамасауламаҫ ине. Халыҡҡа теләһә ниндәй реклама кәрәкмәй, етмәһә, улар Өфөнө "аҡсаға һушы киткән" ҡала итеп кенә күрһәтә. Иҡтисади йәһәттән үҫеш кисергән мегаполистың йәне — әҙәбиәте, сәнғәте, мәҙәниәте — юҡмы ни?

Күп нәмә хужаға бәйле

Райондарҙа йөрөгәндә урындағы халыҡтың дәүләт телдәренә ниндәй мөнәсәбәттә булыуы шунда уҡ күҙгә салына. Әлбиттә, барыһы ла — хужанан, тигәндәй, был йәһәттән күберәк етәксегә баһа бирелә. Гәзитебеҙҙең хәбәрселәре әйтеүенсә, хатта ҡайһы бер төп башҡорт райондарында ла ауыл исемен урыҫса ғына яҙып ҡуйғандар бар (быға ҡәҙәр ике дәүләт телендә булһа ла). Ә бына республиканың төньяҡ райондарын ниндәйҙер кимәлдә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ул яҡтарға башҡорт телен уҡытыу торошон тикшереү өсөн Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан барып торалар. Әлбиттә, хаталар өсөн шелтәләү, яза биреү ниәтендә түгел, ә ниндәйҙер ярҙам күрһәтеү, дәртләндереү маҡсатында. Ошондай сәфәрҙәр йышыраҡ ойошторолғанда, бер районды ла ситтә ҡалдырмағанда, комиссияға журналистарҙы ла алғанда, һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ булыр ине кеүек.
Киң мәғлүмәт сараларына килгәндә иһә, республика етәкселеге дәүләт телдәрен үҫтереүҙе пропагандалаған өсөн дәртләндереү сараһын күрә, конкурстар ойошторола. Ошо урында уҙған йыл аҙаҡтарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бер көндөң тотошлай башҡорт теленә арналғанын айырып әйтеп үтәйек. "Нимәгә кәрәк инде ул?" — тип берәү ҙә сараға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдермәне, аҙаҡ та ғауға күтәреп, саң ҡағып йөрөүсе булманы. Тимәк, ҡайһы бер милләттәштәребеҙ әйткәнсә, "башҡорт телен үҫтереү өсөн мөмкинлек юҡ" тип зарланыу дөрөҫмө? Үрҙә телгә алынған ыңғай миҫалдарҙы күҙ уңында тотҡанда ла, республикала дәүләт телдәре мәнфәғәтендә бер ни ҙә эшләнмәй тип әйтеп буламы? Башланғыс һалынған, ә уны дөрөҫ йүнәлештә үҫтереү үҙебеҙҙән тора.

Дәртләндереп торһаң, өйрәнмәҫтәр инеме?


Беренсенән, иң ҙур проблема — башҡорт теле дәреслектәренең ҡатмарлы булыуы. Был һүҙҙе ҡабатлай торғас, ялҡытып та бөткәнбеҙҙер: ғалимдарыбыҙ, уҡытыусылар, йәмәғәтселек ошо хаҡта йыш сығыш яһай, мәсьәлә йыйылыштарҙа даими күтәрелә, бихисап ҡарар ҡабул ителә. Күп һөйләп, гел зарланып, эште оҙаҡҡа һуҙғансы, уны берҙәм, тиҙ, тыныс ҡына башҡарыу күпкә отошло булыр ине. Юғиһә, бик яй ҡуҙғалабыҙ, һөҙөмтәлә балалар һаман да башҡортса аралашыу телен өйрәнеү урынына, әйтәйек, ҡатмарлы һөйләмдәрҙең составын тикшерергә мәжбүр.
Мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҡшы белем биреүгә Берҙәм дәүләт имтихандарының ҡамасаулауы тураһында ла бер бөгөн әйтмәйбеҙ. Уҡыусылар, БДИ тапшырыласаҡ фәндәргә өҫтөнлөк биреп, башҡаларына етерлек иғтибар бүлмәй. Бының буйынса ла ғәйеплене "юғары"нан эҙләмәйенсә, мәсьәләне урында хәл итеү мөмкиндер. Миҫал өсөн, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында башҡорт теленән Берҙәм төбәк имтиханын биреү мотлаҡ һанала. Ошоно башҡа белем усаҡтары ойоштора алмаймы ни?
Республиканың юғары уҡыу йорттарында ла дәүләт статусындағы башҡорт теленән имтихан биреүҙе мотлаҡ шарт тип ҡабул итергә була. Юғиһә, башланған эш мәктәп кимәлендә генә тороп ҡала, уның артабанғы үҫешенә ҡул һелтәгәнбеҙ кеүек. Был йәһәттән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәжрибәһе башҡаларға өлгө булһын ине: унда һәр факультеттың I, II курстарында башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла. Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, күп нәмә етәксенән тора: БДПУ-ның ректоры Р.М. Әсәҙуллинды дәүләт телдәрен һәм милли телдәрҙе уҡытыуға, үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән етәксе тип беләбеҙ. Башҡорт филологияһы факультеты үткәргән сараларҙы ҡалдырмай, ойоштороу эшендә үҙе алдан йөрөй.
Әммә... ҡайһы бер ваҡиғалар күңелде өйкәп ҡуя. Мәҫәлән, йыл да февралдә йәш ғалимдарға һәм ғилми коллективтарға Хөкүмәт гранты тапшырыу сараһында башҡортса һәйбәт һөйләшкән бүләкләнеүсене таба алмайбыҙ. Йөҙөнә, исем-шәрифенә ҡараһаң, күбеһе үҙебеҙҙең милләттән кеүек. Хатта боронғо исемде йөрөткәндәр ҙә осрай, әммә, асыҡланыуынса, уларҙың күбеһе туған телендә бер ауыҙ һүҙ белмәй. Милләте башҡорт булыуын кире ҡаҡмаған хәлдә лә. Ғалимдар тәрбиәләү кәрәк, улар йәмғиәттең дөрөҫ үҫешенә йүнәлеш бирәсәк, тибеҙ. Әгәр туған телен белмәй икән, был йәштәребеҙ милләткә файҙа килтерә алырмы?
"Ярай, уҡыу йорттарында башҡортса өйрәндең дә, ти, артабан уның ни кәрәге бар?" — тиерһегеҙ, сөнки республиканың, айырыуса ҡалаларҙың күпселек ойошмаһында урыҫса аралашалар. Ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү алымдары хаҡында уйланғанда, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Мансур Әйүповтың бер әңгәмәһендә әйткән фекере иҫкә төшә.
— Республиканың күп милләтле халҡы башҡорт телен белһен, өйрәнһен тибеҙ икән, улар өсөн ниндәйҙер матди дәртләндереү сараһы булдырырға тейешбеҙ, — тигәйне ул. — Мәҫәлән, сәнғәт оҫталары араһында, башҡа халыҡ вәкиле булып та, башҡорттоң данын күтәргән таланттарыбыҙ бар. Һәләтеңде баһалап, һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлек, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырһалар, телде өйрәнеүгә кем ҡаршы торһон? Башҡортса белһендәр өсөн юғарыла эшләгәндәрҙән алып ябай һатыусыға тиклем барыһының да эш хаҡына өҫтәмә түләү индерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта башҡорт телен өйрәнгән сит милләт балаһына ла һәйбәт стимул булырға тейеш. Ул бит был эшкә ваҡытын да, көсөн дә беҙҙекеләргә ҡарағанда күберәк бүлә, тимәк, ҙурыраҡ иғтибарға лайыҡ.
Мансур Әнүәр улының фекеренә ҡеүәт булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының бер ултырышында дәүләт ведомстволары хеҙмәткәрҙәренә башҡорт телен өйрәтеү буйынса курстар асырға кәрәк тигән тәҡдим әйтелде. Бер нисә йыл элек бындай алым күпмелер ваҡыт тормошҡа ашырылған. Уны тергеҙергә кәрәк, тигән фекерҙә башҡорт йәмәғәтселеге.

Ғаиләләр ҡеүәтләмәһә...

Телде уҡытыу мәсьәләһенең ҡатмарлы булыуын ил етәкселеге беләме? Белә. Бында Башҡортостандың да ҙур өлөшөн билдәләргә кәрәк. Әйтәйек, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закондың проекты буйынса Дәүләт Думаһында үткәрелгән кәңәшмәлә дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе өйрәтеү мөһимлеген күтәреп сыҡҡан берҙән-бер кеше булды. Һөҙөмтәлә был тәҡдим яңы Законда сағылыш тапты.
Хәйер, власть һәм йәмәғәт ойошмалары ниндәй генә сара күрмәһен, уны халыҡ ҡеүәтләмәй икән, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт юҡ. Глобалләштереү заманында телдәрҙе һаҡлауҙың үтә ауыр мәсьәлә икәнлеген аңлап, быға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Зыялыларыбыҙҙың "телде һаҡлау ғаиләнән башланырға тейеш" тигән һүҙҙәре милләттәштәребеҙ өсөн ҡоро саҡырыу булмаһын ине. Бөгөн рухи хазинабыҙ, бала кеүек, ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙең хәстәрлегенә айырыуса мохтаж.


Вернуться назад