Ҡатмарлы һүҙ төркөмө ул ҡылым...14.02.2013
Хәҙерге башҡорт тел ғилеме төркиәттә эҙмә-эҙлекле, заманса фәнни эҙләнеүҙәр алып барылыуы менән айырыла. Был, беҙҙеңсә, бөгөн башҡорт лингвистикаһында ике төп «фәнни мәктәп»тең (Өфөлә – академик М.В. Зәйнуллин, Стәрлетамаҡта – профессор К.Ғ. Ишбаев) һөҙөмтәле эшләүе, улар тирәһендә тупланған телселәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге менән аңлатылалыр. Уларҙың эшенең башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилеме торошон, перспективаларын билдәләүҙә, халҡыбыҙҙың мәҙәни һәм рухи үҫеше өсөн роле баһалап бөткөһөҙ.
Башҡорт тел ғилеменең һуңғы ҡаҙаныштарының береһе тип, һис икеләнмәйенсә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ғалимәһе, башҡорт филологияһы факультеты деканы, фән кандидаты, доцент Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхованың «Функционально-семантическая категория залоговости в башкирском языке” (Уфа, Гилем, 2012. -228 с.) хеҙмәтен күрһәтер инем. Китап академик М.В. Зәйнуллин редакцияһында донъя күргән, рецензенттары – профессорҙар К.Ғ. Ишбаев һәм М.Ғ. Усманова. Был тикшеренеү хәҙерге башҡорт телендә ҡылым йүнәлештәрен (залоговость) функциональ-семантик аспектта, йәғни йүнәлеш категорияһының телмәрҙә ҡулланылыу үҙенсәлеге мәсьәләләрен, мәғәнә төҫмөрҙәрен асыҡлауға ҡайтып ҡала. Хеҙмәт уҡытыусылар, студенттар, ғөмүмән, туған тел менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.
Ҡылым йүнәлештәре: асылы һәм сиктәре
Доцент Зөһрә Сәләхова ҡылым йүнәлештәрен фәнни күҙлектән өйрәнеп, үҙенсә бер ҡаһарманлыҡ та күрһәтә кеүек, сөнки морфологияла ҡылым темаһына бигүк тотоноп бармайҙар, уны ситләтеберәк үтергә ынтылалар.
Ҡылым – үҙенең мәғәнә үҙенсәлектәре, һүҙъяһалыш билдәләре, морфологик категориялары һәм синтаксик функциялары буйынса иң бай һәм ҡатмарлы һүҙ төркөмө. М.В. Зәйнуллин фекеренсә, ҡылым һүҙ төркөмө аралашыуҙың төп берәмеге булған һөйләмде формалаштырыуҙа хәл иткес роль уйнай, уның нигеҙен тәшкил иткән предикативлыҡты, хәбәрлекте, модаллекте реалләштереүсе һөйкәлеш һәм заман мәғәнәләрен белдереүсе төп структур берәмек булып һанала. Авторҙың тикшеренеүҙәре ҡылым йүнәлештәрен актуаль планда – уны функциональ-семантик йәһәттән өйрәнеүе менән айырыуса отошло.
Төркиәттә лә йүнәлеш категорияһы асыҡланып бөтмәгән, тел ғилемендә шуғалыр был категорияға ҡарата “иң буталсыҡ проблема” тигән фекер йөрөй. Атаҡлы төркиәтсе Н.А. Баскаков категорияны ҡылымдарҙың лексик пландағы һүҙъяһалыш формаһы булараҡ баһалаған. Үзбәк телсеһе Ф.А. Фердаус йүнәлеш төрҙәрен асыҡлай, уларҙың үҙенсәлеген ҡатмарландырылған аффикстарҙа күрә. Башҡорт тел ғилемендә атап үтелгән күренеш шулай уҡ телселәрҙең иғтибарын күптәнән үк йәлеп итә. Әйтәйек, Н.К. Дмитриев уларҙы «ҡылымдан ҡылым һүҙъяһалышы» рәүешендә таный. Ж.Ғ. Кейекбаев фекеренсә, ул “хәрәкәт мәғәнәһе йәки объектҡа һәм субъектҡа йүнәлтелгән ҡылым эшмәкәрлеге». Телсе Ә.Ә. Юлдашев йүнәлеште һүҙъяһалыш теорияһы ҡыҫанында аңлата, махсус ялғауҙар менән сикләнмәй, ә өҫтәлмә грамматик төҫмөрҙәр булыуын билдәләй. Филология фәндәре кандидаты З.И. Сәләхова бығаса тикшерелгән барлыҡ ҡараштарҙы ентекле өйрәнә, уларҙы бер бөтөн системаға һала, үҫеш тенденцияларын теүәл билдәләй, хәҙерге талаптарҙан сығып, үҙ ҡараштарын фәнни нигеҙләй. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, ғалимә функциональ-семантик ысулға таяна, грамматик формалар менән сикләнмәй, уларҙың мәғәнәһе һөйләмдә ни рәүешле асыҡлана, кешенең телмәр һәм башҡа төр эшмәкәрлеген нисек сағылдырыуына, аспектлыҡ, темпораллек, модаллек һ.б. күренештәр менән үҙ-ара бәйләнеүен билдәләй. Күренекле телсе А.В. Бондарко бындай тикшеренеү алымы хаҡында бына нимә ти: “объекттың асылына туҡтауһыҙ тәрәнәйеү функциянан структураға, ә унан тағы тәрәнерәк функцияға хәрәкәт”. Башҡорт тел ғилемендәге яңы хеҙмәттә ана шул хәрәкәт ап-асыҡ төҫмөрләнә.
Телебеҙҙең ниндәй серҙәрен һаҡлай?
Билдәле булыуынса, йүнәлеш категорияһы башҡорт тел ғилемендә бығаса формаль-структур йәһәттән өйрәнелде. Традицияға ярашлы, телселәр уға түбәндәге йүнәлештәрҙе индереп йөрөттө: төп йүнәлеш — ат юрта; ҡайтым йүнәлеше — атлан, төшөн; төшөм йүнәлеше – алынды, эшләнде; уртаҡлыҡ йүнәлеше – ат туғарышты; дуҫлаш, эшләш; йөкмәтеү йүнәлеше – ярҙырт; ебәртеп алдыр. Күренеүенсә, ҡылым йүнәлештәре субъект, процесс һәм объект араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асыҡлаусы лексик-грамматик күренеш икән.
З.И. Сәләхова был категорияны асыҡлауҙа функциональ-семантик яҡтан баһалауға өҫтөнлөк бирә. Был осраҡта төшөнсәләр актив/пассив ҡапма-ҡаршылығы (оппозиция) планында ҡарала, йәғни эште башҡарыусының объектҡа мөнәсәбәте асыҡлана. Европа һәм урыҫ лингвистикаһында йүнәлеш төрҙәре ҡатмарлы тел ғилеме терминдары менән аталып йөрөтөлә (рефлексив, реципрок, социатив, каузатив). Тикшеренеүсе башҡорт тел ғилемендә бығаса ҡулланылмаған ошондай атамалар менән иркен эш итә. Хеҙмәт академик планда башҡарылғанға күрә, ҡатмарлы күренештәргә аптырайһы түгел. Уның йөкмәткеһенә иғтибар итәйек. Ғалимә бығаса йәшәп килгән терминдан баш тартып, мәҫәлән, төп йүнәлеште актив (исходный залог) төшөнсәһе менән бирә. Автор фекеренсә, уның махсус күрһәткестәре булмай: яҙ, ал, йөҙ, баҫ һ.б. Бындай ҡылым формалары төрлө һүҙ төркөмдәренән яһала: аң-ла, дуҫ-лаш, шат-лан, ҙур-ай. Актив семантик йәһәттән субъект һәм уның әүҙемлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Миҫалдар: Уға ярҙам итә алмауы өсөн көйөнә (Б. Бикбай). Егет һыу буйына ҡарай йүгерҙе (Б. Ноғоманов). Шул уҡ ваҡытта пассив эш-хәрәкәтте башҡарыуҙа субъекттың әүҙем булмауын сағылдыра: Һүҙ Хәйруллинға бирелде. Ике ҙур ишек шәррән-яра асылып ҡуйылған (С. Агиш). Тимәк, пассив формала эш-хәрәкәт башҡарыусының үҙенә төбәлә, әйләнеп ҡайта, формаль яҡтан субъект бөтөнләй ҡатнашмаған кеүек.
Төшөм йүнәлешен дә телсе ғәҙәти атамалар менән аңлатмай, семантик үҙенсәлектәрен билдәләгәндә башлыса философик баһалауға өҫтөнлөк бирә кеүек. Рефлексив формала эш-хәрәкәт башҡарыусының үҙе тарафынан үтәлә һәм үҙенә йүнәлтелә: йыу-ын, кей-ен, һыҙла-н, тот-он. Үгәй әсә өй эсендә ғүмерҙә күрелмәгән дауыл ҡуптарҙы: аҡырынды, ҡысҡырынды, ҡарғанды (З. Биишева). Айбикә шәленә төрөнә-төрөнә йүгерҙе (Һ. Дәуләтшина). Автор фекеренсә, рефлексив формалар хәрәкәт, эш башҡарыу, фекерләү, телмәр, эмоция һәм хис-тойғо, ҡылыҡһырлау һәм ымлыҡ-өноҡшатыу ҡылымдарына бүленә. Аңлатҡан мәғәнәләре яғынан туғыҙ төргә бүленә.
Доцент З.И. Сәләхова уртаҡлыҡ йүнәлешен «реципрок һәм социатив» тигән төшөнсәләр эсенә индерә, бындай атамалар донъя лингвистикаһында йыш ҡулланыла. Башҡорт тел ғилемендә әлегә тел күренештәренең эске донъяһына, философияһына инеп үтелмәне. Телселәребеҙ уның формаль яғына, грамматик күрһәткестәрен асыҡлауға иғтибар итте.
Йөкмәтеү йүнәлеше лә башҡорт тел ғилемендә әлегәсә тәрән һәм күп яҡлы өйрәнелмәгән, уның мәғәнә асылын билдәләүҙә лә ҡараштар күп төрлө, атамаларҙың да төрлөсә булыуы (побудительный, понудительный, причинительный) дөйөм бер фекергә килмәү хаҡында һөйләй. З.И. Сәләхова “каузатив» төшөнсәһен ҡуллана, уның мәғәнә нескәлектәрен асыҡлай. Каузативлыҡ (causa- лат. – имеющий значение причины, повода для действия) – т;- дыр / -дер; -тыр / -тер; -ҙыр / -ҙер; -ҡыр / -кер һ.б. ялғауҙар менән яһала. Мәҫәлән: Зоотехник уларға быны яҡшы төшөндөргән (З. Биишева). Автор каузатив формаларҙың семантик типтарын ентекле тикшерә, уныңса, каузатив түбәндәге мәғәнәләрҙә реалләшә: 1) эшкә-хәрәкәткә ҡушыу, бойороу. – Сисендер һеңлеңде, сисендер, тине әсәйем (М. Кәрим ); процесҡа рөхсәт итеү – Бынан һуң Хәмитте йырлаттылар (З. Биишева ); 3) үтенес мәғәнәһендә – Ярай, кисерерһегеҙ (М. Кәрим). Әйтелгәндәрҙән тыш, З.И. Сәләхова ҡылым йүнәлештәрен тел ғилемендәге аспектлыҡ, темпораллек һәм модаллек кеүек күренештәр менән сағыштырып, уларҙың уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын өйрәнгән. Был, һис шикһеҙ, ҡылымдарҙың ифрат ҡатмарлы һүҙ төркөмө булыуы менән бәйле. Шуға күрә был хеҙмәтте ҡылым йүнәлештәрен комплекслы тикшеренеү тәжрибәһе, тип атап булыр ине.
Йыйып ҡына әйткәндә, ғалимәнең сираттағы хеҙмәтен хәҙерге башҡорт тел ғилеменең ҡаҙанышы тип атарға кәрәк, сөнки ул тел күренештәрен лингвистиканың заманса тикшеренеү ысулдарына таянып башҡарылған. Ғилми хеҙмәт ғалимдарҙың һәм телебеҙҙе ихтирам иткән зыялыларыбыҙҙың, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының иғтибарына лайыҡ тип иҫәпләйем. Ул хәҙерге башҡорт әҙәби телен артабан үҫтереүҙә һиҙелерлек роль уйнаясаҡ. Йәш телсегә ижад киңлектәре теләйһе ҡала.