Башҡорт теле — донъя киңлегендә09.02.2013
Башҡорт теле — донъя киңлегендә"WIKIPEDIA" — ирекмәндәрҙең тырышлығы менән ойошторолған, һәр кем ҡатнаша алған электрон энциклопедия. Ул "WIKI" технологияһы буйынса эшләй, ә үҫешенә коммерцияға бәйле булмаған "WIKIPEDIA" фонды булышлыҡ итә. Һәр кем, шул иҫәптән һеҙ ҙә, был проект бүлегендә ҡатнаша алаһығыҙ", тигән аңлатма бирелгән "Википедия"ның башҡорт теле бүлегендә.

Проект тәү башлап 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә барлыҡҡа килә. Маҡсаты — Ер шарындағы бөтөн телдәрҙә ниндәйҙер сикләүҙәрҙән азат, ғәҙел энциклопедия төҙөү. Бөгөн донъя халҡы алты меңдән ашыу телдә аралаша, "Википедия"ға шуның 2060-ында (был һан көн һайын арта) мәғлүмәттәр индерелгән.
Электрон энциклопедияла башҡорт теле бүлеге нисек барлыҡҡа килгән һуң? 2006 йылға тиклем уны "Untifler" ҡушаматлы берәү ойоштора. Исеме билдәһеҙ. Ошо уҡ йылдың 26 ғинуарында Рөстәм Нурыев уның менән бәйләнешкә инә һәм башҡорт теле бүлегендә хаким бурыстарын үтәргә теләген белдерә. Ул оҙаҡ ҡына яңғыҙы эшләй. Шул осорҙан алып "Википедия"ның башҡорт теле бүлеге танылыу яулай бара.
Рөстәм Нурыев күптән түгел "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы менән осрашты. Алдан уҡ иҫкәртәйек: был уның ысын исеме түгел. Үҙе менән таныштырыуын һорағас, уҙаман бына нимә тине:
— Минең уйымса, Интернетта һинең кемлегеңде белеүҙәре мөһим түгел. Унда шәхестең исеменә түгел, ә уй-фекеренә, эш-шөғөлөнә ҡарап баһа бирәләр. "Википедия"лағы дәрәжәмә килгәндә лә, өҫтәмә бурыстарым ғына бар, башҡаларҙан бер төрлө лә өҫтөнлөгөм юҡ. Әйткәндәй, унда кисә яҙыша башлағандың да, ете йыл хаким булғандың да хоҡуҡтары бер төрлө. Ә Рөстәм Нурыев — ижади исем-шәриф. Ҡартатайым Нурыйәхмәт хөрмәтенә алдым уны. Ошо исем менән яҙыша башлағас, бик күп фәлсәфәүи асыш яһаным. Бихисап мәғлүмәт, Рөстәм Нурыевты эҙләп, Йыһан киңлегендә аҙашып йөрөгән.
Йыш ҡына Интернетты сүплеккә тиңләйҙәр, ә минеңсә, уны ҡый баҫмаһын өсөн гөлләмәләр рәтендә булған изге мәғлүмәт менән күберәк тултырырға кәрәк.
Осрашыуҙа Рөстәм Нурыев журналистарҙы "Википедия"ның башҡорт теле бүлегендә ҡатнашырға саҡырҙы. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, һәр кем ошо изге эшкә әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөн индерһә, энциклопедия башҡортса мәғлүмәткә ифрат байыр, уны ҡулланыу даирәһе киңәйер ине. Ысынлап та, башҡорт донъяһы, уның мәҙәниәте, әҙәбиәте, мәғрифәте, ижтимағи-сәйәси тормошо һәм башҡалар хаҡында бығаса бер ҡайҙа ла булмаған энциклопедия төҙөү үҙебеҙҙән тора ла баһа! Ә бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Фәҡәт "Башҡорт википедияһы"на инеп, үҙең белгән мәғлүмәттәрҙе теркәп барырға ғына кәрәк.


Вернуться назад