Өфөнөң йылдан-йыл төҙөкләнә барыуына, күҙгә күренеп яҡшырыуына нисек һөйөнмәҫкә! Һүҙ ҙә юҡ, быларҙың бөтәһе лә — шатлыҡлы күренеш. “Бына ул мин йәшәгән ҡала ҡайһылай матур – донъяла уға тиңдәр юҡ!” – тип тел шартлатырлыҡ булһын. Шул уҡ ваҡытта шаҡ ҡатырғыс бер әйбер күптән йөрәкте өйкәй, күңелгә һис тә тынғылыҡ бирмәй.
Беҙҙә ни сәбәптәндер “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тигән сәйер ҡараш көндән-көн нығыраҡ тамыр йәйә бара. Биналарҙағы башҡортса яҙыуҙарға күҙ һирпегеҙ әле! Нимә тураһында һүҙ барғанын шунда уҡ төшөнөрһөгөҙ. Яйлап ҡарағыҙ тимәнем, ә бары тик күҙ һирпеп алыуға ишара яһаным. Ниндәйҙер алтаҡта янында оҙаҡ тапанып, унан кәмселек эҙләү кәрәкмәй ҙә. Барыһы ла күҙ алдында. Мине һәр беребеҙ көн дә йөрөгән аҙыҡ-түлек магазиндарындағы яҙыуҙар бигерәк ныҡ борсой. Нимә генә сыймаҡланмаған унда! Мәҫәлән, “азик-тулэк”, “сут ризактары”, “хилял ит” һәм башҡа телде һындырырлыҡ шундай тупаҫ хаталар айырыуса йыш осрай. “Тигамхана”, “йерминка” тигәндәре нимәне аңлата? Һуң үҙеңдең ҡулыңдан килмәй икән, махсус ойошмаға йәки “Башҡортостан” гәзите редакцияһына мөрәжәғәт ит! Белгестәр яҙып бирәсәк, текстың дөрөҫлөгө өсөн дә тулыһынса улар яуаплы.
Үҙем йәшәгән ергә яҡын урынлашҡан магазиндағы яҙыуҙа ла һүҙҙәр урынында түгел, хәрефтәр алмашынған, бер һүҙ менән әйткәндә, буталсыҡтарға юл ҡуйылған. Унда нимә һатылыуын ишекте асып инмәйенсә белеү мөмкин түгел. “Тышында яҙыу бар ҙа баһа”, – тиер кемдер... Аңлашылмай шул. Берҙән-бер көндө таныш һатыусы менән ошо турала ябай ғына бәхәс ҡорҙом. Гүзәл туташтың һүҙҙәренә ҡарағанда, сауҙа нөктәһендә яҙыу бар ни, юҡ ни, уны был мәсьәлә бер ҡасан да ҡыҙыҡһындырмаған. Иманым камил, киләсәктә лә ике ятып бер төшөнә инмәйәсәк. Иң мөһиме — магазинға халыҡ күп йөрөһөн, мул табыш килһен.
Һөйләшеүҙең файҙаһыҙ икәнен аңлағас, директорҙың үҙен күреү уйы тыуҙы. “Етәксе быға күҙ йомоп ҡарарға тейеш түгел дә инде?” “Беҙгә урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яҙыу элегеҙ тигән күрһәтмә булды. Өҫтән ҡушылғанды үтәнек, тағы нимә кәрәк? Әллә шуны халыҡ уҡый тип уйлайһыңмы?” – тип күҙҙәрен аҡайтты был.
Ошо осрашыуға әллә күпме ваҡыт үтте, әммә бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Уның вәғәҙә биреп тә ҡыл да ҡыбырҙатмауы башыма һыймай. Ғөмүмән, был тәңгәлдә етәкселәрҙең вайымһыҙлығы аңлашылмай.
Хәйер, алтаҡталарҙа ғына түгел, бүтән урында ла хата күп осрай. Ауыл һәм урам исемдәренең, йылға-күл атамаларының хаталы яҙылыуы — шуға асыҡ миҫал.
Күрәһең, хәлдең үҙгәреү-үҙгәрмәүе үҙебеҙгә бәйле: көн дә башҡортса уҡый белгән һатып алыусылар теңкәһенә тейә башлаһа, өҫтәге етәкселәргә һәм тейешле комиссияларға ялыу яуҙырһа, алтаҡталар “төҙәлеп“ бөтөр ине лә бит. Үҙебеҙ битараф шул...
Илдар АҠЪЮЛОВ.