Наҙанлыҡмы, әллә битарафлыҡмы?02.11.2012
Өфө урамдары һуңғы ваҡытта ифрат үҙгәрҙе: баш ҡалабыҙҙы бынан бер нисә ай элек күргән кеше тағы ла килһә, хайран ҡалыр.

Яңыртылған юлдар иркен, элекке кеүек тығындар юҡ. Йорттарға ҡояш күрһәтмәй, ышыҡлап ултырған ҡарт ағастарҙың ҡырҡылыуынан донъя яҡтырып киткәндәй булды.
Урамдарҙың йөҙө булған алтаҡталар ҙа һоҡландырһын ине лә бит... Заманса ҡала һәм йәмһеҙ хата — йәшәгән еребеҙҙең ҡотон үҙебеҙ бөтөрәбеҙ түгелме? Әйтәйек, үҙәк урамдарыбыҙҙың береһендәге “Спорт” туҡталышында туҙға яҙмаған алтаҡтаны башҡорт теленән көлөү тип ҡабул итергәме?
Шул уҡ ваҡытта, белеүебеҙсә, алтаҡталарҙағы яҙмалар дәүләт телдәрендә — башҡортса һәм урыҫса — булырға тейеш. Быны, мәҫәлән, Цюрупа урамындағы “Аҡ чишмә” магазинының хужалары белмәйме икән?
Д. ИШМОРАТОВА.


Вернуться назад