Яңы федераль стандарттар буйынса дәрес бара. Башҡа райондарҙа нисектер, ә Бөрйәндә, тотошлайы менән башҡорттар йәшәгән төбәктә (беҙҙә башҡа милләт вәкилдәре лә башҡортса таҙа һөйләшә), уҡытыуҙың тик урыҫса булыуы башҡа һыймай.
Йәнәһе, “ижади шәхес тәрбиәләйҙәр”. Ата-әсәнең ризалығын да һораманылар. Үҙемде әлеге башланғыс класс уҡыусыларының урынына ҡуйып ҡарайым да улар өсөн йәнем әрней. Белем биреү түгел был, ә уҡыусыларҙы язалау. Башҡорт теле дәрестәре бик аҙ. Милли мөхиттә үҫкән балалар өсөн урыҫ теле сит тел кеүек. Өҫтәүенә, II класта инглизсә өйрәнә башлайҙар.
Бер нисә йылдан ни башҡорт, ни урыҫ булмаған балалар, мәктәпте тамамлап, ҙур тормош юлына аяҡ баҫыр. Улар милли гәзит-журналды уҡыу түгел, тотоп та ҡарамаясаҡ бит. Ҡайҙа ул яҙылыу! Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө матбуғаттың теле ябай, йәнле булһын ине тигән теләктәмен. Был йәһәттән беҙҙең райондың “Таң” гәзитен өлгө итеп ҡуйыр инем. Унда рәсмилек өҫтөнлөк итмәй. Үҙебеҙҙең диалектта, ихлас итеп яҙылған мәҡәләләрҙе рәхәтләнеп уҡыйбыҙ.
Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең ярлылығы ла борсоуға һала. “Йығылып ятып” уҡырлыҡ әҫәрҙәр юҡ. Ташҡа баҫылғанға электән бер һүҙһеҙ ышанырға өйрәнгәнбеҙ. Бөгөнгө әҙәбиәт ниндәй быуын үҫтерер?
Л. АҪЫЛҒУЖИНА.
Бөрйән районы.