Мәҫәлән, Өфөләге Совет районы хакимиәтенең терминология комиссияһы урамдағы хаталы яҙмаларҙы бөтөрөү буйынса элек-электән ҙур эш алып бара. Быны үҙебеҙ ҙә күрҙек: алтаҡталарҙа яңылышлыҡ киткән осраҡта мөрәжәғәт итһәң, уларҙан тиҙ арала яуап килә һәм хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Терминология комиссияһының үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы — райондың ғына түгел, тотош ҡаланың биҙәлешен зауыҡлы итергә ынтылышы һөҙөмтәһе.
Күптән түгел хакимиәттә комиссияның сираттағы ултырышы булды. Унда Совет районында урынлашҡан сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәтләндереү предприятиеларының алтаҡталарындағы хаталар, уларҙы төҙәтеү йәһәтенән башҡарылған ярҙам, аңлатыу эше, киләсәккә маҡсаттар хаҡында һүҙ барҙы. Быйылғы 1 сентябргә тиклемге мәғлүмәткә күҙ һалғанда, район биләмәһендә 900-ҙән ашыу сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәткән 276, ваҡ сауҙа менән шөғөлләнгән 269 объект бар. Быйылғы тикшереү һөҙөмтәһендә уларға әҙер алтаҡталарҙың өлгөләре менән хаттар, текстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеү хеҙмәте күрһәткән предприятиеларҙың адресы ебәрелгән.
Быйыл Совет районының сауҙа ойошмалары “Грамоталы ҡала” конкурсында ла ҡатнашҡан.
— Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәлә етерлек, — тиҙәр терминология комиссияһында. — Көҙ етеү менән, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек, бихисап яңы предприятие барлыҡҡа килә. Һәм, әлбиттә, хаталы яҙмалар арта. Шәхси эшҡыуарҙарҙың күбеһе һаман да алтаҡталарҙың ике дәүләт телендә дөрөҫ тултырылырға тейешлеген аңламай. Үҙ белдеге менән яҙғандар ҙа, “был предприятие республиканыҡы түгел, Рәсәйҙеке, талаптар беҙгә ҡағылмай” тип әйткәнебеҙҙе кире ҡағырға теләгәндәр ҙә осрай. Әммә, һуңғы йылдарға байҡау яһағанда, эшебеҙ йылдан-йыл алға бара, тип әйтә алабыҙ. Даими алып барылған аңлатыу эше, рейдтар, методик ярҙам үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
Совет районының терминология комиссияһы ағзалары октябрҙән үҙ бурысына тағы ла ең һыҙғанып тотондо. Улар, ултырыштың ҡарарына ярашлы, үҙенә беркетелгән урамдарға аҙна һайын тикшереү үткәрә башланы.
Д. ИШМОРАТОВА.