Алтындан алдын мәсьәлә27.10.2012
Алтындан алдын мәсьәләБилдәле журналист, яҙыусы, «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис программалар бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәсүл Сәғитов «Имен-аман тороғоҙ!» тигән ҙур күләмле публицистик әҫәрен тамамланы, уның төрлө бүлектәренән башҡорт теленең бөгөнгө ҡулланылышына бәйле, ғәмәли йәһәттән файҙалы булырҙай, өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Инеш һүҙҙән

Ижадтың ниндәй генә төрөн алып ҡарамайыҡ, уның менән кемдер ҡапыл, ныҡ өлгөргән йәшендә, шөғөлләнергә тотонһа, мин, билдәле бер дәрәжәлә, нисектер һағаям: дөрөҫ буламы был, ниңә бығаса икенсе юлдан барған һуң улайһа? Әгәр ҙә бының, ижадҡа ынтылыуҙың, шишмәләй генә булһа ла башы барыбер ҙә уның бала сағына, нәҫел-ҡанына барып тоташһа, бөгөнгәсә, тормош-көнкүреш шарттары арҡаһында, “ҡулы теймәй” генә йөрөһә, һағайыу кәмей төшөргә мөмкин, әммә унда ла тулыһынса бөтә тип әйтә алмайым. Тәбиғәт биргән һәләттең асыла алмай йөрөгән, кеше олоғайғас ҡына быуалай йырылған осраҡтары барҙыр, әлбиттә, әммә улар, әйтелеүенсә, — осраҡтар ғына. Шулай тип, бына нимәгә ишаралайым: әҙәмдең донъяға ниндәйҙер тәғәйен ғәмәл өсөн тыуғанына ышанам һәм шул миссияһы нимәнән ғибәрәтлеген уның, ошо һәләт эйәһенең, мөмкин тиклем иртәрәк төшөнөүе мөһим, минеңсә. Төшөнһөн һәм тап шул юл буйлап тайпылышһыҙ барһын. Башҡа һөнәргә исрафланмаһын. Шулай камиллашһын, йөҙ йәшенә етеп, хатта уны үтеп тә, ҙур аҡыл туплап, шуны, тамсыһын да сайпылтмайынса, йәмғиәткә тапшырып ҡына, баҡыйлыҡҡа күсһен. Һәм әлеге тәғәйенләнешеңде үтәү, Кеше, һинең генә теләгең булмаһын, быны йәмғиәт үҙе лә тәрәнтен аңлаһын, һинән талап итһен, хатта – таптырһын! Йәмғиәттең һәр ағзаһының үҙе генә биләгән, үҙе генә яуаплы өлкәһе булһын. Бөтә был әйтелгәнде мин һүҙ сәнғәтенә ҡарата ла белдерәм, хатта тәү нәүбәттә — уға.
Ә яуаплы өлкә тураһындағы фекерҙе, минеңсә, һүҙҙәр “йәмғиәте”нә ҡарата ла ҡулланыу хаҡ. Хаҡ, сөнки телмәрҙәге һәр өндөң, һүҙҙең, һөйләмдең тик үҙенең генә биләр, уны биҙәр майҙаны барлығына иманым камил: ошо ғына — уның урыны һәм урыны уның — ошо ғына. Минең уйымса, тәбиғәттән кешеләр генә түгел, һүҙҙәр ҙә парлы, туған, күршеләр булып тыуа. Улар үҙ иштәре менән генә килешә. Һүҙҙәр генә түгел, айырым фонемалар ҙа шулай. Айырыуса — радиожурналистика өлкәһендәлер, сөнки бында улар яҙылып ҡына ҡалмай, тауыш менән дә әйтелә. Fөмүмән, әйткән һүҙең йырлаған йырҙай булырға тейеш, тием. “Алтындан алдын” тигән һәйбәт һүҙбәйләнештең башыма килгәненә ныҡ ҡыуанғаным хәтерҙә. Мәҫәлән, былай тиер өсөн: “Алтындан алдын мәсьәлә — бына шул ул бөгөн”.
Һөнәрем ҡоралы ғына түгел, сикһеҙ һөйөнөсөм дә һин, туған башҡорт телем: матурлығыңа ҡыуанам, батырлығыңа шатланам, бик күркәм ҡулланылыуыңды ишеткәндә, гүйә, атҡа атланам! Ҡайһы саҡта көйөнөсөм дә һин, гүзәл башҡорт телем: ҡайһындай тәмле булып та, тоҙһоҙораҡ итеп өҫтәлгә ҡуйылғаныңды күреп, ысын мәғәнәһендә ғазап кисерәм.

Ҡыҫҡартып яҙыу һәм һөйләү

… Урыҫ телендә йәтеш кенә яңғыраған берәй аббревиатураның башҡортса күркһеҙ яңғырауы мөмкин. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты урыҫса, ҡыҫҡартылғанда ла, минең ҡарамаҡҡа, айырым бер һүҙҙәй, матур яңғырай — УГАТУ. Башҡортса ӨДАТУ тиеү, күрәбеҙ, — әллә ни шәптән түгел. Етмәһә, сингармонизмға ҡаршы килә: йомшаҡ ө менән башланып, “ӨДАТУ-ҙың…” тип ҡаты ялғау ҡушылыуы телде ауыр әйләндерә. Ни эшләргә? Тулыһынса яҙырға-әйтергә тырышырға кәрәктер инде, текста артабан “университет”, “уҡыу йорто” һ.б. тип дауам итергә — ижади ҡарашлы хәбәрсе һүҙен табыр.
Ә бәғзе аббревиатуралар ҡайһы телдә лә һәйбәт яңғырамай: ГИБДД ни ҙә, ЮХХДИ ни. Шуға күрә хәҙер яңынан ГАИ-ға әйләнеп бара бит.
Ҡайһы бер ҡыҫҡартылыуҙарҙың телгә йырҙай ятышлы булғанын да беләбеҙ: заманында ВЛКСМ менән КПСС бар ине. Йәнә лә — ВАСХНИЛ. Ә лавсан һуң, туҡыма атамаһы?! Баҡтиһәң, башҡортса әйткәндә — Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр лабораторияһы икән. Ә РТС! Башҡортостандың нисәмә районында ул, халыҡ теленә ныҡ инеп китеп, ауылдар исеме булып йөрөй. Бөрйән менән Стәрлебашта, мәҫәлән, рәсми телдәге Ҡурғашлыға, Первомайскийға тулыһынса күсеп китеп булмай шикелле әле. Ни өсөн? Сөнки Ыртыйыс — телгә һәләк ятышлы.
Ошо яҡлап ҡарағанда, ҡайһы һүҙ, һүҙбәйләнеш икенсе телдә үҙ мөхитендәгенән дә килешлерәк яңғыраш алырға мөмкин икән. Миҫал — Белорет районындағы Тирлән. Яңылышмаһам, немец теленән яҡынса “йыртҡыс хайуандар урыны” тигән мәғәнә биргән һүҙ башҡортса ана нисек матур яңғырай! Матурлыҡты нисек булдырырға һуң? Мөмкин булған осраҡтарҙа, ойошмаға ниндәйҙер күп һүҙле атама бирер алдынан, уның ҡыҫҡартылған вариантына ла, төрлө телдә яңғырауына күркәмлек күҙлегенән дә ҡарарға кәрәктер. Мәҫәлән, БАЛ авиакомпанияһы булды бит, атамаһынан башҡорт балының еҫе аңҡығандай тойола ине. Бының бик ҡатмарлы икәнен аңлайым, шулай ҙа тырышайыҡ әле…
Был мәсьәләгә бер ҡағылғанда шуны ла билдәләп үтәйек: йәнле телмәрҙә һүҙҙәрҙең билдәле бер ритмик төркөмдәр эсендә яңғырарға тейешлеге тураһындағы ҡағиҙә ошо күп һүҙле атамаларҙа үтәлмәй ҡуя. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты тигәндә “нефть” менән “техник” һүҙҙәре араһына, гүйә, уйҙа ҡыҫҡа һыҙыҡ ҡуйыла һәм ул, ҡушма һүҙ кеүек, бер тынала әйтелә. Ысынында уларҙың айырым төшөнсәләр икәнен, “техник” һүҙенең гуманитар түгеллекте генә аңлатҡанын беләбеҙ.

Мәҡәлдәр

... Тел күркәм булырға тейеш, был иҫбатлауға мохтаж түгел һәм шул иҫәптән мәҡәлдәрҙең дә лөғәткә ятышлы, матурҙары һәйбәт күренештәрҙе һүрәтләгәндә ҡулланылһа, дөрөҫтөр, йәмһеҙҙәре — йәмһеҙлектәрҙе. Халыҡ телендә нисек кенә формалашыуына ҡарамаҫтан. Мәҫәлән, “Ил төкөрһә, күл була” мәҡәленең күмәк эште маҡтағаны мәғлүм, шулай ҙа быны, әйтәйек, балалар баҡсаһында малайҙар менән ҡыҙҙарҙың күңелле уйнауы тасуирланғанда ҡулланыу урынһыҙҙыр. Бергәләп ҡар бабай яһап ҡуйһалар ҙа, бында “төкөрөү” һүҙе, минеңсә, бармай: “Ил төкөрһә, күл була” тиелмәһен. Етмәһә “төкөрөп ҡарау” кеүек кире ассоциация тыуа. “Төкөрөп күл яһанылар — аҡсаға һатылып, һайлауҙарҙы бысраҡ эшкә әйләндерҙеләр”, — тигәндә — мөмкиндер. Ә бәләкәстәрҙең берҙәмлеге буйынса һәйбәт мәҡәлдәр ҙә биниһая бит, халҡыбыҙҙың был яҡлап, шөкөр, байлығы ишле. Мәҫәлән: күмәкләгән — яу ҡайтарған, күмәк эш — ирмәк эш, күптең эше күңелле. Яҙҙым да ошо урында әҙерәк “кәртәләп” ҡуйырға булдым: минең өсөн насар һүҙҙәр юҡ ул, аламалыҡты белдергәндәре генә бар, хөрт нәмә өсөн һүҙ ғәйепле түгел.
Ә мәҡәлде бер урында ҡулланып ҡына үтмәй, дауам итергә лә мөмкиндер, хатта — уның раҫлауы менән килешеп етмәҫкә: “Игендең ямғыр һыуына түгел, ә тир һыуына үҫкәне тураһында халыҡ һүҙе бар, ләкин ул күсмә мәғәнәһендә генә ҡулланылһа хаҡтыр: саңға батҡан комбайнсы заманында ҙур образ булды, ә бөгөн улай түгел”.
Телдә ыңғайлыҡты — кирелек, кирелекте ыңғайлыҡ менән белдереү ысулы ла бар. Быны, үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм, халыҡ ижадының ошо жанрын ҡулланып та белдереп була, имеш — бер көндө “Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл” мәҡәлен үҙгәртә төшөргә ҡыйыулыҡ иттем: “Ауыл хужалығында иҫәп алыу үҙәк мәсьәләгә әүерелә бара: иҫәпленең генә ҡуйы теүәллеге мәғлүм”. Йәнә миҫал: “Ере юҡтың йыры юҡ ҡына түгел ул, бәлки, йыры юҡтың да ере юҡтыр”.
Мәҡәл үҙенсәлектәренең береһе — ҡапма-ҡаршылыҡ: уларҙа антонимдар йыш файҙаланыла. Мәҫәлән: “Ир — баш, ҡатын — муйын”. Шул ҡапма-ҡаршылыҡты йәнә бер әйләндереү, минеңсә, телмәрҙе үҙенсә биҙәй. Мәҫәлән, “Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө” тигән мәҡәлде былай ҡулланғаным булды: “Вайымлы йөрөгәс йәй көнө, алымлыбыҙ бына көҙ көнө”.
Фольклорҙың был төрөндә генә түгел, ғөмүмән, телдә бер төрлө генә формала йөрөгән һүҙҙәрҙе “боҙа” төшөргә лә мөмкиндер. “Вайымһыҙ”ҙы “вайымлы” менән алмаштырған кеүек: вайым “тынғы бирмәгән, ныҡ борсоған уй, ғәм” тип тәржемә ителә бит. Минеңсә, баҙнатһыҙҙы баҙнатлы тип, ыңғай мәғәнәлә ҡулланһаҡ, ул яңыса яңғырап китә! Хатта өр-яңы һүҙ барлыҡҡа килгәндәй тойола. Ә яңы һүҙ хасил ҡылыныуға ысын телсе яңы кеше тыуғандай ҡыуанырға тейештер! Исемлекте оҙон итеп теҙә алабыҙ: ниһайәтһеҙ — ниһайәтле, кәрһеҙ — кәрле, ҡарыуһыҙ — ҡарыулы һәм башҡалар.
Ошо ысулдың — киң билдәле һүҙбәйләнеш, мәҡәл-әйтемде “боҙоуҙың” — ҡайһы бер гәзиттәр тарафынан мәҡәлә атамаһы рәүешендә киң файҙаланылғаны билдәле. Уйға килгән тәүге мәҡәлде миҫал итеп алайыҡ: “Һәр йомортҡа себешле булмай” тигәнде ҡошсолоҡ фабрикаһы тураһындағы ыңғай мәҡәлә башына “Һәр йомортҡа себешле була” тип сығарып булыр ине. Ысул шулай уҡ телевидение тарафынан да урынлы ғына ҡулланылып ҡуйыла. Мәҫәлән, сюжет эсендәге бәләкәй кадрҙарға атама рәүешендә. Был, минеңсә, материалды хайран биҙәй.
Киң билдәле әҙәби әҫәрҙәрҙең юлдарын да үҙгәртеп файҙаланғаным бар: “Артабан бер япраҡ, әммә ҙур япраҡ саҡлы Башҡортостанды иңләрбеҙ” ( М. Кәрим).
Мәҡәлдәрҙе “Халыҡ әйтмешләй…”, “Мәҡәлдәгесә...”, “Боронғоларҙың һүҙе дөрөҫ: ...” кеүек инеш һүҙбәйләнештәренән тыш та ҡулланып була. Мин, ғәҙәттә, тура һуҡтырам: “Теле барҙың ғына иле бар: илгә һүҙ менән сығабыҙ ҙа”, “ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы: Башҡортостан вәкилдәре Саксонияға бара”.

Яҙма телмәрҙең тере телмәргә зыяны

… Хәрефтәрҙең өндәрҙе белдергән яҡынса, шартлы билдәләр генә икәне билдәле. Сағыу өлгө: инглизсә “Манчестер” тип яҙылыуы, “Ливерпуль” тип уҡылыуы. Быныһы — шаяртыу, әлбиттә, шулай ҙа зарар етдиерәк тә булыусан, хатта бөтөнләй тигәндәй икенсе һүҙ әйтелеүе лә ихтимал: Көнбайыштың Азия тураһында әллә ни хәбәрҙар булмаған ҡупшы дикторҙарының Иран менән Ираҡты, алдарына килтереп һалынған ҡағыҙҙа яҙылғанса, Айрэн, Айрэк тип әйтеп ҡуйғаны сер түгел.
Һүҙҙәр нисек яҙыла, шулай уҡылған телдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, “һыйыр”ҙың белорусса “карова” икәнен беләбеҙ, Мәскәү яғына илткән юлға “Масква” тип күрһәтелгән икән. Әммә был орфографияға ғына ҡағыла. Ҙурҙан алғанда, хәрефтәр әллә күпме өндөң бөтәһен дә, бөтә тулылығында билдәләп бөтмәй, әлбиттә. Шуға күрә яҙма телмәр менән тере телмәрҙе айырып ҡарау хаҡ. Үкенес, әммә быны айырмау ҙа була тора шул: әйтәйек, “бабай” һүҙендә б өнөн ике осраҡта ла бер төрлө әйтеү. Йәнле һөйләү телендә уның б менән в араһындағы өн икәне билдәле булыуға ҡарамаҫтан, быны үҙебеҙгә һеңдерә алмайбыҙ әле. “Туғандарыбыҙ” тиеү осраштыра. “Һөйләшәбеҙ” тип ҡуйғылайбыҙ. Сәләмдәрҙе “ҡабул итәбеҙ”.
Һүҙ башында в өнөнөң дөрөҫ әйтелеше мәсьәләһенә лә туҡтамай булмай. Хәйер, “В өнө” тип яҙып, әле үҙебеҙ үк дөрөҫ эшләмәнек. “Әлифба” китабында уҡ ғәрәп теленән үҙләштерелгән, в хәрефе менән билдәләнгән өндәрҙең уы йәки үе тип әйтелергә тейешлеге яҙылһа ла, онотола. Хәрефтәр — махсус уйлап сығарылған билдәләр генә ләһә, ә өндәр улай түгел. Хәрефтәр артыҡ күп булып китә типме, башҡорт алфавитында әлеге өнгә хәреф табылмаған, шуға күрә хаталанабыҙ ҙа хаталанабыҙ, уҡымышлы замандаштарыбыҙға хәтлем “ваҡыт”, “вәғәҙә”ләрҙе в менән әйтеп ҡуйыусан. Мәктәптәрҙә тел уҡытыусыларының да, ҡатыраҡ бәрелһәм, ғәфү итһендәр, “яҙмаса” һөйләгәненә шаһит булабыҙ. Телдең тәмен белгән, уны хөрмәт иткәндәргә быларҙы ишетеүе ҡыйын булырға тейеш: кешеләргә ҡыйынлыҡ килтермәһәк ине. Мәҫәлән, түбәндәге өҙөктәрҙәге ҡара менән билдәләнгән һүҙҙәрҙе яҙылғанса түгел, ә “яңылыш” уҡығы килеп торһон ине ул: “Байтаҡ ваҡиға тормошҡа ашты”, “...Ваҡ көнкүреш мәсьәләләре менән дә мөрәжәғәт иттеләр”.

Аллитерация

… Шәхсән үҙемә тел ғилемендәге аллитерация тигән күренеш яҡын. Ә ул, беләбеҙ, ябай әйткәндә — бер төрлө өндәрҙең йәки тартынҡылар оҡшашлығының ҡабатланышы, стилистиканың фоника тип аталған бүлеге шөғөлләнә.
«Даирә» тапшырыуының сценарийы башына былай тип яҙҙым: “Үҙеңдеке үҙәктә булһа ла, олонан алғанда, дәүләттеке дәүерәктер”. Йәғни бында мәҡәлдәрҙәге ише күренеш — һүҙҙәрҙең баштарында оҡшашлыҡ бар. Фән был оҡшашлыҡты аллитерация һәм ассонанс тип айыра икән, ошо яҡлап ҡарағанда, әлеге һөйләмдә икеһен дә күрәбеҙ.
Урта һәм аҙаҡҡы һүҙҙәрҙең оҡшаш булыуы ла ихтимал. 2007 йылдың йәйендә, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 тулыуға арнап, радиокүперҙәр ойошторҙоҡ. Ырымбур менән “тоташҡанда” былай тинек: “Бөгөн икенсе бер күршебеҙ менән күрешәбеҙ”. Минеңсә, бында аллитерация ғына түгел, әлеге һүҙҙәрҙең үҙҙәренең көслө энергетикаһы, йылылығы, яғымлылығы бар: күрше менән күрешеү һәйбәт нәмә бит, уның туғаныңдан яҡыныраҡ йәшәгәнлеге мәғлүм.
Бындай уңышлы оҡшашлыҡтар гел генә булып тормай, әлбиттә. Булмаһа, тамырҙаш һүҙҙәрҙе лә йәнәш ҡулланыу яҙыҡ түгел, минеңсә: “Илдәгене илгә күрһәтеү, көндәгене көн үҙәгенә ҡуйыу”.
Шуға оҡшашыраҡ күренештәр халыҡ телендә лә осрап ҡуя. Ауылға ҡунаҡҡа барғанымда, туғандарымдың, бигерәк тә шаян еңгәләрҙең, тел уйыны сығарып алған сағына тура килдем. Китте бит бер заман мәжлестә “телләшеү”! Һөйләмдәре гел бер генә — б өнөнә башланған һүҙҙәрҙән тора: бөтәһе лә “быылдай”.
— Билмәндәрегеҙҙе бирерәк бороғоҙ, — тип һүҙ башланы йорт хужаһы. — Бында бағығыҙ, байрам бағышы белдерәйем. Барығыҙҙы ла байрам белән… — ағай шулай һүҙ таба алмайыраҡ тора ине, берәүҙең:
— Баздравляю, — тигәне ишетелде.
— Былай… бара, — тип быны ыңғай баһаланы телмәр тотоусы һәм артабан “бытылданы”.
Тәбрик һүҙен табындаштар һай-һайлап күтәреп алды:
— Быйыл да болондарҙы бесән баҫһын!
— Баҡсала бәрәңге биҙрәләй булһын!
“Болон” менән “бәрәңге” һүҙҙәре, һөйләштәренә хас булмаһа ла, шулай тиештеләр.
Мәжлес ҡыҙа барған һайын б өнө лә йышайҙы. Ҡайһылыр бер өлөшөндә хужа кешегә шылтыраттылар, ҡырҙан ҡайтып килгән балаларын автовокзалдан барып алырға кәрәк булды. Тиҙ әйләнде ағай. Табындаштар араһында әллә ни “быылдамайыраҡ” ултырған икенсе бер ағай шул саҡ үҙе лә һиҙмәҫтән:
— Билән ( тау исеме ) башынан боролдоңмо? — тип һораны.
Табын геү итте. “Был уйынды нисек баһалайһың?” — тип һоралһа, мин былай яуаплар инем: “Бик юғары дәрәжәлә! Сөнки был осраҡта ул тел, ризыҡ тәмен белеү генә булманы, ә күпме кешенең иғтибарын тупланы. Ә диҡҡәт ҡылыныу — камиллашыу ҙа ул”.
Аллитерация менән рифмалыҡ — бер үк нәмәләрме? Юҡ, әлбиттә. Яҡындар, әммә юҡ. Аллитерацияның рифмаға үрелеүен алҡышлап ҡаршылау яғындамын: “Тамашаларҙан быйыл да күҙҙәр ҡамашыр”, “Рәсәйҙә, ниһайәт, демократия тип һөйләү кәмене, демография тип һөйләү йышайҙы”.
Йәнәш һүҙҙәрҙең уңайлы урынлашыуы ла мөһим: “Ойоштороу комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы» һөйләмендә «уҙҙы» урынына «үтте» тиһәк, ҡалын һәм нәҙек әйтелеш осраша, береһенән икенсеһенә ҡапыл күсеүе еңел булмаҫҡа ла мөмкин. «Кәңәшмә» тигәндә «үтте» йәтешерәк булырҙай.

Синонимдар

… “Фәлән һүҙ дөрөҫмө, төгәнеме?” Был һорауҙы үҙемә йыш ҡына төбәйҙәр. Өҙөп кенә яуапламайым. “Ҡайһы мәғәнәлә? Тәғәйен нимәгә ҡарата? Ниндәй контекста?” — тип теҙеп алып китәм. Шунһыҙ булмай ҙа: ғәрәп телендә ул башта бер мәғәнә биргәндер, бүтән телдә үҙгәрә төшкәндер, беҙгә бөтөнләй кире мәғәнәлә лә килеп инеүе ихтимал. Ә ғөмүмән, әйтмәһәм дә билдәлелер, һүҙҙәрҙең мөмкин тиклем күплеге, төрлөлөгө яғындамын: тауҙан таш артмай ул.
Синонимдар ҙа ни хәтлем ишлерәк, минең өсөн шул ҡәҙәре яҡшыраҡ. Бала саҡтан һөйләшкән, уйлаған телемдә “кереү” һүҙе булмаһа ла, уны ла файҙаланам. Телмәргә ятышлы урындарҙа. Бер һөйләмдә икеһенең дә теркәлгән осраҡтары була: “Инвестициялар инһен, кредиттар керер”. Йәки бына: “Үҙгәрештәр кәрәк, улар йәмғиәттең үҫеше өсөн хәжәт”, “Мәсьәләнең һәр даим күҙҙә тотолғаны билдәле, тәғәйен һөҙөмтәһе лә барлығы мәғлүм”. Ә инде «Һәр ауырыуға үҙ дарыуы» һөйләмендә, минеңсә, тап “ауырыу” һүҙе кәрәк кеүек, “сиргә” тиһәң, телгә ятмай. Синонимдар төп тәғәйенләнешендә лә ҡулланыла һәм башҡа телдәрҙән ошо уҡ мәғәнәне биргән һүҙҙәрҙе алыуҙа хилафлыҡ күрмәйем: “Республика етәксеһенең назарынса (фекеренсә), ғәҙел эшҡыуарлыҡтың социаль-иҡтисади үҫешкә өлөшө тос», “Өфөлә байрам шәрәфенә (хөрмәтенә) бер нисә социаль объект асыласаҡ”.

Ҡабатлауҙар

... Тавтология менән ҡабатлау араһында айырма бар: тәүгеһе, беләбеҙ, кире баһалана, икенсеһе махсус рәүештә лә башҡарыла. Мәҫәлән, уҡыусы-тыңлаусының диҡҡәтен нимәгәлер йәлеп итергә теләгәндә: “Ниңә беҙ шулай тибеҙ? Беҙ шулай тибеҙ, сөнки мәсьәлә һаман ҡырҡыулаша. Беҙ шулай тибеҙ, сөнки дәүләттән бүленгәндәр тейешле еренә барып етмәй. Беҙ шулай тибеҙ, сөнки афәт йәштәргә күсә бара”. Бында “Беҙ шулай тибеҙ” ҡабатлана, әммә ул телмәрҙе, минең ҡарамаҡҡа, биҙәй, уға экспрессия өҫтәй.
Мин үҙем, кемгә нисек тойолалыр инде, һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырып ҡабатлап та ҡуйыусанмын: “Тармаҡ буйынса ҙур һүҙ булыр. Һүҙ ҙур булыр, сөнки унда оло үҙгәрештәр тормошҡа ашты”.
Ҡабатланыу һөйләмдәрҙең махсус бер төрлө башланыуында ла сағыла: “Мәҫәлән, ер буйынса. Мәҫәлән, һөт һатып байып буламы-юҡмы — шул турала. Мәҫәлән, “Ауыл хужалығын үҫтереү тураһында”ғы федераль ҡанунда нимәләр ҡаралыуы хаҡында”.
Һәм һөйләмдәрҙең махсус бер төрлө тамамланыуында: “Эш маҡсатҡа ярашлы, миҙгелгә ярашлы, йылдың үҙенә ярашлы дауам итә”.
Һөйләмдәр бер төрлө башланып, бер төрлө тамамланырға ла мөмкин, имеш. Быны эксперимент рәүешендә ҡулланғаным булды: “Йәғни һайлау блоктары булмаясаҡ. Йәғни бойондороҡһоҙ кандидаттар булмаясаҡ. Йәғни минималь ҡатнашыу тупһаһы булмаясаҡ. Йәғни бюллетендәрҙә “Бөтәһенә лә ҡаршы” тигән графа булмаясаҡ”.
Хәбәрсегә гел генә “яңы хәбәрҙәр” эләгә һалып та бармай. Ҡайһы ваҡыт, киреһенсә, иҫкеләренә мөрәжәғәт итергә тура килә. Был ҡабатлаумы? Нисек килтереп сығараһың бит. Бында, минеңсә, шул хәбәрҙең киң билдәле икәнен иҫтә тотоп, нисектер йомшарта төшөү кәрәктер. Мәҫәлән, “Иҫләйбеҙ”, “хәтеребеҙҙә”, “онотмағанбыҙ” тип ваҡиғаның яңыраҡ булғанына баҫым яһайбыҙ, шулай йомшартабыҙ: “Иҫләйбеҙ: закон Рәсәй төбәктәрен ҡуҙғытты”, “Хәтеребеҙҙә: хәлдән Башҡортостан тиҙ сыҡты”.
Ҡабатлауҙарҙың нимәгәлер баҫым яһау өсөн дә ҡулланылғаны мәғлүм: “Әле килеп, әйтелеүенсә, яңы тулҡын һиҙелә”, “Күпселек ваҡытты, ишеттегеҙ, малсылыҡҡа арнаныҡ”.
Йомшартыу ниндәйҙер яһалмалылыҡ аңлашылыу ихтималлығы булған осраҡтарҙа ла ҡулланылырға мөмкиндер: “Башҡортостанда, юғары һүҙҙәр тип ҡабул ителмәһен, тыныс, эшсән, ипле төбәктә, миҙгелгә, алдан билдәләнгән ниәттәргә, әйткәс әйтәйек, аҡылға ярашлы эшмәкәрлек бара”.
Йомшартып белдереү тигәндән, …тер, …тыр, … дер, …ҙыр һәм башҡа (бөтәһен дә теҙеп тормайым) ялғауҙар ҡушып яҙыу-һөйләү күренеше бар һәм быны әлеге йомшартыуға бәйләп аңлап та ҡуялар, ләкин был, тәү ҡарашҡа, нимәнелер шик аҫтына ҡуйыу кеүек тойолһа ла, ысынында — раҫлау, әлбиттә, тик раҫлау ғына: “Милли проекттар даими диҡҡәттә булырға тейештер”, “Ижтимағи-сәйәси тормоштоң күҙгә айырыуса күренгән өлөшө сифатында республика парламенты Президиумы ултырышын атап булалыр”.

* * *

… Сәйәси журналистикала йыш ҡына оҙон, ҡатмарлы рәсми һөйләмдәр менән эш итергә тура килә. Баҫма мәғлүмәт сараларында оҙонлоҡтоң бигүк зыяны юҡтыр, радио менән телевидениела, бигерәк тә мөхбир аңлатмаһы бирелгәндә, ябайлаштырып әйтеү хаҡ: “Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, ябайлаштырып белдергәндә, — араҡыны төндә һатыуҙы тыйыу тураһында ҡанун ҡабул итте”.
Ҡайһы ваҡытта, киреһенсә, рәсмилек хәжәт була: “Рәсми тел менән әйтһәк — социаль объекттарҙың файҙаланыуға тапшырылғанына диҡҡәт ҡылырға мөмкин: мәктәп, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы тотороҡло алға барған республика ғына төҙөй ала”.
Оҫталыҡтың ҡыҫҡалыҡта икәне билгеле, шулай ҙа һөйләмдәрҙе махсус оҙайтыу, ҡайһы саҡ, минеңсә, телмәргә үҙенсәлек бирә: “Райондың үҙенең баш ҡаланан байтаҡ ситтә урынлашҡанын иҫәпкә алайыҡ, ауылдың үҙәктән алыҫта ултырғанын өҫтәйек, унда элекке ҙур күмәк хужалыҡтың бөтөүен онотмайыҡ”.
Рәсми хәбәрҙәрҙең үҙ стиле булырға тейеш, әлбиттә, уныһына һүҙ юҡ, шуның менән бергә, тура килгәндә, килешкән урындарҙа, әҙерәк һүҙ уйнатып алыу ҙа кәрәк нәмә: “Милли проекттар тип иғлан ителгән дүрт тармаҡ буйынса Башҡортостанда хәстәрлек бынан күпкә алда уҡ күрелә ине, тиһәк — хата әйтмәҫбеҙҙер. Республикала ғәҙәтигә әйләнгән был күренеш тотош Рәсәйгә таратылды, тиһәк тә — дөрөҫтө әйтербеҙ”.
Һүҙ уйнатыуҙың икенсе бер төрө — юҡ нәмәне раҫлау, аҙаҡ аңлатыу: “Йыл башы — йыл аҙағы ла ул: былтырға йомғаҡ яһау, быйылға бурыстар билдәләү бара”.
Кире һөйләп, ыңғай йәки ыңғай һөйләп, кире мәғәнә биреү кеүек “дипломатик” ысулдар, үрҙә яҙылғанса, мәҡәлдәр ярҙамында ғына түгел, ә ошо осраҡта ла урынлы: “Рәсәйҙең сәйәси системаһы буйынса айырым һүҙ әйтелмәһә, беҙҙеңсә, хата булырҙай”, “Һүҙҙе ошо туралағы хәбәрҙән башламаһаҡ, дөрөҫ булмаҫтыр”.
“Дипломатия теле”нең түбәндәге миҫалдары ла, минең уйымса, телмәрҙе биҙәмәй ҡалмайҙыр: “Аҙна эшҡыуарҙар аҙнаһы булды тиһәк, арттырып әйтмәҫбеҙҙер”, “Был хаҡта көнөндә хәбәр ителгәне лә дөрөҫ, ләкин әйләнеп ҡайтыу ҙа хаҡ, сөнки унда ҡаралған мәсьәләләр мөһим сараға бәйле. Ә сараның — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышының — ысынлап та мөһим икәнлеген иҫбатлап тороу артыҡ”.

Ҡайһы бер һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең ҡулланылышы буйынса фекерем

… Рәсми телдә “һәм башҡалар” һүҙбәйләнеше йыш осрай. Хатта артыҡ йыштыр ҙа, бәлки, шуның өсөндөр ҙә, ҡайһы саҡ яңылыш әйтелеүе ҡолаҡҡа эләгә һалып бара. Килешерһегеҙме-юҡмы, минеңсә, күпселектә бында баҫым кәрәгенән көслөрәк ҡуйыла, һөҙөмтәлә ул хәжәт урынында, йәғни “башҡалар”ға түгел, ә “һәм”гә төшә. Бының хата икәнлеге урыҫса эквивалент менән сағыштырғанда һәйбәт сағыла: “и другие”. Был телдә ошо осраҡта баҫымдың и теркәүесенә төшөрөлгәнен ишеткәнем юҡ. Мин икенсерәк ҡулланам. Баҫым ҡуйһам да, уны, әйтелеүенсә, “башҡалар” һүҙенә төшөрәм. Был — бер. Йәнә лә, шуға өҫтәп, ошо ике һүҙ араһына ыҡсым ғына пауза ҡуям шикелле. Ул ғына ла түгел, “һәм”де бөтөнләй ҡулланмай ҙа ҡуям. Шулар, шулар, тип теҙеп алып киләм дә: “…башҡалар”, — тим.
Ниңә үрҙәге әйтелешкә ҡаршымын? Беренсенән, тура тәржемә булғаны өсөн. Икенсенән, бик йомшаҡ, яғымлы башҡорт теленә әлеге баҫым һис тә килешмәй. Өсөнсөнән, ғәрәптең “һәм”е бик бармай. Ҡулланам мин уны, ләкин күп түгел. Йышыраҡ була башлаһа, “менән” тип алмаштырам. Мәҫәлән, “Өфө һәм Стәрлетамаҡта, Баймаҡ менән Сибайҙа” тип.
“Йәшәйеш” һүҙе. Ул һуңғы ваҡытта үҙенә тейешле, өйрәнелгән мәғәнәлә ҡулланылмай шикелле: йыш ҡына “донъя көтөү”, “тормошто алып барыу”, “көнкүреш” мәғәнәһендә файҙаланыла. Ошоғаса, иҫләйбеҙ, фәлсәфәүи төшөнсә ине — “бытие” булды: “Бытие определяет сознание” — “Йәшәйеш аңды билдәләй”. Минеңсә, уны ошо мәғәнәлә генә ҡалдырыу дөрөҫ. Урыҫса-башҡортса һүҙлектә (“Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте, Өфө, 2005) “бытие” һүҙе “тормош, көнкүреш, йәшәү” тип тәржемәләнгән, әлбиттә, шулай ҙа улар икенсе пункт итеп билдәләнгән. Тәүгеһе — “ысынбарлыҡ, йәшәү рәүеше, йәшәйеш”. Башҡортса-урыҫса һүҙлектә (Мәскәү, 1996) йәшәйеш “бытие” тип кенә ауҙарылған. Башҡорт теленең һүҙлеге (Мәскәү, 1993) йәшәйеште “йәшәү, тормош шарты” тип бирә. “Техниканың йәшәйеше кешенән тора” тиеп үк ебәреү бөтөнләй дөрөҫ булмай инде, “Техниканың ватылмай күпме хеҙмәт итеүе уның менән һаҡсыл эш итеүгә бәйле” типме, башҡасамы белдерелһә, һәйбәттер.
“Вазифаһын башҡара”. Ошо һүҙбәйләнеш тә, минеңсә, урынһыҙ ҡулланылып ҡуйыла. Бигерәк тә ватандаштарыбыҙҙың береһенең тормош юлы тасуирланғанда. “Эшләй” һүҙе йыш ҡабатланып киткәндәлер инде. Шулай ҙа вазифа башҡарыуҙың барыбер ҙә рәсми стиль лексикаһы икәне асыҡ. Кешене әллә күпме маҡтаһаҡ та, “вазифаһын башҡара” тигәс, “ваҡытлыса кеше урынында ҡалған” тип аңлайбыҙ. Тырышҡанда, “эшләй” һүҙенә лә синонимдар табып булалыр. Улар мотлаҡ ҡылым да булмаҫҡа мөмкин бит.
“Үтә” һүҙе. “Киленебеҙ үтә лә уңған инде!” Бында артыҡ мәғәнә юҡмы икән? “Үтә уңған» тигәнде, ҡәйнәһенә оҡшайым тип, аша тырышыу, артыҡ йыуып, ҡашығаяҡты ватып бөтөрөү, ҡаға торғас, келәмдәрҙе тишеү тип тә төшөнөп була бит.
“Ниндәй” һүҙе. Ул телмәребеҙҙә башлыса урыҫсанан “какой” һүҙе рәүешендә ҡулланыла һәм дөрөҫ булмаған саҡтар ҙа булғылай. Мәҫәлән, төҫтө белдерһә — дөрөҫтөр. Үҙем ҡайһы ваҡыт икеһен дә ҡулланырға мәжбүр булам һәм тап түбәндәге осраҡта тыңлаусым мине әллә ни ҡаты әрләмәһен: “Ҡайһы ваҡиғалар тормошҡа ашты, ҡайһылары ашманы, ниндәйҙәре — бөгөн башҡарыла”.
“Беҙ” һүҙе. «Беҙ» тип тә самаһыҙ әйтелә. “Беҙ уларға беҙҙе тәрбиәләп, кеше итеп, аяҡҡа баҫтырғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, — тибеҙ. Минеңсә, хәбәр һүҙҙең аҙағында “беҙ” ялғауы булғанда, эйә һүҙ кәрәкмәй. Етмәһә, әлеге ялғау шул уҡ мәғәнәне бирә бит.
Элек-электән шулай икән дә — бына, гәзит өҙөмтәһе: “Беҙ АҠШ-тың һөйләшеүҙәр тураһындағы беҙҙең тәҡдимде ҡабул итеүе менән ҡәнәғәтбеҙ”. Тәржемә икәне аңлашыла, әлбиттә, тәржемәсенең төп текстан әллә ни айырыла алмағаны ла төшөнөлә, ләкин был хәтлемгә үк етергә ярамайҙыр.
Ни эшләргә? “Беҙ” һүҙенән ҡасыу өсөн, мәҫәлән, өсөнсө затта әйтергә лә мөмкин: “Әйтелә киленә: республика һыйыр малдары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында”.
Шуның менән бергә “беҙ” һүҙен махсус ҡулланғаным да бар: “Беҙ студия ишеген асыҡ тотабыҙ. Беҙ хәбәрселәребеҙ әҙерләгән махсус репортаждарҙы илгә сығарабыҙ. Беҙ репортаждарҙы ваҡиға барған урындан телефон аша тура эфирҙа ла бойомға ашырабыҙ”.

* * *
Нимә — нәмә: исем һәм рәүеш. Шулар йыш бутала. “Нәмә” һүҙен диалект тип аңлау бар шикелле. “Нимә” әҙәбисә, матурыраҡ яңғырай, йәнәһе. Уларҙы үҙем тапшырыуҙарымдың береһендә ошолайтып йәнәш ҡуйҙым: “Донъяла иң етмәгән нәмә нимә ул? Юҡ, аҡса түгел, ваҡыт”.

Артыҡ һөйләү

... Телмәр өлөшсәләре, аш-һыу бешерергә өйрәтеү ысулындағы ише, ныҡ теүәл үлсәнгән булһын, артыҡлыҡ — ауырлыҡ ул, етмәүлек — бүҫкәлек. Үҙемдең шуға иғтибарлағаным бар: автомобиль керле сағында әллә ни кәрле күренмәй, йыуып ебәрҙеңме, аҫау айғырына әүерелә! Бының тойолоу ғына икәне билдәле, әлбиттә, шулай ҙа… Раҫлауҙы Рәсәй кешеһенең оҙон ҡыштан һуң тунын ташлағаны, еңел йөрөй башлағаны менән дә дәлилләп булырҙай.
Әлегеләр телдәге дөйөм артыҡлыҡҡа ҡарай, йәғни оҙон һөйләү, бер һүҙ менән күпте әйтеү урынына күп менән берҙе белдереүҙе һәм башҡаларҙы күҙҙә тота. Тарыраҡ артыҡлыҡтар ҙа булғылай һәм фән быны плеоназм тип атай икән. Әсбап “телмәрҙә мәғәнәһе менән яҡын, ә логик яҡтан артыҡ булған һүҙҙәрҙе ҡулланыу” тип билдәләй. Миҫал итеп “апрель айында”, “кирегә сигенеү”, “үҙенең автобиографияһы”, “буш вакансия”, “бөтәһен һәм тотошон алғанда” һәм башҡа һүҙбәйләнештәр килтерелә.
“Үҙенең автобиографияһы” һүҙбәйләнешендә хикмәт автобиографияның “тормош юлы” кеүек үҙебеҙсәрәк әйтелә алыуында ғына ла түгел. “Авто”ның гректа шул уҡ “үҙе” мәғәнәһен биреүе лә билдәле, әммә әле үҙәккә ҡуйғаным — икенсе бер нәмә: шул “үҙе”нең кәрәктән тыш йыш ҡабатланыуы. “Кафе үҙенең ҡунаҡтарына һәр ваҡыт шат!” тиелергә мөмкин рекламала. “Үҙенең” тиелеүе бында баяғы тундай, юл батҡағындай артыҡ бит. Урыҫса ла “своим” һүҙенән башҡа һәп-һәйбәт әйтеп була. “Кафе ҡунаҡтарға һәр ваҡыт шат!” тиелһен, исмаһам. Хәйер, бынан да тура тәржемә аңҡып тора әле ул. Башҡортсараҡ, йылыраҡ итеп барыбер ҙә әйтеп булыр ине, реклама бит ул — ылыҡтырғыс булырға тейеш. “Кафе һеҙҙе һағына!” типме шунда…
“…Училище йәрминкәләрҙә үҙ продукцияһын һата» һөйләмендә “үҙ” сифаты йә — артыҡ, йә — урыны бында түгел. Сөнки “уҡыу йорто үҙенекен генә һатмай, ә икенсе бер училищеныҡы менән дә сауҙа итә” тип тә аңларға мөмкин. Һүҙҙәрҙең урынын, минеңсә, былай алмаштырырға була: “Училище үҙенең продукцияһын йәрминкәләрҙә һата”. Ныҡ уҡ шәп булмаһа ла, барыбер ҙә яҡшыраҡ.
“Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең баҡсаһында күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ йәшелсә үҫтерә” тип маҡтай, бына, бер мәҡәлә. Был осраҡта ла — артыҡлыҡ, кеше баҡсаһында түгел инде.
“Үҙ” тип артыҡ һөйләү әүәлдән килә, имеш. Мәҫәлән, “Совет Башҡортостаны”ның 1985 йылдың 12 апрель һанындағы “М.С. Горбачевтың АҠШ Конгресының Вәкилдәр палатаһы спикеры менән әңгәмәһендә” былай тиелә: “Был, әлбиттә, һәр халыҡтың үҙ тормошон үҙе кәрәк тип иҫәпләгәнсә, уның эске эштәренә ҡыҫылмайынса, башҡа илдәрҙе үҙенсә үҙгәртеп ҡорорға, башҡа халыҡтарға үҙ ихтыярыңды көсләп тағырға маташмайынса ҡороу хоҡуғын таныуға ла ҡағыла”.
Fөмүмән, тел менән эш итеүсе ниндәй мәғәнә еткерергә теләй, тик, нәҡ һәм тап шул мәғәнәне еткерерлек итеп әйтергә һәм яҙырға бурыслылыр. Футболсылар араһында ла тупты ҡайҙа булһа ла тибеп ҡуйыусылар була бит, улай кәрәкмәй. Көйәрмән быны яҡшы күргәндәй, тыңлаусы, уҡыусы ла һәйбәт һиҙә.
Fөмүмән, матур һөйләйем тип күп һөйләү бар. Мәҫәлән, “Көҙгө ҡуйы томанлы үҙенсәлекле тын кистәрҙең береһендә…” тип. Ҡолаҡ арып бөтә. Әҙ һүҙ менән дә күпте әйтергә мөмкин дәһә. Ябай һүҙҙәр менән дә ҡатмарлы итеп. Бөҙрә һүҙҙәрһеҙ ҙә — гүзәл итеп.
Рәсүл СӘҒИТОВ.


Вернуться назад