Тырышлыҡ емешһеҙ булмай06.09.2012
Илеш районында был йәһәттән эш яҡшы ойошторолған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән семинарҙар, методик ултырыштар, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек сараларҙың һөнәри оҫталыҡты арттырыуҙа әһәмиәте ҙур. Белем биреүҙең заманса алымдарына, яңы технологияларҙы өйрәнеүгә етди иғтибар бүленә.
Илһамлы хеҙмәт, балаларҙың телгә һөйөүе үҙ емешен бирмәйенсә ҡалмай. Уҡыусылар, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған “Кейекбай уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһынан Изалиә Хәлимова — икенсе, Илеш мәктәбенән Гөлфиә Лоҡманова өсөнсө урынды алды. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә район командаһы йыл да еңеүгә өлгәшә. Быйыл унда Илеш мәктәбе уҡыусыһы Лиана Ғәлиуллина гран-приға лайыҡ булды. “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” республика конкурсы буйынса ла ҡаҙаныштар бар: Үрге Мансырҙан Сулпан Рөстәмханова I урынды яулап, Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Республика кимәлендәге башҡа ярыштарҙа ла йәш илештәр алдынғылыҡты бирмәй.
Педагогтар иһә һөнәри оҫталыҡтарын арттырыуға ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, быйылғы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында Этәй мәктәбенән Ғәлиә Мөхәммәтова “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Ул Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде һәм “Башҡортостан” гәзитенең махсус призына лайыҡ булды.
Л. ЙӘРКӘЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад