Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде27.11.2026

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәй Президенты Бөтә Рәсәй балалар китабы көнөн билдәләне. Байрам датаһы итеп 26 март һайланды.

Указға ярашлы, Владимир Путин балалар араһында китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында яңы байрам булдырҙы.

Хәбәр иткәнебеҙсә, «Иң күп уҡыған төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса быйыл Башҡортостан «Китап һәм уҡыу биләмәһе» исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан бер нисә йыл дауамында иң яҡшылар иҫәбендә: 2024 йылда Рәсәйҙең әҙәби флагманы булды, 2025 йылда йәнә еңеүселәр һәм лауреаттар иҫәбенә инде, 2026 йылда ла юғары статусын раҫланы.



Вернуться назад