AY YOLA музыканттары яңы йыр әҙерләй26.11.2026

AY YOLA музыканттары яңы йыр әҙерләй

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

AY YOLA төркөмө «Йәншишмә» исемле яңы йыр әҙерләй. Премьера хаҡында музыканттар социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте.

Яңы йыр 4 декабрҙә сыға. AY YOLA уны икенсе артист менән бергә яҙҙырған, музыканттар уның исемен сер итеп һаҡлай. Төркөмдөң ижадын һөйөүселәр уның  Көньяҡ Африка йырсыһы LIZWI булыуы мөмкин тип иҫәпләй. 

«AY YOLA» һәм... Икенсе исемде әлегә әйтмәйбеҙ. Премьера 4 декабрҙә төн уртаһында була», — тип хәбәр итте музыканттар.

Популяр төркөмдөң ижады башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән. Эпоста батыр үлемһеҙлек сығанағын – йәншишмә һыуын эҙләй. Уны тапҡас, ерҙәге мәңгелек тормош өсөн тәбиғәткә бөркә.



Вернуться назад