Өфө моделе студенттар араһында донъяның төп матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы20.11.2026

Көньяҡ Кореяла 1986 йылдан БМО ярҙамында үткәрелгән World Miss University – 2026 конкурсы тамамланды. Быйыл таж өсөн бар донъянан 52 ҡыҙ көрәште.

Абсолют еңеүсе – 26 йәшлек Татьяна Политова. Ул РАНХиГС магистратураһында уҡый, «Рәсәй һылыуҡайы» конкурсы финалсыһы, шулай уҡ уның «Мисс Башҡортостан-2019» һәм «Мисс Өфө -2018» титулдары бар.

Конкурс ваҡытында Татьяна инглиз телендә экология темаһына сығыш яһаны. Модель оҙаҡ йылдар дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лагерҙарҙа эшләй һәм экстремаль спорт төрҙәре менән мауыға — парашют менән һикерә, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң модель агентлығында.

«Конкурстың 32 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй ҡыҙы еңеү яуланы. Был еңеүҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, сөнки БМО ярҙамында үткәрелгән донъя кимәлендәге конкурстың тарихы бик оҙон», — тип билдәләне агентлыҡ етәксеһе Луиза Закирйәнова.

 



Вернуться назад